Эстәлеккә күсергә

Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фарида Ягудовна Кудашева битенән йүнәлтелде)
Фәриҙә Ҡудашева
Фәридә Яһүдә кызы Кудашева
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы

Тыуған

15 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Келәш, Өфө кантоны, Өфө губернаһы, СССР

Үлгән

9 октябрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (89 йәш)

Үлгән урыны

Өфө, Башҡортостан, Рәсәй

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

эстрада йырсыһы

Әүҙем йылдары

1939—2010

Наградалар
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Ғабдулла Туҡай премияһы — 1996

Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы (15 декабрь 1920 йыл9 октябрь 2010 йыл) — йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР-ының (1968) һәм Татарстандың (1990) халыҡ артисы; Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1991), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995).

Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашева 1920 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Келәш ауылында тыуған башҡорт ҡыҙы.

Фәриҙә кескәй сағынан уҡ йырларға ярата. Дүртөйлөлә 7 синыфты тамамлағас, 1936 йылда Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегендә белем ала. 1939−1941 йылдарҙа Дүртөйлө колхоз-совхоз театрында эшләй. 1948 йылда тәүге тапҡыр радио аша йырлағандан һуң бөтә илгә таныла.

1944—1947 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй. 1956 йылдан, Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы булараҡ тамашасылар һөйөүен яулай, киң билдәлелек ала. Тормош иптәше, күренекле башҡорт артисы һәм композиторы Бәхти Ғайсин менән бергәләп ижад итәләр.

Башҡорт эстрада сәнғәте үҫеше Фәриҙә Ҡудашева ижадына бәйле. Йырсының сығыштарын Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, Себер һәм Азия, Балтик буйы илдәрендә йәшәгән башҡорт һәм татар халҡы яратып ҡарай. Уның репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары урын ала.

Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн йырсыға 1956 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, 1968 йылда — «халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. Фәриҙә Ҡудашева шулай уҡ Халыҡтар Дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, ул — РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972) һәм Татарстандың халыҡ артисы (1990). 1995 йылда уға «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә, 1996 йылда йырсы Татарстандың Ғабдулла Туҡай исмендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашева 2010 йылдың 9 октябрендә 90-сы йәшендә вафат булды, Өфө мосолман зыяратында ерләнде.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены
  • «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1956)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1968)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972)
  • Татарстандың халыҡ артисы (1990).
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995)
  • Татарстандың Ғабдулла Туҡай исмендәге дәүләт премияһы (1996)
  • 2015 йылдың 14 декабрендә Өфөлә Фәриҙә Ҡудашеваға мемориаль таҡтаташ асылды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 декабрь[1].
  • Фәриҙә Ҡудашева. Тормошо һәм ижады: альбом / Төҙөүселәре Ғәлиә Ғәлимова, Хәсән Назар. — Өфө: Китап, 2004. — 220 бит, илл., ISBN 5-295-03086-5.  (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2021)