Ғизетдин (исем)
Ғизетдин |
Ғизетдин — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғизетдин — башҡорттарға ғәрәп теленән килеп ингән исем. Диндең бөйөклөгө тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[2]. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1943), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдары менән бүләкләнгән.
Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улы (1 апрель 1931 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, архивист, журналист, Рәсәй тарихсыһы, «Башҡорт энциклопедияһындағы» энциклопедик мәҡәләләр авторы. КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары (1982—1985), Башҡортостан республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивының директоры (1985—1999). Тарих фәндәре кандидаты. «Башкортостан укытыусыһы» журналының баш мөхәррире (1966—1969 йылдар). КПСС ағзаһы, СССР журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы министрҙар кабинеты ҡарамағындағы архив эштәре буйынса идаралығының ғилми советы ағзаһы. Халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғизетдинов Мәхмүт Фәттәх улы (25 май 1927 йыл — 10 июль 2006 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1997 йылдарҙа Братск алюмин заводы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
Ғәзетдинов Мирсәлих Ғәзетдин улы (1902 йыл — 10 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.
Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы (3 май 1951 йыл) — театр актёры. 1982 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1972 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2003), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1990) һәм Татарстан Республикаһрының халыҡ артисы (1997). Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |