Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фәтих Кәримов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәтих Кәрим
Тыуғас бирелгән исеме:

Кәримов Фәтих
Әхмәтвәли улы

Эшмәкәрлек төрө:

шағир

Тыуған көнө:

27 декабрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе [1] Айыт ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Вафат булған көнө:

19 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (36 йәш)

Вафат булған урыны:

Кёнигсберг ҡалаһы янында

Награда һәм премиялары:
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1945

Фәтих Кәрим (Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы; 27 декабрь 1908 йыл19 февраль 1945 йыл) — татар[2][3][4] шағиры. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәтих Әхмәтвәли улы Кәримов Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Айыт ауылында 1908 йылдың 27 декабрендә тыуған[5]. Үҙ ауылында башланғыс белем ала. Йәтим ҡалғанлыҡтан Ҡазанда бер йыл Надежда Крупская исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925—1929 йылдарҙа Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында уҡый. Студент мәлендә үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакцияһында эшләй.

Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙиптәр менән бергә СССР һәм ТАССР яҙыусылар берлеген ойоштороуҙа ҡатнаша. Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Геройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты Муса Йәлил, шағир Һаҙи Таҡташ, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлимйән Ибраһимов, Ҡәүи Нәжми, Мирсәй Әмир, Хәсән Туфан һәм башҡалар менән ТАССР-ҙың ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай. Танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин ғәҙел һәм тура һүҙлелеге байтаҡ кешеләргә оҡшамай. Ул ижады сәскә атҡан осорҙа Сталин режимының репрессияһына эләгеп, 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан суд була һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар. Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләге менән фронтҡа китә.

Үлемесле һуғыш яланында, окопта, ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре («Шакир Шигаев»), ике повесть («Разведчик яҙмалары», «Яҙғы төндә») ижад итә. «Мөхәббәт һәм нәфрәт» (1943), «Моң һәм көс» (1944) тип аталған шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.

1945 йылда яуҙағы ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән баһалана[6]. Ялҡынлы шағир, взвод командиры 1945 йылдың 19 февралендә Кёнигсберг ҡалаһы эргәһендәге Каврен ауылы янында барған ҡаты алышта батырҙарса һәләк була — хәҙер Калинград өлкәһенең Еңеү (Победа) ҡасабаһы[7]. Калининград өлкәһенең Багратионовск ҡалаһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[8].

Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[9].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Карим Ф. Начальная песня. – Казань: Татгосиздат, 1931. – 80 с.
  • Карим Ф. Пятьдесят юношей. – Казань: Татгосиздат, 1934. – 24 с.
  • Карим Ф. Шумный рассвет. – Казань: Татгосиздат, 1936. – 20 с.
  • Карим Ф. Маленькие герои. – Казань: Татгосиздат, 1947. – 48 с.
  • Карим Ф. Глубокое озеро. – Казань: Татгосиздат, 1947. – 16 с.
  • Карим Ф. Записки разведчика. – Казань: Татгосиздат, 1949. – 52 с.
  • Карим Ф. Произведения. В 3 томах / Ф. Карим; составитель Зает Мазитов; редактор Ф. Г. Гайнанова. – Казань: Татар. кн. издат., 1954. – 1 т. – 291 с.; – 2 т. – 166 с.; – 3 т. – 258 с.
  • Карим Ф. Медведь-гармонист и обезьяна-певунья. – Казань: Татар. кн. изд-во, 1960. – 16 с.
  • Карим Ф. Записки разведчика. – Казань: Татарстанское книжное издательство, 1968. – 58 с.
  • Карим Ф. Медведь-гармонист и обезьяна-певунья. – Казань: Татарстанское книжное издательство, 1972. – 16 с.
  • Карим Ф. Письмо пионерке Гульчечек. – Казань: Татарстанское книжное издательство, 1975. – 32 с.
  • Карим Ф. Клятва / Карим Ф. – Казань: Татар. кн. издат., 1978. – 128 с.
  • Карим Ф. Произведения. В 3 томах, том 1. Стихотворения. – Казань: Татарское книжное издательство, 1979. – 318 с.
  • Карим Ф. Произведения. В 3 томах, том 2. Поэмы, баллады и драма. – Казань: Татарское книжное издательство, 1980. – 328 с.
  • Карим Ф. Произведения. В 3 томах, том 3. Повести, рассказы, очерки, статьи и письма. – Казань: Татарское книжное издательство, 1981. – 328 с.
  • Карим Ф. Дикий гусь. – Казань: Татар. кн. издат., 2004. – 143 с.
  • Карим Ф. Медведь-гармонист и обезьяна-певунья: Стихотворная сказка / Карим Ф. – Казань: Татар. кн. издат., 2006. – 16 с.
  • Карим Ф. Последняя тетрадь (Факсимильное издание) / Карим Ф. – Казань: «Идель-пресс», 2009. – 88 с.
  • Карим Ф. Избранные произведения. – Казань: Татар. кн. изд-во, 2015.
  • Карим Ф. Избранные стихи и поэмы / Пер. с татар. под ред. С. Липкина. – Казань: Таткнигоиздат, 1957. – 220 с.  (рус.)
  • Карим Ф. Письмо пионерке Гульчечек / Пер. с татар. С. Липкина, Р. Морана, Т. Стрешневой. – Казань: Таткнигоиздат, 1957. – 24 с.  (рус.)
  • Карим Ф. Медведь-гармонист и обезьяна-певунья / Пер. с татар. С. Малышева. – Казань: Татарское книжное издательство, 1988. – 16 с.  (рус.)
  • Карим Ф. Избранные произведения. – Казань: Татар. кн. изд-во, 2015.  (рус.)

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әҙиптең тыуған ауылында 1971 йылдан уның музейы эшләй. 2019 йылда ул төҙөкләндерелде, киңәйтелде һәм заманса интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырылды[10].
  • Шағир иҫтәлегенә 1998 йылда Бәләбәй районы, 1999 йылда Бишбүләк районы хакимиәте Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия булдырған.
  • Ҡурҡыу белмәҫ һуғышсы һәм талантлы шағир иҫтәлегенә булдырылған әҙәби премияның сираттағы лауреаттарына был бүләк 2015 йылдың 14 апрелендә Бишбүләк районында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арнап үткәрелгән шағир—фронтовик Фәтих Кәрим көндәре барышында тапшырылды. Быйылғы премияға шағирҙың ҡыҙы, журналист Ләйлә Кәримова, журналист Наил Ғимазетдинов һәм профессор Илдар Ғимаев лайыҡ булды. Уларға тәүге тапҡыр күкрәккә тағыла торған махсус билдә лә бирелде.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы
  2. Большая Советская энциклопедия, Фатих Карим.
  3. Мазитов З. М. Фатих Карим : монография (на татар.яз.). — Казань : Татар. кн. изд-во, 1963. — 172 с.
  4. Сарчин Р. Ш. Жизнь и судьба Фатиха Карима : биографический очерк, статьи / Рамиль Сарчин. — Казань : Татар. кн. изд-во, 2014. — 239 с., ил. ISBN 978-5-298-02716-8.
  5. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы (Тикшерелгән 10 февраль 2020)
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. ОБД Мемориал|57311513
  8. ОБД Мемориал|260416694
  9. Подвиг Народа|25721759|title=Наградные документы
  10. В Бижбулякском районе Башкирии открылся обновленный музей имени Фатиха Карима. ИА «Башинформ», 29 августа 2019 года (рус.) (Тикшерелгән 29 август 2019)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мазитов З. М. Фатих Карим : монография (на татар. яз.). Казань : Татар. кн. изд-во, 1963. 172 с.
  • Сарчин Р. Ш. Жизнь и судьба Фатиха Карима : биографический очерк, статьи. Казань : Татар. кн. изд-во, 2014. 239 с., ил. ISBN 978-5-298-02716-8.
  • Сарчин Р. Ш. Поэзия Фатиха Карима в историко-литературном контексте 1930-х – 1945 годов : монография. Казань: Изд-во «Бриг», 2015. 269 с. ISBN 978-5-98946-153-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]