Ямалетдинов Ильис Миңләхмәт улы
Ямалетдинов Ильис Миңләхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 ноябрь 1936 |
Тыуған урыны | Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 февраль 2022 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | рәссам |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Ямалетдинов Ильис Миңләхмәт улы (17 ноябрь 1936 йыл — 23 февраль 2022 йыл) — биҙәү-ғәмәли сәнғәте өлкәһендә эшләгән рәссамы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). Монреалдә Бөтә донъя күргәҙмәһенең алтын миҙалы (1967)[1].Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Рәсәй Рәссамдар союзының алтын миҙалы. Өфө сәнғәт училищеһының сәнғәт бүлегенең ағасты һырлау һөнәре уҡытыусыһы.
Башҡортостандың символы һәм милли брендына әйләнгән «Бал мискәһе менән айыу» декоратив скульптура авторы[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ильис Миңләхмәт улы Ямалетдинов 1936 йылдың 17 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән ҡасабаһында (хәҙер ҡала) тыуған.
В. И. Мухина исемендәге юғары художество-сәнәғәт училищеһы янында ағас эшкәртеү буйынса оҫталар бүлегендә ике йыл уҡый, һуңынан Түбәнге Тагил институтының (Түбәнге Тагил дәүләт социаль-педагогия академияһы) художество-графика факультетында белем ала. Уҡып бөткәндән һуң, йүнәлтмә буйынса, Полтавала эшләй.
1960 йылдан алып 14 йыл дауамында Ильис Миңләхмәт улы эшләй Бөрө сәнғәт әйберҙәре фабрикаһында рәссам — һырлаусы булып эшләй. 1974 йылда Өфөгә күсеп килә, «Ағиҙел» Башҡортостан художество берекмәһендә рәссам, баш рәссам була.
Өс йыл Башҡортостан халыҡтары этнографияһы музейында ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире булараҡ хеҙмәт һала.
1974 йылдан Өфөлә йәшәй һәм ижад итә. 2022 йылдың 23 февралендә ауырыуҙан һуң вафат булды[3].
Рәссамдың әҫәрҙәре Рәсәй халыҡтары этнографияһы дәүләт музейында (Санкт-Петербург), Венгрия этнография дәүләт музейында (Будапешт), М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Әзербайжан халыҡ музейында (Шеки), «Ағиҙел» Башҡортостан художество кәсебе акционерҙар йәмғиәтендә (Өфө), шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1964 йылдан — республика, шул иҫәптән махсус (биҙәү-ғәмәли сәнғәт), зона, төбәк, бөтә Рәсәй, бөтә Союз һәм сит ил махсус (биҙәү-ғәмәли сәнғәт, халыҡ кәсептәре) күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.
1969 йылдан 1992 йылға тиклем сит ил биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләрендә (Аргентина, Болгария, Германия, Дания, Ираҡ, Һиндостан, Канада, Польша, Португалия, Америка, Шри-Ланка) һөнәри оҫталығын күрһәтеү мастер-кластары үткәрә.
2012 йылдың апрелендә Өфө художество галереяһында ижадсының 75 йәше тулыу хөрмәтенә биҙәү-ғәмәли һәм һынлы һүрәт сәнғәте (живопись) буйынса күргәҙмә үтте[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985), «Халыҡтар дуҫлығы орденлы «Ағиҙел» Башҡортостан художество берекмәһендә халыҡ кәсептәре сәнғәте изделиеларын эшләгәне өсөн»
- Рәсәй Рәссамдар союзының күкрәккә таға торған «Духовность. Традиции. Мастерство» Алтын миҙалы
- СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе (ВДНХ) миҙалы
- Халыҡ сәнғәт кәсептәре һәм һөнәрҙәренең «Мастера Большого Урала» төбәк күргәҙмәһе дипломанты;
- Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы дипломанты,
- Ағасты һырлау һәм биҙәү оҫталарының Өсөнсө Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Создателю знаменитой композиции «Медведь с бочонком меда» — 75 | Башкирское спутниковое телевидение(недоступная ссылка)
- ↑ Башкирия: «Мишка с бочонком меда» конкурент Салавата Юлаева
- ↑ В Уфе скончался заслуженный художник Башкортостана, выдающийся резчик по дереву Ильис Ямалетдинов. ИА «Башинформ», 24 февраля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2022)
- ↑ В Уфе проходит выставка Ильиса Ямалетдинова 2012 йыл 4 май архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
- Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ямалетдинов Ильис Миңләхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2021)
- http://rampa-rb.ru/wp/wp-content/uploads/2012/06/4_2012.pdf(недоступная ссылка)
- http://tv-rb.ru/node/9618(недоступная ссылка)
- http://www.shrb.ru/decorative/yamaletdinov.htm