Эстәлеккә күсергә

Текән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тыканово битенән йүнәлтелде)
Текән
Текән
Рәсми атамаһы Текән
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Шауъяҙы ауыл советы, Балтаc районы, Бөрө кантоны һәм Бөрө өйәҙе
Халыҡ һаны 189 кеше (2002)[1],
143 кеше (2009)[1],
96 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452987
Карта

Текән (рус. Тыканово; шулай уҡ Төкән, Тикән, Дүкән) — Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 96 кеше[3]. Почта индексы — 452987, ОКАТО коды — 80208841003.

Ауылға нигеҙ XVIII быуатта Ирәкте ырыуы башҡорттары тарафынан һалына.

Ҡара-Табын башҡорт ҡәбиләһе араһында барлыҡҡа килгән Ирәкте ырыуы XV быуатта (Сулман бей заманында) хандарҙың үҙ-ара низағтары һөҙөмтәһендә һәм хәрби хеҙмәт үтәү өсөн Урал аръяғынан хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышына күсергә мәжбүр була. «Ирәкте» — «ирәк-ҡәлғә» һүҙенән, йәғни ҡәлғә һаҡларға бурыслы ырыу. Оҙаҡ ваҡыт ирәктеләр ҡара-табын һәм хатта әйлеләр менән дә туғанлыҡты онотмай, улар көнсығышта һәм башҡорт ерҙәренең көньяғында (әлеге Ырымбур өлкәһе) һәм көнбайышында (Татарстандың Мөслим районы) төпләнгән башҡа туғандары менән дә бәйләнеш тота. Хәрби хеҙмәттә йыш осрашып торған, үҙ шәжәрәһен яҡшы белгән башҡорттар туғанлыҡты һаҡлай ала. Быуаттар буйы хәрби халыҡ булып йәшәү рәүеше, тәрбиә үҙенсәлектәре ирәктеләрҙә көслө яугир һыҙаттары формалашыуға килтерә. Текән— Советтар Союзы Геройы Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улының тыуған ауылы. Ул— Текән башҡорто Сәйетғәли Ғәлиәхмәтов улы[4].

Хәҙерге Балтас районы территорияһында Ирәктеләр тарафынан Текән, Ҡанһөйәр (Түбәнге Ҡанһөйәр), Сурапан ауылдарына нигеҙ һалына, күрше Борай районында бер нисә ирәкте ауылы, Тәтешле районында, мәҫәлән, Иҫке Күрҙем, Аҡсәйет, Иҫке Соҡор, Хәмит (Яңғыҙнарат) һ.б. бар[5]

1795 йылда ауылда 12 йортта 52 башҡорт теркәлгән. 1859 йылдың X ревизияһына ярашлы, ауылда 43 йорт булған, бында 270 башҡорт йәшәгән[6] . 1920 йылда ауылда 642 кеше (115 йорт) йәшәгән[7].. File 1990 йылдар башына тиклем ауылда төп дөйөм белем биреү мәктәбе эшләгән.

Ауыл атамаһы, бәлки, башҡорт телендәге «төкөн» (берәй нимәнең аҙағы, бөтөүе, сик, рус."завершение, окончание, граница"), йәки боронғо төрки «тикән» (энә, сәнскеле ҡыуаҡлыҡ) һүҙенән килеп сыҡҡандыр, тип фаразлана. «Дүкән»- "тимерлек"тең боронғо исеме. ««Төкөн» (варианттары Өтөкөн, Өтөүкән һ.б.)- боронғо төркиҙәрҙә ырыу-йорт усағы илаһы, аллаһы [8][9] Түкән- «туҡ», «тулы кәүҙәле» (бала), рус.«карапуз».

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 96 45 51 46,9 53,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 29 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Шауъяҙы): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 68 км
  • Үҙәк урам, (рус. Центральная (улица))
  • Гагарин урамы, (рус.  Гагарина (улица))
  • Октябрь урамы, (рус.  Октябрьская (улица))

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғабдулхай Сәйет улы Сәйетов (3 апрель, 1924 йыл — 14 октябрь, 1971 йыл) — 988-се уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы (230-сы уҡсылар дивизияһы, 5-се удар армияһы, 1-се Белорус фронты), сержант, Советтар Союзы Геройы.