Эстәлеккә күсергә

Төркмән теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Төрөкмән теле битенән йүнәлтелде)
Төркмән теле
Телдең үҙатамаһы

Türkmençe, Türkmen dili, Түркменче, Түркмен дили, تورکمن ﺗﻴﻠی ,تورکمنچه

Илдәр

Төркмәнстан, Иран, Афғанстан, Төркиә, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Рәсәй

Рәсми хәле

Төркмәнстан Төркмәнстан

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

6 563 000[1]

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай телдәре (бәхәсле)

Төрки тармаҡ
Уғыҙ төркөмө
Уғыҙ-Төркмән төркөмсәһе[2]
Әлифба

латиница, кириллица[1], ғәрәп алфавиты (Төркмән имләһе)

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

тук 695

ISO 639-1

tk

ISO 639-2

tuk

ISO 639-3

tuk

Был телдә Википедия

Төркмән теле (Төркмән теле; төркм. Türkmen dili, Түркмен дили) — Төркмәндәрҙең милли теле, Төркмәнстандың дәүләт теле. Төрки телдәрҙең уғыҙ төркөмөнә ҡарай. Территориаль рәүештә Төркмәнстанда, һәм шулай уҡ Иранда, Афғанстанда, Төркиәлә, Тажикстанда, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Ҡырғыҙстанда, Әзербайжанда, Рәсәйҙә (Ставрополь крайында һәм Әстерхан өлкәһендә) таралған.

Б.э. VI—VII быуаттарында көньяҡ-көнбайыш Азияға беренсе төрки телле ҡәбиләләр күренә башлай. VIII—IX быуаттарға уғыҙ ҡәбиләләре Урал тауҙары һәм Арал диңгеҙе араһындағы биләмәләрҙә урынлаша. Ошо осор тирәһендә уғыҙ атамаһы ла барлыҡҡа килгән. XIV—XV быаттарға Төркөстанда уғыҙ ҡәбиләләре шул дәрәжәлә берләшә, һәм уларҙы бер халыҡ тип атарға мөмкин булыр ине. Улар уртаҡ традицияларҙы тотһалар ҙа, төрлө ҡәбиләләрҙең ҡараштарында татыулыҡ булмаған (Төркмәнстанда бөгөнгө көнгә саҡлы клан аңы йәшәй)[3].

Классик төркмән шиғриәтенең сәскә атыуы XVIII—XIX быуаттарға тура килә. Был осорҙоң төркмән теле Дөүлетмәмет Азади, Сәйетназар Сәйди, Мәхтүмҡолой, Молланәфәс, Кемине (Мәмметвәли) һ.б. шиғриәтендә сағылған. Революцияға тиклемге төркмән халыҡ ижады өлгөләре аныҡ ҡына яҙып алынмаған, шуның өсөн һаҡланмаған; был тел тураһында ауыҙ-тел ижадына таянып ситләтелгән фекер йөрөтөү мөмкин.

XX быуат башында әҙәби төркмән теле формалаша башлай. Күп кенә сығанаҡтарҙа йә текин йә йомуд диалекттары әҙәби телгә нигеҙ булған тип раҫларға тырышһалар ҙа, хәҙерге төркмән әҙәби телендә йомуд диалекты һыҙаттары ла, текин диалекты һыҙаттары ла берләштерелгәненә дәлилдәр күп[4].

1913 йылда Иван Александрович Беляев тәүге "Рус-төркмән һүҙлеге"н, ә 1915 йылда "Төркмән теле грамматикаһы"н баҫтыра. Совет осоронда төркмән телен өйрәнеүгә Александр Николаевич Самойлович, Александр Петрович Поцелуевский һәм башҡа ғалимдар мөһим өлөш индерҙе.

1940 йылдан һуң һәм рәсми документация, юғары белем һәм фән рус теленә күсерелгәнлектән, милләттең ҡайһы бер ағзалары төркмән телен ҡулланыуҙан баш тартыу юлына баҫтылар. 1940 йылдан алып 1991 йылдарға тилемге осорҙа төркмән теле рус теле лексикаһын бик күп үҙләштерә (һәм был күренеш, үҙ сиратында, сингармонизм принцибын боҙа)[5].

СССР тарҡалғандан һуң, төркмән теле Төрмәнстандың рәсми теле итеп иғлан ителә, ә 2000 йылдан башлап Төркмәнстанда бөтә рәсми документация һәм тел менән бәйле башҡа өлкәләрҙәге эшмәкәрлек тә фәҡәт төркмән телендә генә атҡарыла. 2016 йылда Төркмәнстан бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң, тәүге тапҡыр «Төркмән теленең аңлатмалы һүҙлеге» (50 меңгә яҡын һүҙ) һәм «Төркмән теленең орфографик һүҙлеге» (110 меңгә яҡын һүҙ) баҫылып сыға[6].

Генеалогик һәм ареал характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социолингвистик мәғлүмәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмән телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 7 млн кешегә яҡын[1], һәм уларҙың күпселеге Төркмәнстан Конституцияһы төркмән теле дәүләт теле итеп нығытылған Төркмәнстанда йәшәй.

Донъяла төркмән телендә һөйләшеүселәр һаны
Төбәк Өлкә Һаны
Төркмәнстан Бар урында ла 3 820 000[1]
Афғанстан Бадгис, Балх провинцияһы, Фарьяб, Герат провинцияһы, Хоуцзян, Ҡондос, Үзбәкстан, Тажикстан менән төньяҡ сик. 1 500 000[1]
Иран Гөлистан, Хөрәсән-Резави, Төньяҡ Хөрәсән (Төркмәнстан менән сиктәш райондар), Мазандаран (Гомбеде-Кавус һәм Пәхләүи-Деж) 1 030 000[1]
Ирак - 400 000[1]
Сүриә - 150 000[1]
Рәсәй Ставрополь крайы һәм Әстерхан өлкәһе (Атал, Фунтово-1 һәм 2 ауылдары) 30 767[8]
Төркиә Тоҡат провинцияһы ?[1]

Төркмән теле күп һанлы диалекттарҙан тора. Нигеҙҙә, улар ике төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә иң әһәмиәтле диалекттар: йомуд (көнбайыш райондар һәм Ташауз округының күпселек өлөшө (хәҙерге Дашогуз виләйәте)), текин (Ҡазил-Авраттан алып Байрам-Алиға тмиклем, үҙәк өлөшө), гоклен (Мәхтүмҡолой этрабы), салыр (Йөлөтен этрабы һәм Тагтабазар этрабы) һәм эрсари (көнсығыш райондары) диалекттары инә. Икенсе төркөмгә Иран һәм Үзбәкстан (нохурли, анаули, хасарли, нерезим һ.б. диалекттар) сиктәре буйлап урынлашҡан биләмәләргә ҡараусы байтаҡ ваҡ диалекттар инә[9].

Фонетик составы буйынса беренсе төркөм диалекттары бөтөнләй тиерлек бер төрлө. Ирен сингармонизмына ҡағылғанда, йомуд һәм эрсари диалекттарында ул ныҡ һиҙелмәһә лә, башҡа диалекттарҙа (бигерәк тә гоклен һәм текин) ирен сингармонизмы һүҙҙең бөтә нигеҙенә тарала, ә ваҡыты менән хатта һүҙ үҙгәрттеүсе аффикстарҙы ла йәлеп итә.

Икенсе төркөм диалекттары, фонетика өлкәһендә күп һанлы айырмалыҡтары булғанлыҡтан, беренсе төркөм диалекттарынан айырымланыбыраҡ тора. Мәҫәлән, был диалекттарҙың күпселегендә аҙаҡҡы [k] [θ]-гә һәм [ð]-гә күсә. Төркмән теленә хас булмаған тартынҡыларҙың палатализацияһы күҙәтелә, шулай уҡ йыш ҡына сингармонизм законы боҙола[4].

Ставрополь төркмәндәренең диалекты трүхмән теле тип атала[10].

Ике теллелек (билингвизм)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1940 йылдар тирәһенән Төркмәнстан йәмғиәт тормошоноң бик күп өлкәләрендә рус теле ҡулланыла башлай. Рус теле, рәсми тел, юғары белем һәм фән теле булараҡ, ҡулланыла. Төркмәндәрҙең күпселеге рус телен, икенсе туған теле һымаҡ күреп, тыуыу менән өйрәнә башлай. Был төркмән телендә тотош бер ҡатлам лексиканың туранан-тура рус теленән алынған үҙләштермәләрҙән тороуына килтерә. Рус теленең баҫымы шул дәрәжәлә көслө була, 1991 йылға Төркмәнстанда йәшәүсе этник төркмәндәрҙең ҙур бер төркөм халыҡтың туған телендә бөтөнләй һөйләшә белмәүе асыҡлана.[11]

1924 й. һуң төркмән теленең ғәрәп алфавиты

1922 һәм 1924 йылдарҙа, һуҙынҡы өндәрҙең күбеһен айырыу маҡсатында һуҙынҡы хәрефтәрҙең өҫтөнә һәм алдынан өҫтәп, диакритик билдәләр ҡуйыу буйынса реформа үткәрелә[12].

Төркмән теле яҙмаһын яҙыр өсөн ғәрәп алфавиты әлегә тиклем Иранда, Ираҡта һәм Афғанстанда ҡулланыла.

1920-се йылдарҙа, бөтә союз латинлаштырыу проекты сиктәрендә яңы төрки алфавитҡа (шулай уҡ яңәлиф булараҡ билдәле) күсеү башлана.

1925 йылда республика гәзиттәре «Türkmenistan» (ғәрәп яҙмаһы تورکمەنستان) латин графикаһына күсә башлай. Тәүҙәрәк гәзиттең атамаһы яңы са яҙылып сыға, һуңыраҡ алфавит диаграммалары бирелгән «Täze Elipbiyi Bölimi» тигән махсус бүлек күрһәтелә.

1929 йылдың 7 авгусында СССР Үҙәк башҡарма комитеты һәм СССР Халыҡ комиссарҙары советының «СССР-ҙа йәшәүсе ғәрәп яҙмалы халыҡтарының латинлаштырылған алфавиты тураһында» тигән постановлениеһы менән латиницаға күсереүгә рәсми статус бирелә. Яңәлиф мәктәптәрҙә, гәзиттәрҙә, дәүләт документтарында һәм әҙәбиәттә 1928 йылдан 1940 йылға саҡлы ҡулланылған[12].

Кириллица нигеҙендәге яҙма

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Төркмән теленең кириллик алфавиты

1930-сы йылдар аҙағында төрки телле алфавиттарҙы кириллица хәрефтәре менән алмаштырыу проекты тормошҡа ашырыла башлай.

1939 йылда Төркмән ССР-ы Юғары Советы Президиумы Тел һәм әҙәбиәт фәнни-тикшеренеү институтына кириллик алфавит проектын төҙөргә ҡуша[12].

Кириллик алфавит проекты тәүге тапҡыр 1940 йылдың апрелендә баҫылып сыға, һәм май айында Төркмән СССР-ы Халыҡ Комиссарҙары республиканың бөтә дәүләт һәм йәмәғәт учреждениеларының яңы алфавитҡа күсеүе тураһында постановление сығара[12].

Кирилл алфавиты Төркмәнстанда 1993 йылға тиклем ҡулланыла. Төркмәнстан сиктәренән башҡа төбәктәрҙә төркмән телендә яҙыр өсөн кириллица әлеге көндә лә ҡулланыла.

Хәҙерге заман төркмән алфавиты

СССР тарҡалғандан һуң, 1992 йылда, төркмән телен латин алфавитына күсереү масатында бер нимә проект төҙөлә, һәм шуның береһе «Türkmenistan» гәзитендә лә баҫылып сыға.

1993 йылдың ғинуарында Төркмәнстан Фәндәр Академияһында яңы алфавит мәсьәләһенә арналған ултырыш үтә. Февралдә матбуғатта алфавиттың яңы варианты баҫыла. 12 апрелдә Төркмәнстан Парламенты яңы алфавит тураһындағы президент указын раҫлай. Был алфавиттың үҙенсәлеге булып хәреф сифатында фунт (£), йена (¥) һәм доллар ($) билдәләрен ҡулланыу тора[13].

Тиҙҙән был алфавит урынына хәҙер ҙә ҡулланылған икенсе вариант тәҡдим ителә. 2000 йылдан алып был алфавит Төркмәнстандың бөтә рәсми өлкәләрендә лә ҡулланылған берҙән-бер алфавит була[14].

Типологик характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поссесив исем төркөмөндә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмән теленең поссесив исем төркөмөндә иң йышлыҡлыһы икеләтә двойное маркирлау тора:

Adam-yň jaý-y

Кеше-GEN өй-POSS.3SG

«Кешенең өйө».

Шулай уҡ -ky аффиксын ҡушып, бәйләнгәнлек маркирлауы булыуы мөмкин, ләкин ул күпкә һирәгерәк осрай:

Jaý adam-yň-ky

өй кеше-GEN-ABS.POSS

«Кешенең өйө».

Предикацияла бәйләнгәнлек маркирлауы ҡулланыла:

Erkek aýal-a hat-y ýaz-dy-Ø

Ир кеше-NOM ҡатын-DAT хат-ACC яҙҙы-PST-3SG

«Ир кеше ҡатын-ҡыҙға хат яҙҙы».

Грамматик мәғәнәләрҙе белдереү тибы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмән телендә грамматик мәғәнәләрҙе белдереүҙең синтетик формалары өҫтөнлөк итә:

Men ukla-mag-y gowy gör-ýär-in

Мин-NOM йоҡларға-INF-ACC яҡшы ҡарарға-PRS-1SG

«Мин йоҡларға яратам».

Ролле кодировка тибы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ролле кодировка тибы — Төбәү килеш (аккузатив):

1) Erkek ukla-dy-Ø

Кеше-NOM йоҡларға-PST-3SG

«Кеше йоҡланы»;

2) Erkek ylga-ýar-Ø

Кеше-NOM йүгерергә-PRS-3SG

«Кеше йүгерҙе»;

3) Erkek it-i ur-dy-Ø

Кеше-NOM эт-ACC һуғырға-PST-3SG

«Кеше этте һуҡты».

Һүҙҙәрҙең нигеҙ тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөйләмдең төп киҫәктәрендә һүҙҙәрҙең нигеҙ тәртибе — SOV:

Aýal geýim-i al-dy-Ø

Ҡатын-NOM кейем-ACC алырға-PST-3SG

«Ҡатын кейем алды».

Морфемалар араһындағы сиктең үҙенсәлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпселек төрки телдәрҙәге кеүек, төркмән телендә лә агглютинация күҙәтелә. Морфемалар фузияға тарттырылмай:

Men gör-ýär-in pişik-ler-i

Мин-NOM күрергә-PRS-1SG бесәй-PL-ACC

«Мин бесәйҙәр күрәм».

Ябай телмәрҙә фузия күҙәтелеүе мөмкин:[15]

Men gör-ýän pişik-ler-i

Мин-NOM күрергә-PRS.1SG бесәй-PL-ACC

«Мин бесәйҙәр күрәм».

Һуҙынҡылар составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмән теленең вокализм системаһы 9 һуҙынҡы фонеманан тора[16]:

Алғы рәт Урта рәт Артҡы рәт
Иренләшмәгән Иренләшкән Иренләшмәгән Иренләшмәгән Иренләшкән
Үрге торош (күтәрелеш) һуҙынҡылары i y ɨ u
Урта торош (күтәрелеш) һуҙынҡылары e ø о
Түбәнге торош (күтәрелеш) һуҙынҡылары æ ɑ

Иҫәп билдәһе буйынса мәғәнә айырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмән телендә оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡылар бар; оҙонлоҡ ҡайһы берҙә һүҙҙең мәғәнәһенә йоғонто яһай[15]:

Оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡылар
Ҡыҫҡа Тәржемәһе Оҙон Тәржемәһе
at «Ат» a: t «Исем»
bill «Бел» bi: l «Бил»
ot «Үлән» o: t «Ут»
pil «Фил» pi: l «Көрәк»
daş «Йыраҡ» da:ş «Таш»
ýaz «Яҙ» ýa: z «Яҙ»
tut «Тот» tu: t «Тут»
öl «Үл» ö:l «Еүеш»

Һуҙынҡыларҙың сингармонизмы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмән теленә уркменского алғы/алғы түгел һуҙынҡыларҙың сингармонизмы хас. Әгәр һүҙ формаһында беренсе һуҙынҡы фонема алғы рәттеке (e, i, ä, ü) икән, был һүҙ формаһында ҡалған һуҙынҡылар ҙа алғы рәттеке булырға тейеш. Әгәр һүҙ формаһында беренсе һуҙынҡы фонема алғы рәттеке түгел икән, был һүҙ формаһында ҡалған һуҙынҡылар ҙа алғы түгел рәттеке булырға тейеш. Һәр һүҙҙәр төркөмө өсөн (һуҙынҡыларҙың алғы һәм артҡы рәте) үҙенә генә хас, сингармонизм законына ҡаршы килмәҫлек, һүҙ үҙгәртеүсе аффикстар йыйылмаһы бар. Бары тик үҙләштерелгән һүҙҙәр генә был ҡанунилыҡтан тайпыла[5].

Тартынҡылар составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Консонантизм системаһы 26 тартынҡыны үҙ эсенә ала[16]:

Билабиаль Лабио-денталь Денталь Альвеоляр тартынҡылар Ретрофлекслы тартынҡылар Альвео-палаталь Палаталь тартынҡылар Веляр Лабио-веляр Йотоу Глотальные
Шартлаулы тартынҡылар p b t d k g
Фрикативные (ышҡылыу) тартынҡылары f v θ ð s z ʂ ʐ h
Аффрикаттар d͡ʐ t̠ʃ
Танау тартынҡылары m n ŋ
Латеральные l
Ҡалтырауыҡ татынҡылар r
Глайдтар w j

Башҡа фонетик үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фонетик яҡтан төркмән теле башҡа төрки ғаиләһе телдәренән (башҡорт теленән башҡа) бик мөһим булмаған ваҡлыҡтар менән айырыла. S һәм Z (теләһә ниндәй позицияла ла) — тешкә-теш, йәғни һаңғырау теш фрикатив тартынҡы θ һәм яңғырау теш фрикатив тартынҡы — ð; 1-се ижектең «киң» һуҙынҡыларынан һуң иренләшкән ассимиляция (dogan («бер туған эне») тип яҙғанды doga°n тип әйтеү) һ. б. Текин диалектына «эске флексия йәғни ялғау» осраҡтары хас: durar тиер урынға — dūr «ул тора», geler тиер урынға gēr — «ул килер» һ. б. Несовершенный видтағы сифат ҡылымдан причастие башҡа (alýān «алыусы», berýēn «биреүсе»), шулай уҡ совершенный видтағы сифат ҡылымдар бар (alan «алған», beren «биргән»).

Төркмән теле һүҙлегендә ғәрәп һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр һиҙелерлек күп булыу сәбәпле, сәйәси күҙлектән сығып, совет осоронда терминологик төҙөлөш һәм асыҡтан-асыҡ руслаштырыу яғынан көрәш алып барылған.

  • Туркменизация
  • Сирийско-туркменские диалекты
  • Трухменский язык
  • Туркменская степь
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 Ethnologue: Languages of the World, Sixteenth edition. Dallas, Tex.: SIL International. Online: Report for language code: tuk
  2. үhttps://books.google.ru/books?id=BUVXAAAAMAAJ&q=огузо-туркменская&dq=огузо-туркменская&hl=ru&sa=X&ved=0ahUKEwje_M2J8vzKAhUGEXIKHSHYA1QQ6AEIIzAC «Тюркские языки» Стр. 117] // Н. А. Баскаков., Изд-во восточной лит-ры, 1960
  3. Баскаков Н. А., К истории изучения туркменского языка, Ашхабад, 1965
  4. 4,0 4,1 Поцелуевский А. П., Диалекты туркменского языка., Ашхабад, 1936, с. 49-55
  5. 5,0 5,1 Грамматика туркменского языка, ч. 1. Фонетика и морфология. Ашхабад, 1970
  6. Туркменистан: золотой век 2016 йыл 12 апрель архивланған.
  7. АЛТАЙСКАЯ ПРОБЛЕМА И ПРОИСХОЖДЕНИЕЯПОНСКОГО ЯЗЫКА
  8. По данным всероссийской переписи населения 2010 года
  9. Диалекты туркменского языка. Поцелуевский А. П., Ашхабад, 1936, с. 29-30
  10. Лингвистический энциклопедический словарь. Институт языкознания АН СССР. М. — «Советская энциклопедия», 1990, с. 524—525
  11. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Б. Чарыяров Из истории туркменского алфавита (рус.) // Вопросы совершенствования алфавитов тюркских языков СССР. — М.: Наука, 1972. — С. 149—156.
  13. Michael Everson. Some Türkmen alphabets (ингл.). Unicode (1 июнь 2000).
  14. М. Соегов Новый туркменский алфавит: некоторые вопросы его разработки и принятия. — İktisat ve Girişimcilik Üniversitesi, Türk Dünyası Kırgız – Türk Sosyal Bilimler Enstitüsü. Архивировано из первоисточника 2 апрель 2015.
  15. 15,0 15,1 Turkmen Language Grammar Guide. U.S. Peace Corps Turkmenistan
  16. 16,0 16,1 Сопоставительный анализ фонетических систем английского, французского и туркменского языков

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "Афганистан" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.