12 июль
Уҡыу көйләүҙәре
(12 июля битенән йүнәлтелде)
12 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 июль Викимилектә |
12 июль — григориан стиле буйынса йылдың 193-сө (кәбисә йылында 194-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 172 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Австралия: Аборигендар көнө.
- Кирибати: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының флагы көнө.
- Бортпроводниктар көнө.
- Фотографтар көнө.
- Мексика Адвокаттар көнө
- 1590: Һарытау ҡалаһына нигеҙ һалына.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Павлов Пётр Егорович (1925—8.08.1958), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы һуғышсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Петровка ауылынан.
- Суханова Федосья Павловна (1930), малсылыҡ алдынғыһы. 1946—1991 йылдарҙа Баҡалы районы «Искра Ленина» колхозы һауынсыһы. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙансы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мозжерин Василий Иванович (1926—20.04.2008), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария фәндәре докторы (1976), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970). «Почёт Билдәһе» (1971) һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Горбунов Игорь Алексеевич (1941), хеҙмәт һәм партия органдары ветераны. 1990 йылдың майы — 1991 йылдың ноябрендә РСФСР Коммунистар партияһы Башҡортостан республика ойошмаһының 1-се секретары.
тулы исемлек
- Широких Петр Дмитриевич (1946), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кашапов Солтан Ғилметдин улы (1912—18.07.2001), СССР-ҙың хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1952) һәм почётлы нефтсеһе (1972), Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1967). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1948, 1952, 1959).
- Грачёв Анатолий Дмитриевич (1937—19.05.2005), театр актёры. 1959 йылдан Мәскәүҙең Малой Бронныйҙағы драма театры, 1992 йылдан — «Et Cetera» театры актёры. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1998). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ярлыҡапов Абрар Бәҙретдин улы (1942), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2007). 1968-1972 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Башҡорт АССР-ының 7-се һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Халыҡтар Дуҫлығы (1988) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Сәғитова Зөһрә Мөхәрәм ҡыҙы (1957), педагог, Ҡалтасы районының Краснохолмский ауылындағы 1-се мәктәптең элекке директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Бураҡаев Илгизәр Диҡҡәт улы (1957), прозаик, тәржемәсе, дәреслектәр авторы. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мутин Илдархан Ибраһим улы (1888—3.02.1938), Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Кабанов Лев Максимович (1923—?), инженер-металлург. 1947 йылдан хәҙерге Свердловск өлкәһенең Кировоград еҙ иретеү комбинаты мастеры, металлургия цехы технологы, баш металлургы, производство-техник бүлек начальнигы, 1964 йылдан — комбинаттың баш инженеры, 1971 йылдан — директоры; 1977 йылдан «Союзмедь» Бөтә Союз берекмәһенең (Мәскәү) баш инженеры. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән Йылайыр кантоны Архангельское утарынан.
тулы исемлек
- Фәтҡуллин Хөснулла Ғәзиз улы (1923—?), нефтсе. 1958 йылдан «Туймазанефть» идаралығы операторы, мастеры, участка начальнигы, ЦНИПР-ҙың өлкән инженеры; 1967 йылдан «Башнефть» берекмәһе ЦНИИЛ-дың техник бүлек начальнигы; 1968—1987 йылдарҙа берекмәнең капиталь төҙөлөш идаралығының ОКС начальнигы урынбаҫары, проекттар һәм сметалар экспертизаһы бүлеге начальнигы, өлкән инженеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылынан.
- Кожаев Петр Павлович (1928—?), нефтсе. 1949 йылдан Ишембай быраулау контораһы эшсеһе, быраулаусыһы, быраулау мастеры; 1964 йылдан Бәләбәй быраулау контораһының сметчик-инженеры, план бүлеге начальнигы; 1964—1973 йылдарҙа Туймазы быраулау идаралығы Бәләбәй экспедицияһының баш иҡтисадсыһы. Нефть сәнәғәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Николаевка ауылынан.
- Котиков Василий Герасимович (1938), нефтсе. 1963 йылдан «Арланнефть» идаралығы операторы, 1965—1995 йылдарҙа «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, мастеры. Әүҙем рационализатор. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Смоленск өлкәһе Рудня ҡалаһынан.
- Майстренко Татьяна Григорьевна (1953), иҡтисадсы. Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты (2003). «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2002).
- Половинкин Виктор Евгеньевич (1953), хәрби хеҙмәткәр, полковник. 2006 йлдан Күмертау авиация предприятиеһының һынаусы осоусыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған һынаусы осоусыһы (1999). Сығышы менән хәҙерге Алтай Республикаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Князев Иван Николаевич (1924—13.11.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы бронебойщигы. Кесе лейтенант (1946). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Иҙрисов Фәрит Фәтих улы (1954), хәрби дирижёр, композитор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Подполковник. Башҡортостан гимнының музыка авторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1880: Тод Броунинг, АҠШ кинорежиссёры, актёр һәм сценарист, «ҡурҡыныс« фильмдар жанрына нигеҙ һалыусы.
- 1895: Ричард Бакминстер Фуллер, АҠШ архитекторы, инженер һәм уйлап табыусы.
- 1904: Пабло Неруда, Чили шағиры, дипломат һәм сәйәси эшмәкәр.
- 1912: Шамил Әләдин, ҡырым татар шағиры, яҙыусы.
- 1930: Ги Лижье, «Формула-1» ярыштарында ҡатнашыусы Франция командаһын ойоштороусы һәм уның тәүге етәксеһе.
- 1940: Юлия Белянчикова, СССР һәм Рәсәй табибы, журналист, «Здоровье» телетапшырыуының элекке алып барыусыһы.
- 1950: Эрик Карр, АҠШ музыканты, «Kiss» төркөмө барабансыһы.
- 1959: Тайс Донн, АҠШ эшҡыуары, менеджер.
- 1960: Евгений Дворжецкий, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (1997).
- 1985: Эмиль Хегле Свендсен, Норвегия биатлонсыһы, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары һәм 12 тапҡыр донъя чемпионы.