Эстәлеккә күсергә

Чкония Ламара Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чкония Ламара Григорьевна
груз. ლამარა გრიგოლის ასული ჭყონია
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Грузия
Тыуған көнө 27 декабрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Батуми, Грузия ССР-ы[d], Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР[1]
Вафат булған көнө 14 март 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[2] (93 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия
Балалары Natela Nicoli[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы, музыка педагогы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Вано Сараджишвили исемендәге Тбилиси дәүләт консерваторияһы
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2024
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Чкония Ламара Григорьевна Викимилектә

Ламара Григоьевна Чкония (груз. ლამარა გრიგოლის ასული ჭყონია; 27 декабрь 1930 йыл) — СССР-ҙың опера һәм камера йырсыһы (лирик-колоратур сопрано), педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1976).

Ламара Григорьевна Чкония 1930 йылдың 27 декабрендә Батуми ҡалаһында, хәҙерге Грузияла тыуған.

1956 йылда Тбилиси консерваторияһының Г. М. Гогичадзе (элек В. С. Кашакашвилила шөғөлләнгән) класын тамамлаған[3].

19561960 йылдаарҙа һәм 1968 йылдан — Тбилиси опера һәм балет театры солисы. 19601968 йылдарҙа — Киев опера һәм балет театры солисы[4].Ҙур театр, С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрҙары сәхнәһендә йырлаған.

Концерт-башҡарыу эшмәкәрлеген алып барған. Уның камера репертуары яҡынса 400 рус, грузин һәм сит ил композиторҙарының әҫәрҙәрен индерә.

Сит илдәргә гастролдәрҙә (Румыния, Болгария, Япония, Чехословакия, Финляндия, Италия, Канада, Португалия, Испания, Германия, Венгрия, Австрия, Швейцарияла һ. б.) йөрөгән.

1976 йылдан Тбилиси консерваторияһында уҡыта (1987 йылдан — профессор)[5].

СССР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары советы (1979—1984) депутаты.

1996 йылдан Ламара Чкония Мадридта (Испания) кинйә ҡыҙы, опера йырсыһы (сопрано) Этери Ламорис (Eteri Lamoris) менән йәшәй, бында ул уҡытыу эшмәкәрлеген дауам иткән. Өлкән ҡыҙы Натела Николи шулай уҡ опера йырсыһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • М. И. Глинка исемендәге Бөтә Союз вокалистар конкурсы лауреаты (3-сө премия, Мәскәү, 1960)
  • Вокалистарҙың «Прага яҙы» конкурсы лауреаты , Халыҡ-ара музыкаль фестивале лауреаты (1960)
  • Софияла үткән Халыҡ-ара йәш опера йырсылары конкурсы лауреаты (3-сө премия, 1963)
  • Токиола үткән «Мадам Баттерфляй» Халыҡ-ара конкурсы лауреаты (2-се премия, 1967, Чио-Чио-сан партияһын иң яҡшы башҡарыусы).
  • Украина ССР-ының атҡаҙанған артисы (1963)[6]
  • Грузия ССР-ының халыҡ артисы (1970)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1976)
  • Украинаның халыҡ артисы[7]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1974)
  • Балҡыш Сияние президент ордены (Грузия, (2011)
  • Тамара Батшабикәһе ордены (Грузия, (2011)[8]
  • Изге Ыҙа сигеүсе Варварасордены (УПЦ МП, 2011)
  • Ун ике саталы «Кредо» йондоҙо — «йәмғиәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» («Рейтингтар һәм номинациялар гранды» йәмәғәт ойошмаһы (ГРИН), 2011)
  • «Cigno D’Oro» премияһы (Италия, 2011)
  • Миҙалдар.
  • «Даиси» З. Палиашвили — Маро
  • «Абесалом и Этери» З. Палиашвили — Этери
  • «Евгений Онегин» П. И. Чайковского — Татьяна
  • «Иоланта» П. И. Чайковского — Иоланта
  • «Травиата» Дж. Верди — Виолетта
  • «Мадам Баттерфляй» Дж. Пуччини — Чио-Чио-сан
  • «Царская невеста» Н. А. Римского-Корсакова — Марфа
  • «Севильский цирюльник» Дж. Россини — Розина
  • «Манон» Ж. Массне — Манон[9].
  • «Риголетто» Дж. Верди — Джильда.
  1. 1,0 1,1 Чкония Ламара Григорьевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Умерла народная артистка СССР Ламара Чкония
  3. ЧКОНИЯ в энциклопедии музыки
  4. Чкония Ламара Григорьевна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  5. Чкония Ламара Григорьевна (1930) // Вокально-энциклопедический словарь
  6. Народную артистку СССР Ламару Чкония наградили двенадцатилучевой звездой Кредо — Новости / ФРАЗА 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. В Батуми отметят юбилей оперной певицы Ламары Чкония — Минкультуры | Культура | Новости-Грузия 2012 йыл 25 октябрь архивланған.
  8. Грузинское сопрано Ламара Чкония награждена «Орденом Царицы Тамар» | Культура | Новости-Грузия 2014 йыл 26 июль архивланған.
  9. Чкония Ламара Григорьевна