Эстәлеккә күсергә

Иҙел-Урал штаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Урал-Волга штаты битенән йүнәлтелде)
Иҙел-Урал флагы (Исхаҡ Ғаяздың «Иҙел-Урал» китабы буйынса, 1933)
Иҙел-Урал штаты
татар. İdel-Ural ştatı
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 1 март 1918
Донъя ҡитғаһы Европа
Административ үҙәк Ҡазан
Идара итеү формаһы республика
Дәүләт башлығы Садри Максуди[d]
Етәксе орган Национальная администрация[d]
Закондар сығарыу органы Национальный меджлис[d]
Алмаштырылған Татаро-Башкирская Советская Республика[d]
Ҡулланылған тел татар теле һәм урыҫ теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 28 март 1918
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине Сөнниҙәр
Карта
 Иҙел-Урал штаты Викимилектә

Урал-Волга штаты (Штат Идель-Урал, татар. Идел-Урал штаты, İdel-Ural ştatı, башҡ. Иҙел-Урал штаты)— тормошҡа ашмаған татар һәм башҡорт милли автономия проекты[1][2][3] Проектты тғәмәлгә индереү бик аҙ ваҡыт — 1918 йылдың 1 мартынан — 28 мартына тиклем Ҡазан ҡалаһының татарҙар йәшәгән "Забулачный республикаһы"нда ғына бара.

Шулай уҡ Эске Рәсәй һәм Себер төрөк-татарҙарының мәҙәни-милли автономияһын (С. Н. Мәҡсүтов), Урал-Волга штатын (Г. Шәрәф), Татар-Башҡорт Совет Социалистик Республикаһын төҙөү проекттары ла була.

Иҙел-Урал Республикаһын тантаналы иғлан итеү тураһындағы афиша

Февраль революцияһы татар халҡының сәйәси әүҙемлегенең йылдам артыуына килтерә. Татар дәүләтселегенең үҫеш юлдары тураһында киң фекер алышыу башланып китә. Башта татар халҡы автономияһының төрлө мәҙәни-милли һәм территориаль автономия формалары фекер алышыуға тәҡдим ителә.

1-се Бөтә Рәсәй мосолман съезы (май, 1917 йыл, Мәскәү) федератив ҡоролош һәм территориаль автономия тураһында резолюция ҡабул итә. Милләт мәжлесендә (Эске Рәсәй һәм Себер мосолман төрөк-татарҙарының милли-мәҙәни автономияһын координациялау органында) (20 ноябрь (2 декабрь) 1917 — 11 (24) ғинуар 1918) автономия ойоштороу тураһында иғлан ителә.

2-се Бөтә Рәсәй хәрби мосолман съезы (Ҡазан, 8 (21) ғинуар — 18 февраль (3 марта) 1918 йыл) РСФСР составында бөтә Өфө, Ҡазан, Симбирск, Һамар, Ырымбур, Пермь һәм Вятка губерналарын үҙ эсенә алған «Иҙел-Урал штаты» ойоштороу һәм уның закон сығарыу һәм Милли идаралыҡ башҡарма органдары, ике (хәрби эштәр һәм сит ил эштәре) комитетын барлыҡҡа килтереү тураһында резолюция ҡабул итә. Съезда Советтар һәм Ойоштороу йыйылышына ҡарата уң фракция (буржуаз федерация яҡлы) һәм һул фракция (Советтар яҡлы) араһында тарҡалыш китә. Советтар яғында торған һул фракция съезды ташлап сығып китә. Әммә эш башланғандан һуң һайланған органдарҙың беренсе ултырышында уҡ 1918 йылдың 16 (29) ғинуарында Ҡазанда Г. Шәрәф һул фракцияның (съезд хупламаған) тәҡдимен раҫларға ҡуша. Был тәҡдим күпселек тауыштан ҡабул ителеү арҡаһында Милли идаралыҡ ағзалары Ғөбәйҙуллин менән Н. Халфин протест йөҙөнән идаралыҡ составынан сыға.

Татарҙар составына («татар милләтенә») башҡорт халҡын индереү тураһындағы проект та шулай уҡ бәхәстәр тыуҙыра.

«Болаҡ аръяғы республикаһы» («Забулачная республика»)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

5 (18) ғинуарҙа Ойоштороу йыйылышын большевиктар ҡыуып таратҡандан һуң сәйәсихәл тағы ла нығыраҡ киҫкенләшә. 1918 йылдың 15 февралендә (1 мартында) буласаҡ Волга-Иҙел штатын иғлан итеүҙе туҡтатыу маҡсатында Ҡазан Эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары Советы 15 (28) февралдә ҡалала хәрби хәл индерә. 2-се Бөтә Рәсәй Хәрби мосолман съезы һәм Хәрби Советтың (Хәрби Шураның) етәкселеге ҡулға алына. Артабанғы ваҡиғалар хроникаһы:

  • 15 (28) февралдә кискә табан ҡулға алыныусылар азат ителә, 2-се Бөтә Рәсәй хәрби мосолман съезы Ҡазандындың татарҙар йәшәгән өлөшөнә, Болаҡ йылғаһы аръяғына, үҙенең ултырышын күсерә һәм 16 февралдә (1 мартта) Рәсәй составындағы автономиялы Иҙел-Урал (совет тарихнамәһендә «Забулачная республика» тип аталған) штатын иғлан итә. Съезд ҡарары меәнән булдырылған Совнарком һәм революцион ҡораллы дружиналары штабы әүҙем эшләй башлай. булдырыла, гәзит аша Совнарком «Идель-Урал өлкәсе» гәзите аша Советтарҙы таныу тураһында , Иҙел-Урал штатын яҡларға әҙер бөтә ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерә.
  • 1918 йылдың 15 (28) мартында — «Забулачная республикаһы» Ҡазан ҡыҙылгвардеецтары ҡатнашлығында М. Вәхитов талабы менән Ҡазанға саҡырып алынған хәрби моряктар отрядтары һәм вәисовсылар тарафынан ҡыйратылып, юҡҡа сығарыла.

Мәскәүҙә Милләттәр эштәре буйынса Халыҡ комиссарҙары советы ҡушыуы буйынса Иҙел-Волга штатына альтернатива булараҡ Татар-Башҡорт Республикаһы проектын уйлап сығара.

1918 йылдың 22 мартында ТБСР-ҙың 2 варианты барлыҡҡа килә. Артабан большевиктар "буржуаз милләтселек"кә ҡаршы һөжүмдәрен әүҙемләтә.

24 марттағы декрет (Сталин һәм Вәхитов ҡултамғаһы аҫтында) менән Хәрби шура бөтөрөлә, мөлкәте конфискациялана. 1 майҙа Милли идара һәм уның менән бәйле учреждениелар эшмәкәрлеге тыйыла, мөлкәте конфискациялана.

Май аҙағында Бөтә Рәсәй мосолмандарының үҙәк советы үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата. Милли йыйылыш депутаттарының бер өлөшө «Кесе мәжлес» ойоштора, ул большевиктарҙан буш территорияларҙа эшләүен дауам итә. 1918 йылдың июлендә Чехословакия корпусы менән бергә Урал-Волга штатының Милли хакимиәте өлөшләтә тергеҙелһә лә, ысынбарлыҡта был бер нәмәне лә үҙгәртә алмай.

Бөтә Рәсәй мосолман Хәрби шураһы 1918 йылдың аҙағында үҙ ғәскәре ҡалдыҡтары менән Колчак армияһына 16-сы татар полкы булып инә.

Иҙел-Урал штаты етәксеһе Саҙри Мәҡсуди 1918 йыл аҙағында рөхсәтһеҙ сит илгә сығып китә.

«Иҙел-Урал» Волга-татар легионы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1942 йылдың 15 авгусында Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында СССР-ға ҡаршы сәйәси һуғыш алып барыу маҡсатында Германияла «Иҙел-Урал» легионы ойошторола. Югославиянан арыған словактар өлгөһөндә немец протектораты аҫтында милли республика булдырыу проекты төҙөлә. 1942 йылдың аҙағында легионда йәшерен ойошма эшләй, был ойошма легионды эстән тарҡатыуҙы үҙенә маҡсат итеп ҡуя. Подпольщиктар нацистарға ҡаршы листовкалар баҫтыра, уларҙы легионерҙар араһында тарата.

СССР тарҡалғандан һуң Штатты тергеҙергә тырышыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1990-сы йылдар башында, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, Урал-Волга штатын тергеҙеү идеялары татар милли йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында популяр булып китә.

Ҡазан идеологтары айырым Волга-Урал цивилизацияһының булыуы һәм .. уны булдырыу кәрәклеге тураһында белдерә. Уның менән был ареалда йәшәгән халыҡтар — татарҙар, урыҫтар, башҡорттар, сыуаштар, мордвалар, мариҙар, удмурттар һ. б. — Рәсәй берләшмәһенең гомогенлы халҡы тип иғлан ителә, бындағы административ сиктәрҙең биләмәләре шартлы рәүештә ҡуйылған тип аңлатыла[4]

  • 2018 йылда татар һәм моҡша йәмғиәт активистары Киевта татар «Ирекле Идель-Урал» яңы йәмғиәт платформаһын төп халыҡтарҙың суверенитетын барлыҡҡа килтереү маҡсатында тергеҙеү кәрәклеген иғлан итә[5].

Һылтанмалар һәм әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. В документах того времени было принято говорить о мусульманах тюрко-татарах или мусульманах тюркского племени. См. например Известия Всероссийского Мусульманского Военного Шуро. — 1918, 26 февраля , № 16
  2. [http://federalmcart.ksu.ru/conference/seminar5/habutdinov.htm Доклад Хабутдинова А. Ю. на семинаре «Реформы государственного устройства и перспективы федерализма в России»] 2017 йыл 6 апрель архивланған.. federalmcart.ksu.ru. Проверено 27 июня 2018.
  3. История Федеральной национально-культурной автономии татар 2018 йыл 27 июнь архивланған. (рус.). fnkat.tatarstan.ru. Проверено 27 июня 2018.
  4. Магомедов А. Общество регионов. — Pro et contra. Т.2., номер 2., весна 1997., с. 51. Цитата по: Центральная Азия: единство в многообразии 2012 йыл 2 апрель архивланған.
  5. Анвар Деркач. Татарские и эрзянские активисты объявили о создании общественной платформы «Свободный Идель-Урал». Idel.Реалии (www.idelreal.org) (22.03.2018). Проверено 4 июня 2018.