Эстәлеккә күсергә

Төрки телдәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тюркские языки битенән йүнәлтелде)
Төрки телдәр
Таксон

тармаҡ

Тарихи тыуған иле

Көньяҡ Себер, Алтай, Үҙәк Азия

Статус

дөйөм танылған

Ареал

Балҡандан Яҡутсанға тиклем

Телде белеүселәр һаны

167,4 миллиондан артыҡ кеше

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Ностратик телдәр (гипотеза)

Урал-алтай гипотезаһы (гипотеза)
Алтай телдәре (гипотеза)
Состав

мәҡәләне ҡара

Бүленгән ваҡыты

Б.Э.Т. I быуат тирәһе

Телдәрҙең кодтары
ISO 639-2

ISO 639-5

trk

Төрки телдәр — Алтай макро-ғаиләһенә ингән ҡәрҙәш телдәр ғаиләһе; Азияла һәм Көнсығыш Европала киң таралған. Төрки телдәрҙә оло биләмәлә — Көнсығыш Себерҙәге Лена йылғаһынан алып Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарына тиклем йәшәүселәр — һөйләшә.

Һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 167,4 миллиондан артыҡ кеше.

Төрки тәүтел Көньяҡ Себерҙә һәм Алтайҙа б.э.т. I быуатта барлыҡҡа килгән тип һанала. Төрки телдәре ғәҙәттә Алтай макро-ғаиләһенә индерелә, әммә һуңғы ваҡытта ҡайһы бер тюркологтар (төрки тел белгестәре) быны шик аҫтына ала башланы. Төрки телдәр был макро-ғаиләләге монгол телдәренә оҡшаш.

Төрки телдәр үҙ сиратында Уғыҙ, Ҡыпсаҡ, Ҡарлуҡ, Көньяҡ Себер, Яҡут һәм Болғар тел төркөмдәренә бүленә.

Уғыҙ төркөмө: Төрөк, Төрөк-месхетин, Гагауз, Әзербайжан, Ирандың,Иракдың төрки ҡәбиләләре телдәре, Шахсевендар, Кашкайҙар, Каджарҙар, Төрөкмән, Салар телдәре;

Ҡыпсаҡ төркөмө: Татар, Керәшен, Нуғайбәк, Себер татар, Ҡырым татар, Башҡорт, Ҡарасай, Балҡар, Ҡарайым, Ҡырымсаҡ , Ҡумыҡ теле, Нуғай, Ҡаҙаҡ, Ҡарағалпаҡ, Ҡырғыҙ;

Ҡырым татарҙарының Ҡырым ярымутрауының көньяҡ өлөшендә йәшәгәндәре уғыҙ төркөменә кергән диалектта һөйләшә.

Ҡарлуҡ төркөмө
Үзбәк, Уйғыр, Эйну;
Көньяҡ Себер төркөмө
Алтай, Телеут, Чулым (урыҫса), Шор, Хакас, Тыва, Тофа, Юйгу;
Саха төркөмө
Саха (Яҡут), Долгандар теле;
Болғар төркөмө
Сыуаш.
Мәхмүт Ҡашғари буйынса Төрки телдәр (X—XI быуаттар)