Эстәлеккә күсергә

Шәйехзада

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Шәйехзада — башҡорт ир-ат исеме

Шәйехзада — ғәрәп, фарсы телендә — Шәих (дин башлығы; ырыу башлығы) + зада (ир бала)[1]

Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы (2 ғинуар 1895 йыл — 28 март 1919 йыл) — шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт мәркәз шураһы (19171919) ағзаһы.

Шәйехзада Бабич музейы — музей Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Әсән ауылында урынлашҡан. Күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, 19171919 йылдарҙа Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы Шәйехзада Бабичҡа бағышланған.

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы — 1995 йылда әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы һәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан өмөтлө йәш ижадсыларҙы дәртләндереү өсөн булдырылған. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә эшләүселәргә юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн бирелә.

Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы — Силәбе ҡалаһында урынлашҡан 15-се һанлы башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы. 1906 йылда түләүһеҙ мосолман китапханаһы булараҡ ойошторолған[2].


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ