Ғисмәт (мәғәнәләр)
Ғисмәт |
Ғисмәт — башҡорт ир-ат исеме. Шулай уҡ татар халҡында ла осрай
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғисмәт исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, гонаһһыҙ, саф тигән мәғәнәгә эйә[1].
Ғисмәт — Шиғый исламда айырата иғтибар ителгән саф күңеллелек, гөнаһтан йәки әхлаҡһыҙлыҡтан ҡурсылғанлыҡ. Шиғый теологияһында ғисмәт пәйғәмбәрҙәргә, имамдарға һәм фәрештәләргә хас сифат[2].
Исемдә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғисмәтулла Кинйәкәев — хәрби эшмәкәр, йорт старшинаһы. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.Ырымбур губернаһы Ҡаңлы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Бүздәк ауылында йәшәгән һәм зауряд-хорунжий булып хеҙмәт иткән.
Фамилияла һәм атаһының исемендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғисмәтуллин Абдулла Төхфәтулла улы (14 март 1883 йыл — 10 июнь 1938 йыл) — ғалим, совет дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан халыҡ мәғәрифы комиссары, Башҡорт АССР-ының Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
Ғисмәтуллина Хәнифә (XIX быуаттың икенсе яртыһы, Томск — XX быуаттың беренсе яртыһы) — уҡытыусы, педагогика теоретигы, мәғрифәтсе, яҙыусы, публицист һәм шағирә. Хәнифә Ғисмәтуллина — татар ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып үҙ китабын сығарған кеше (1895 йыл).[3] Беренсе татар шағирәләренең береһе.[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ al-Shaykh al-Saduq 1982, pp. 151–152
- ↑ Розалина НУРУЛЛИНА Ирек таңына ашкынып…//«Сөембикә», № 6, 2007.
- ↑ Харрасова Р. Ф. Уйлар Тукайга илтә. — Казан: ИЯЛИ, 2016. — б. 127 ISBN 978-5-93091-196-1
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |