Тәлбиә
Уҡыу көйләүҙәре
Тәлбиә | |
Атамаһы | التلبية |
---|---|
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Тәлбиә (ғәр. التلبية), ләббәйкә — хаж ҡылыусылар тарафынан ихрам хәленә ингәндә ҡат-ҡат ҡабатлана торған доға. Тәлбиә ғәрәп телендә әйтелә, тауыш көсәйткестәр аша ла яңғыратып торола. Сөнниҙәр ҙә, шиғыйҙар ҙа бер үк төрлө әйтә.
Текст
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәрәп телендә: لَبَّيْكَ اللّهُمَّ لَبَّيْكَ، لَبَّيْكَ لا شَرِيكَ لَكَ لَبَّيْكَ، إِنّ الحَمْدَ وَالنِّعْمَةَ لَكَ وَالملكَ، لا شَرِيكَ لَكَ
- Транскрипция: Ләббәйкә, Аллаһүммә, ләббәйкә, ләббәйкә лә шәрикә лә-кә, ләббәйкә; иннә-л-хәмдә, үә-н-ниғмәтә, лә-кә үә-л-мүлк, лә шәрикә лә-кә!
- Тәржемә: «Бына мин Һинең алдыңда, Аллаһым, Һиңә тиңдәш (ширк) юҡ, бына мин Һинең алдыңда; ысынында, Һиңә маҡтау, һинең рәхмәтең үә ниғмәтең,үә мөлкәтең киң, Һиңә тиңдәш (ширк) юҡ!»
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, хаж ҡылыу Ибраһим Пәйғәмбәр заманынан һаҡланған. Ул үҙгәрешһеҙ тиерлек Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманына һәм беҙҙең осорға тиклем килеп еткән. Мәккә мөшриктәре хажда ҡылына торған ғибәҙәттәрҙе боҙған, улар араһында тәлбиә лә бар. Хәҙистәр йыйынтығында (имам Мөслим- «Сәхих») Мәккә мөшриктәре һамаҡлаған тәлбиә һүҙҙәре теркәлгән.
Әбү Зәмилдең (р. ғ.) әйтеүе буйынса, Абдуллаһ ибн Аббас (р.ғ.) былай тигән: «Мөшриктәр : „Бына мин Һинең алдыңда,Һиңә тиңдәш (ширк) юҡ!“ тип уҡынғас, (шул саҡ) Пәйғәмбәр, туҡтатырға теләгән: „Ҡәһәр һеҙгә! Ары дауам итмәгеҙ, итмәгеҙ!“, тик улар дауам итә: „ (Шул-шул) ширктән башҡа, Һин уға һәм ул хужа булған бар нәмәгә хужа.“ Улар быны Ҡәғбә тирәләй тауаф ҡылғанда һамаҡлағандар .»— Муслим. Хадис № 1185 // Сб. хадисов «Сахих»[1]
Тәлбиә тураһында хәҙистәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Хаж ҡылғандағы тәлбиә | |
Hajj (Arafat) orignal Labiak | |
Labbaik Allah Beautiful Arabic Nasheed | |
Talbiya- Labbaika-llahumma labbaik | |
Hajj 2011. Labaik ALLAHuma Labaik | |
Labaik Allahuma Labaik |
- Абдуллаһ ибн Үмәр р.ғ. хәтерләүенсә, Рәсүлулла Зүл-Хәлифә мәсете янынан дөйәгә атланып уҙғанда ошондай тәһлил әйткән:«Бына мин Һинең алдыңда, Аллаһым, бына мин Һинең алдыңда!Бына мин Һинең алдыңда! Һиңә тиңдәш (ширк) юҡ!Һиңә маҡтау, Һин рәхимле, хакимлыҡ Һинең ҡулыңда!Һиңә тиңдәш (ширк) юҡ!» Абдуллахһ ибн Үмәр: «Был Рәсүлуллаһ тәлбиәһе" тигән. Нәфи әйткән: "Абдуллаһ өҫтәп әйтә ине: «Ләббәйкә, ләббәйкә үә сәғдәйк. Үәл-хәйрә биәдәйкә ләббәйк. Үәрруғәбә-ү илейкә үәл-ғәмәл» (Муслим. Хадис № 1184—1 // Сб. хадисов «Сахих»[1])
- Әбү Бәкр әс-Сиддиҡ р.ғ. ошондай хәҙис ҡалдырған: Рәсүлулланан бер саҡ, хаж ғәмәлдәренән нимәләр иң яҡшыһы, тип һорағандар. Ул: «Тәлбиә (геүләүе) һәм ҡорбан салыу" (Сборники хадисов Ибн Маджа и ат-Тирмизи[2])
- Мөхәммәт Рәсүлуллаһ әйткән: «Тәлбиәне кем генә әйтмәһен, уның менән бергә мотлаҡ уңдан да, һулдан да таштар, ағастар, күҙ ҡарашы еткән тиклем һәр тарафтан уға ҡушылып бар нәмә тәлбиә әйтер». (Сборники хадисов Ибн Маджа и ат-Тирмизи[2])
- Әйтеүҙәренсә, Хәлләд ибн әс-Сәиб атаһының һөйләгәнен бәйән иткән: Рәсүлулла былай тигән: «Миңә Ябраил фәрештә килде лә сәхәбәләремдән тәлбиәне ҡысҡырып әйттерергә бойороҡ бирҙе ». (Ибн Хаджар аль-Аскаляни. Хадис № 714 // Булуг аль-Марам мин Адиллат аль-Ахкам)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Тәлбиә (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Ҡалып:ЭИ/2
- Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.