Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы
Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 июнь 1958[1] (66 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡыяуыҡ ауылы, Йәнырыҫ ауыл Советы (Ишембай районы), Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | башҡортса |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир, журналист, драматург, тәржемәсе, мөхәррир |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы, Тамара Искәндәриә (10 июнь 1958 йыл) — башҡорт шағиры, журналист һәм тәржемәсе. 2010—2020 йылдарҙа «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире. 1992 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, 2004 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева (ҡыҙ фамилияһы Искәндәрова) 1958 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылында тыуған. Йәнырыҫ урта мәктәбен тамамлағас, Ишембай трикотаж фабрикаһында тегенсе булып эшләй, 1976—1981 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының рус бүлегендә юғары белем ала.
1981 йылдан 2020 йылға тиклем республика матбуғатында һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләй. «Йәншишмә», «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәре, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы, «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары аша халыҡҡа еткергән һүҙе һәр саҡ тос, төплө, аҡыллы, йылы, ихлас булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
2010—2020 йылдарҙа — «Аҡбуҙат» балалар журналы баш мөхәррире булып эшләй.
2020 йылдан хаҡлы ялда.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шиғриәткә уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағында килә. Студент сағында университеттың «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Уның шиғри ҡулъяҙмаларына билдәле ғалим-тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов юғары баһа бирә. «Тояҡтар йыры», «Ер менән Күк араһында», «Ете даръям», «Көн менән Төн сиге», «Моң-тәлгәш» тигән шиғри йыйынтыҡтары һәм балалар өсөн «Шашка иленә сәйәхәт», «Бәрәкәтле көн» исемле проза әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡтары Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күрә. «Каменная река» тигән рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙар китабы ИНЕШ нәшриәтендә баҫыла. Тамара Искәндәриәнең күп яҡлы ижады Муса Ғәли, Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ғәҙилә Бүләкова, Әнғәм Хәбиров мәҡәләләрендә төплө анализлана. Хәҙерге заман башҡорт шиғриәтенең һәм балалар әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләүсе юғары кимәлдәге ижад булараҡ нарыҡлана. Ижадсының әҫәрҙәре менән уҡыусылар Рәсәй һәм республика гәзит-журналдары аша даими танышып тора.
Әҙиптең шиғырҙарына Салауат Низаметдинов һәм башҡа ҡайһы бер композиторҙар йыр яҙған.
Тәржемәсе булараҡ Тамара Искәндәриә Г. Гарсия Маркес, Йәләлетдин Руми, Джанни Родари, Антон Хансен Тамсааре, Хименес, Ли Цзин Чжао, Душан ДЖуришич, Олжас Сөләйменов әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тояҡтар йыры: Шиғырҙар // Йәш тауыштар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 128 бит.
- Ер менән Күк араһында: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 80 бит.
- Ете даръям: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1999. — 208 бит.
- Аҙнабикә: Поэма. — Өфө,2004.
- Аҙнабикә. Азнабика, мать Салавата: Поэма (башҡорт, рус телдәрендә). — Өфө, 2006.
- Көн менән Төн сиге: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2008. — 296 бит.
- Моң-тәлгәш: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2013. — 303 бит.
- Шашка иленә сәйәхәт: Фантастик хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2013. — 16 бит.
- Бәрәкәтле көн: Әкиәттәр, хикәйәләр.— Өфө: Китап, 2016. — 80 бит.
- Каменная река: Стихи, поэма. — Уфа: ИНЕШ, 2016. — 96 стр.
- Бир биште, бына усым!: Шиғырҙар. — Өфө: Аҡбуҙат, 2016. — 16 бит.
- Там, там, Тамсыҡай!: Әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар. — Өфө: Аҡбуҙат, 2017. — 55 бит.
- Железный век. — Өфө: Мир печати, 2018. — ?? бит.
- Марафон. — Нальчик: N.Ardis, 2018. — ?? стр.
- Рух көмбәҙе. — Өфө: Китап, 2019. — ?? бит.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2012 йылда «Башҡортостан атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
- 2021 йылдың апрелендә Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә[2][3].
Өҫтәмә мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормошта. Ире шағир Хисмәт Юлдашев менән өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр[4]. Оло улдары Искәндәр (9.11.1983), һөнәре буйынса хоҡуҡ белгесе, 2020 йылдан «Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы» йәмәғәт ойошмаһының (Мәскәү ҡалаһы) башҡарма директоры; икенсеһе Данияр (21.04.1987), һөнәре буйынса режиссёр, рәссам, Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй; өсөнсөһө Рамаҙан (16.10.1999), Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының (2021) студенты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Радий Хабиров: «У национальных СМИ Башкортостана есть уникальный потенциал развития». Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 17.04.2021 2021 йыл 20 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2021)
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Республики Башкортостан. 3. Орден Салавата Юлаева. ЮЛДАШЕВА Тамара Ишбулдовна - бывший главный редактор журнала «Аҡбуҙат» филиала «Журналы Башкортостана» ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан» 2021 йыл 19 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2021)
- ↑ Поэзия | Номер 32-33 (2008) | Литературная Россия> 2012 йыл 21 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2021)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 май 2018)
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 май 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2021)
- 10 июндә тыуғандар
- 1958 йылда тыуғандар
- Ишембай районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Башҡортостан шағирҙары
- Башҡортостан журналистары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре
- «Йәшлек» гәзите журналистары
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- «Ватандаш» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Аҡбуҙат» журналы баш мөхәррирҙәре
- «Йәншишмә» гәзите журналистары
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡортостан тәржемәселәре