Фәниә (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Фәниә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ҡуллланала.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәниә — ғәрәп теленән ингән, белемле, ғилемле тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөләймәнова (Хәлитова) Фәниә Байгилде ҡыҙы (18 февраль 1939 йыл) — йырсы, радиожурналист. 1983 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1996).
Чанышева Фәниә Ғәбделғафар ҡыҙы (1 сентябрь 1926 йыл — 14 апрель 2018 йыл) — (1 сентябрь 1926 йыл — 14 апрель 2018 йыл) — уҡытыусы, журналист һәм шағир, йыр текстары авторы. 1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан китап нәшриәтенең элекке мөхәррире һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының элекке хеҙмәткәре. Ғилемдар Рамазанов исемендәге премия лауреаты (2006).
Ғәбиҙуллина Фәниә Рауил ҡыҙы (4 март 1957 йыл) — журналист, шағир һәм яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (2009) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008). Назар Нәжми (2016) һәм Фәтих Кәрим (2017) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
Рәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙы — 23 март 1958 йыл) — уҡытыусы-логопед, методик ҡулланмалар авторы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).
Нәбиуллина Фәниә Мәжит ҡыҙы — (1941 йылдың авгусында Салауат районы Татар Малаяҙы ауылында тыуған — 2020 йылдың ноябре) — Өфө насар күреүселәр йәмғиәте сәнәғәт уҡыу предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары, әүҙем йәмәғәтсе.
Булатова Фәниә Дәриғәт ҡыҙы — (17 август 1928 йыл — 19 июнь 1997 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-профпатологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1987).
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәниә (повесть) — Фәрит Иҫәнғолов повесы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |