Шапиро Семён Вольфович
Шапиро Семён Вольфович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 май 1932 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 30 июль 2018 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | электротехник, инженер-электрик |
Эш урыны |
Түбәнге Новгород дәүләт техник университеты[d] Өфө дәүләт авиация техник университеты Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты БДМУ |
Уҡыу йорто | Мәскәү энергетика институты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм Соросов профессоры[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Ғилми етәксе | Бамдас Александр Маркович |
Уҡыусылар | Доломатов Михаил Юрьевич |
Шапиро Семён Вольфович (Валентинович) (22 май 1932 йыл, Мәскәү, СССР — 30 июль 2018 йыл, Өфө, Башҡортостан Республикаһы) — ғалим, инженер‑электротехник, профессор (1995 йыл), техник фәндәре докторы (1992 йыл)[1], Өфө дәүләт нефть техник университетының почетлы профессоры, Соросов профессоры, Башҡортостан Республикаһының юғары белем биреү алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, озон буйынса халыҡ-ара ойошмалар ағзаһы. Электр машиналары, трансформатор, йышлыҡ үҙгәрткестәр, инвертор һәм озонлаштырыу өлкәһендә эшләй.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Семён Вольфович Шапиро 1932 йылдың 22 майында Мәскәүҙә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Рогачев ҡалаһында[2]) тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сыуашстанда Кесе һәм Оло Бикшихала эвкуацияла була.
1950 йылда 597-се (№ 150) урта мәктәпе көмөш миҙалға тамамлай һәм инженер-электромеханик һөнәре буйынса Мәскәү энергетика институтына уҡырға инә.
1956—1957 йылдарҙа институтты отличие менән тамамлағандан һуң, юллама буйынса 426-сы п/я предприятиеһында (699-сы Мәскәү завод — «Машиноаппарат»[3]) эшләй башлай.
1957—1970 йылдарҙа ассистент булып эшләй, һуңынан — Горький политехник институттта электр машиналары кафедраһы доценты була. 1961 йылда «Современные статические электромагнитные преобразователи частоты и их расчёт» темаһына диссертация яҡлай[4]. 1968—1969 йылдарҙа «Теория трансформаторов, регулируемых изменением подмагничивания» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[5][6], һуңғараҡ, уны яҡлау һөҙөмтәләре алты йыл үткәндән һуң дәғүәләнгәс, шул асыҡлана: диссертация Юғары аттестация комиссияһы тарафынан кире ҡағыла.
1970 йылда[7] Мәүлитов Рифат Рәхмәтулла улы профессор Бамдас Александр Маркович етәкселегендә 16 кешенән торған ғилми коллектив составында уны Өфө авиация институтына саҡыра[8], бында яңы фәнни мәктәп ойошторола[9]. 1972—1974 йылдарҙа— электр машиналары һәм аппараттар кафедраһы мөдире[10]. 1971—1992 йылдарҙа — теоретик һәм дөйөм электротехника кафедраһы профессоры.
1974—1984 йылдарҙа — «Өйөрмә» йышлыҡтағы ярымүткәргестәрҙең Махсус конструкторлыҡ -технология бюроһы[11] — Өфө авиация институты базаһында БАССР-ҙа беренсе хужалыҡ иҫәбендәге фәнни предприятиеның директоры һәм баш инженеры.
1977 йылда «Теоретические основы синтеза базисных электромагнитнотиристорных исполнительных устройств» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[12].
1986 йылдан — СССР Фәндәр академияһының яңы ойошторолған Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының[13] ғилми секретары була.
1988 йылдан — Өфө «Геофизприбор» производство берекмәһенең яңы «Геотрон» Махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы директоры (1991 йылда үҙ аллы предприятие итеп үҙгәртелә — «Геозон» Махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы, ә шунан — Махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы «Эколс Лтд» бәләкәй предприятиеһы).
1989 йылда «Основы проектирования и синтеза частотно-регулируемых тиристорных источников питания электротехнологических установок повышенной частоты» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[14].
1991 йылда Украина Фәндәр академияһының Электродинамика институтында «Основы проектирования и синтеза частотно-регулируемых тиристорных источников питания электротехнологических установок повышенной частоты» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[15], был инде иҫәбе буйынса дүртенсе була, ул 1992 йылда ҡабул ителә.
1991—1999 йылдарҙа — «Эколс Лтд» Махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы директоры.
1992 йылда Мәскәү технология институтының Өфө филиалына профессор һәм физика кафедраһы мөдире итеп саҡырыла, уны 2016 йылға тиклем етәкләй.
2016 йылдан ― Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы.
Семён Вольфович Шапиро 2018 йылдың 30 июлендә Өфөлә вафат була. Көньяҡ зыяратында ерләнә.
Уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йышлыҡ һәм магнитотиристорлы үҙгәрткестәре, радиоҡоролмалар туҡланыу сығанаҡтары, юғары тиҙлектәге инструмент өсөн йышлыҡ арттырыусыларҙы, электроэрозион эшкәртеү өсөн импульс булдырыусыларҙы, электр технологиялары менән идара итеү системалары, сәнәғәт тәғәйенләнешендәге юғары йышлыҡтағы озонаторҙар төҙөү һәм проектлау өлкәһендә эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре СССР, БАССР һәм Рәсәй Федерацияһының оборона һәм машина сәнәғәте предприятиеларына индерелгән.
Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында фәнни мәктәп ойоштора, 45 фән кандидатының һәм докторының әҙерләүсеһе һәм ғилми етәксеһе була.
«Электротехнические комплексы и информационные системы» фәнни журналына нигеҙ һалыусы һәм уның баш мөхәррире[16][17][18][19][20].
320-нән ашыу фәнни эше, шул иҫәптән 16 монография һәм 60 уйлап табыу — Рәсәй, АҠШ, Канада һәм Швеция таныҡлыҡтары һәм патенттары авторы.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. М. Бамдас, В. А. Кулинич, С. В. Шапиро. Статические электромагнитные преобразователи частоты и числа фаз. — Москва; Ленинград: Госэнергоиздат. — 1961. — 208 с.[21]
- А. М. Бамдас, С. В. Шапиро. Стабилизаторы с подмагничиваемыми трансформаторами. —Москва; Ленинград: Энергия. — 1965. — 156 с.[22]
- А. М. Бамдас, С. В. Шапиро. Трансформаторы, регулируемые подмагничиванием. — Москва; Ленинград: Энергия. — 1965. — 159 с.[23]
- А. М. Бамдас, С. В. Шапиро, Л. Н. Давыдова. Ферромагнитные делители частоты. — Москва: Энергия. — 1967. — 111 с.[24]
- А. М. Бамдас, Ю. П. Разуваев, С. В. Шапиро. Аналоговое моделирование исполнительных ферромагнитных устройств. — Москва: Наука. — 1975. — 439 с.[25]
- С. В. Шапиро, А. С. Серебряков, В. И. Пантелеев. Тиристорные и магнитно-тиристорные агрегаты питания электрофильтров очистки газа. — Москва: Энергия. — 1978. — 113 с.[26]
- С. В. Шапиро, Ю. В. Лобанов. Моделирование на АВМ автономных инверторов и систем с ними. — Уфа: УАИ. — 1979. — 102 с.[27]
- С. В. Шапиро, В. Г. Казанцев, В. В. Карташев, Р. Н. Киямов. Тиристорные генераторы ультразвуковой частоты. — М: Энергоатомиздат. — 1986. — 141,[1] с.[28]
- С. В. Шапиро. Энергетические и информационные процессы в природе. — Москва: Энергоатомиздат. — 2005. — 408 с.[29]
- С. В. Шапиро. Резольвента Лагранжа и ее применение в электромеханике. — Москва: Энергоатомиздат. — 2008. — 156 с.[30][31]
- С. В. Шапиро: биография, библиографический указатель научных трудов 1958—2011 годов, награды и публикации в средствах массовой информации. — Уфа: УГАЭС, 2012. — 88 с.[32]
- А. Докучаева, С. Шапиро. Суд божий. — Уфа: Китап. — 2015. — 478, [1] с.[33]
- С. В. Шапиро, Ф. Р. Исмагилов, М. Б. Гумерова. Каскадные электромеханические системы. — Москва: Инновационное машиностроение. — 2018. — 220 с.[34]
- С. В. Шапиро. Манифест разума. Часть 1. — Бельские просторы. — № 10. — 2018.[35]
- С. В. Шапиро. Манифест разума. Часть 2. — Бельские просторы. — № 11. — 2018.
- С. В. Шапиро, А. Г. Саенко. Высокочастотные озонаторы со спиральными электродами. — Уфа: Башкирская энциклопедия. — 2019. — 152 с.[36]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ШАПИРО Семён Вольфович.rus.bashenc.ru.Башкирская энциклопедия.Дата обращения: 9 декабря 2020.
- ↑ Семён Шапиро. КОГДА Я БЫЛ МАЛЕНЬКИМ... (рус.).
- ↑ О предприятииОбласть применения . Дата обращения: 9 декабрь 2020. 2021 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ Шапиро, Семен Вольфович - Современные статические электромагнитные преобразователи частоты и их расчет [Текст] : Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата технических наук - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Шапиро, Семен Вольфович - Теория трансформаторов, регулируемых изменением подмагничивания [Текст] : Автореферат дис. на соискание ученой степени доктора технических наук. (230) - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Шапиро, Семен Вольфович - Теория трансформаторов, регулируемых изменением подмагничивания [Текст] : (Основы синтеза систем и устройств и анализ физ. процессов) : Автореферат дис. на соискание ученой степени доктора технических наук. (230) - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ ЭПОХА ДОКУЧАЕВОЙ » Вечерняя Уфа, официальный сайт газеты "Вечерняя Уфа" .
- ↑ Чтобы было «делать жизнь с кого». Вышла книга, посвященная Семёну Шапиро .
- ↑ Официальный сайт УГАТУ .
- ↑ История кафедры - История кафедры . 2020 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ Семёну Валентиновичу Шапиро - 80 лет! – Новости НПО «Параллель» . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Шапиро, Семен Вольфович - Теоретические основы синтеза базисных электромагнитнотиристорных исполнительных устройств [Текст] : Автореферат дис. на соискание ученой степени доктора технических наук. 05.13.05 - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Институт проблем сверхпластичности металлов Российской академии наук | ИНСТИТУТ ПРОБЛЕМ СВЕРХПЛАСТИЧНОСТИ МЕТАЛЛОВ РОССИЙСКОЙ АКАДЕМИИ НАУК.www.imsp.ru.Дата обращения: 9 декабря 2020.
- ↑ Шапиро, Семен Вольфович - Основы проектирования и синтеза частотно-регулируемых тиристорных источников питания электротехнологических установок повышенной частоты : диссертация ... доктора технических наук : 05.09.12 - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Шапиро, Семен Вольфович - Основы проектирования и синтеза частотно-регулируемых тиристорных источников питания электротехнологических установок повышенной частоты : автореф. дис. на соиск. учен. степ. доктора технических наук - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ УГНТУ.ies.rusoil.net.Дата обращения: 9 декабря 2020
- ↑ С девизом «Прорвёмся!».resbash.ru.Дата обращения: 9 декабря 2020.
- ↑ Журнал "Электротехнические и информационные комплексы и системы" - содержание выпуска Т.5 № 3 за 2009 год.elibrary.ru.Дата обращения: 9 декабря 2020.
- ↑ УГНТУ . Дата обращения: 9 декабрь 2020. 2020 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ УГНТУ . Дата обращения: 9 декабрь 2020. 2020 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ Бамдас, Александр Маркович - Статические электромагнитные преобразователи частоты и числа фаз [Текст] - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Бамдас, Александр Маркович - Стабилизаторы с подмагничиваемыми трансформаторами [Текст] - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Бамдас, Александр Маркович - Трансформаторы, регулируемые подмагничиванием [Текст] - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Бамдас, Александр Маркович - Ферромагнитные делители частоты [Текст] - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Бамдас, Александр Михайлович - Аналоговое моделирование исполнительных ферромагнитных устройств [Текст] - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Шапиро, Семен Вольфович - Тиристорные и магнитно-тиристорные агрегаты питания электрофильтров очистки газа [Текст] - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Шапиро, Семен Вольфович - Моделирование на АВМ автономных инверторов и систем с ними - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Тиристорные генераторы ультразвуковой частоты - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Шапиро, Семен Валентинович - Энергетические и информационные процессы в природе - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Шапиро, Семен Вольфович - Резольвента Лагранжа и ее применение в электромеханике : научное издание - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Семен Вольфович Шапиро. Резольвента Лагранжа и ее применение в электромеханике. — Энергоатомиздат.
- ↑ Семен Вольфович Шапиро [Текст] : биография, библиографический указатель научных трудов 1958-2011 годов, награды и публикации в средствах массовой информации - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Докучаева, Алла Анатольевна - Суд божий [Текст] : роман - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Шапиро, Семен Валентинович - Каскадные электромеханические системы [Текст] - Search RSL . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Бельские просторы № 2 2004 . Дата обращения: 9 декабрь 2020.
- ↑ Семен Вольфович Шапиро, Алексей Геннадиевич Саенко. Высокочастотные Озонаторы Со Спиральными Электродами. — государственное автономное учреждение науки Республики Башкортостан "Башкирская энциклопедия".
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 22 майҙа тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 30 июлдә вафат булғандар
- 2018 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Рәсәй физиктары
- СССР физиктары
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары
- Рәсәй ғалимдары
- СССР ғалимдары
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Профессорҙар