Эстәлеккә күсергә

Ҡорман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тәлпән битенән йүнәлтелде)
Ҡорман
Ҡорман
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡылсыҡлы балыҡтар
Отряд: Карп һымаҡтар
Ғаилә: Карптар
Ырыу: Ҡорман балыҡтар
Төр: Ҡорман
Латинса исеме
Abramis brama
(Linnaeus, 1758)
Төрҙәштәре
  • A. b. brama
  • A. b. danubii
  • A. b. orientalis
ITIS 163666
NCBI 38527
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 135696

Ҡорман, Тәлпән (йәш ҡорман), Табан балыҡ (рус. Лещ, йәки обыкновенный лещ, йәки восточный лещ, йәки дунайский лещ[1] (лат. Abramis brama)[2]) — карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ.

Карелияла тотолған ҡорман

Кәүҙәһе бейек, иң бейек урыны кәүҙә оҙонлоғоноң өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Ян-яҡтан ҡыҫылған. Башы һәм ауыҙы бәләкәй. Ауыҙы түңәрәкләнеп тамамлана.

Йәш ҡормандар(ҡарағанат тип йөрөтөлә) көмөш кеүек ялтырап торған аҡ-һорғолт төҫтә булһа, ҙурыраҡтары иһә алтынһыу көрәнерәк төҫтә.

Кәүҙәһенең оҙонлоғо 82 см, ауырлығы — 6 кг етә, 23 йыл йәшәй ала[3].

Ҡорман төркөмдәргә туплана, башлыса тәрән, үҫентеләр менән ҡапланған урындарҙы ярата. Һаҡ. Соҡорҙары булған тобаларҙа, тирмән сөнгөлдәрендә, йәйгесә көпләнгән йөк кәмәләре һәм һал аҫтында ла осратырға ла мөмкин.

Ауыҙының ялпаҡ булыуы йомшаҡ ләмдә аҙыҡ табыу өсөн бик ҡулай. Балағорттары зоопланктон менән туҡлана. Селбәрәләре, 30 мм оҙонлоҡҡа еткәс, бентос менән туҡланыуға күсә. Бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтары, трубочниктар, ҡабырсаҡтар һәм ҡусҡарҙар менән туҡлана. Шулай уҡ ылымыҡтарҙы ла аҙыҡ урынына ҡуллана алалар[4].

Был балыҡтар ҙур күлдәрҙә йәки көслө ағымлы йылғаларҙа ҙур көтөүҙәргә йыйыла. Ундай көтөүҙәр һыу ятҡылыҡтарының төбөн ҡалдыҡһыҙ таҙарта һәм, үҙҙәре артынан таҙартылған «юл» ҡалдырып, бик етеҙ хәрәкәт итә.

Ҡормандар тәрән урындарҙа ҡышлай. Волга тамағында йәшәгәндәр диңгеҙҙә ҡышлай, бер өлөшө йылғаға инә.

Ҡорман 3 йәштән 4 йәшкә тиклем енси өлгөрә. Ыуылдырығын һәр ваҡыт үләнле һайлыҡтарҙа, һай ҡултыҡтарға сәсә, был ваҡытта ҡаты итеп ҡарпый. Һыу 21 °С[5] тиклем йылынғас, 92 — 338 мең самаһы ыуылдырыҡ һала.

Рәсәйҙең үҙәк һәм төньяғында ыуылдырыҡ сәсеү ваҡыты май башында, көньяҡта апрель урталарынан ғына башлана.

Ҡорман балыҡ Үҙәк һәм Төньяҡ Европала Төньяҡ, Балтик, Каспий, Ҡара һәм Аҙау диңгеҙҙәре бассейндарында осрай, Себерҙә Обь, Иртыш һәм Йәнәсәй йылғалары бассейндарында климатҡа яраҡлаштырылған. 1930 йылдарҙа Урал аръяғы күлдәренә индерелә[6]. Арал диңгеҙендә, Балхаш күлендә һәм Һырдаръяның түбәнге ағымында бар. Алыҫ Төньяҡта һәм элекке СССР территорияһының көньяғында юҡ. Төньяҡ Двинала һаны бик аҙ һәм бында Волга системаһы каналдары аша үтеп инеүе мөмкин. Кавказ аръяғында бер нисә урында (Ленкарань эргәһендә һәм Палеостоми күлендә, шулай уҡ Мингечаур һыуһаҡлағысында) ғына осрай. Күлдә, быуала, йылғала, Каспий, Азов һәм Арал диңгеҙҙәре һыуһаҡлағыстарында һәм татырлы һыу ятҡылыҡтарында йәшәй.

Кәсепселек йәһәтенән әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡалып:F-

Ҡиммәтле балыҡ. Донъя буйынса 1999 йылда 62,9 мең тонна ауланған. Балыҡты йылым һәм йәтмә ярҙамында тоталар[4].

Сауҙала ҡаҡланған, ыҫланған, яңы тотолған һәм туңдырылған килеш һатыла. Шулай уҡ консервалар яһау өсөн файҙаланыла.

Кариотип: 50 хромосом (2n), FN = 80[7].

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «лещ» мәҡәләһе бар
  1. Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 133. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.
  2. Молодые особи — Ҡалып:F+, которых на Юге России называют чебаки́
  3. Ҡалып:FishBase
  4. 4,0 4,1 Промысловые рыбы России: в 2 томах / Под ред. О. Ф. Гриценко, А. Н. Котляра, Б. Н. Котенёва. — М.: Издательство ВНИРО, 2006. — Т. 1. — С. 168—170. — 656 с. — ISBN 5-85382-229-2.
  5. Targońska K. et al. Influence of temperature during four following spawning seasons on the spawning effectiveness of common bream, Abramis brama (L.) under natural and controlled conditions (инг.) // Journal of Thermal Biology. — 2014. — Vol. 39. — № January. — P. 17—23. — ISSN 0306-4565. — DOI:10.1016/j.jtherbio.2013.11.005 Архивировано из первоисточника 24 сентябрь 2015.
  6. Смагин А. И. Экология водоёмов зоны техногенной радиационной аномалии на Южном Урале: Автореферат диссертации … по специальности 03.00.16 / Институт экологии и эволюции имени А. Н. Северцова РАН (г. Пермь). — Озёрск: Георгий. — 2008. — 51 с. — С. 13. Архивная копия от 8 май 2018 на Wayback Machine
  7. Васильев В. П. Эволюционная кариология рыб. — М.: Наука, 1985. — 300 с.