Ғисмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ғисмәт йәки Ғисмә, Исмәт (ғәр. عِصْمَة‎ ; тура мәғәнәлә, «ҡурсылғанлыҡ») — Шиғый исламда айырата иғтибар ителгән саф күңеллелек, гөнаһтан йәки әхлаҡһыҙлыҡтан ҡурсылғанлыҡ. Шиғый теологияһында ғисмәт пәйғәмбәрҙәргә, имамдарға һәм фәрештәләргә хас[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кешеләргә ғисмәт баһаһы биргәндә, « эшләргә мөмкинлеге булыуға ҡарамаҫтан, гонаһҡа бирелмәү» тигән сифатты күҙҙә тоталар[2]. Тән һәм йән сәләмәтлеге менән бер рәттән, дошмандарға бирешмәүсәнлеге һәм тыныслығы (әс-Сәкинә) менән бер рәттән, ғисмәт Аллаһ тарафынан бирелгән илаһи мәрхәмәт булып тора.[3][4].

Мәғсүм (хаталарҙан саф) кеше (ғәр. معصوم‎) — пәйғәмбәрҙәр илаһи динде һаҡлау һәм үҫтереү, Ҡөрьәнде аңлатыу һәм сәләмәт социаль система булдырыу буйынса үҙ миссияһын үтәү өсөн бөтә хаталарҙан һәм гонаһтарҙан һаҡланырға тейеш.

Шиғый-ун икеселәр, ун дүрт мәғсүм (ғәр. معصومون‎) инаныстары буйынса «Аллаһ тарафынан хата-кәмселектәрҙән азат итеп яралтылғандар» иҫәбенә Мөхәммәт Пәйғәмбәр, шулай уҡ ҡыҙы Фатима[5], исмәғилиҙәр, ун ике имам, зәйдиҙәр инә[6].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эдвард Лейнға ярашлы, «ғисмәт» һүҙенең тамыры — «ғәсәмә» (ғәр. عَصَمَ‎) һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни, ҡурсыулы, һаҡлаулы[7]. А. Дж. Венсинк фекеренсә, «камиллыҡ» тигәнде аңлата, Уильям М. Миллер тарафынан «тел тейҙермәҫлек», ә В. Иванов буйынса «гонаһҡа бирешмәүсәнлек» тип тәржемә ителә[8]

Дүртенсе шиғый имам Зәйн әл-Ғәбидин ғисмәтте «Ҡөрьәнгә ныҡлы тотонорға мөмкинлек биргән сифат» тип ҡарай. Әл-Ғәбидин Ҡөрьән менән Ун дүрт мәғсүм Ҡиәмәт көнөнә тиклем бер-береһенән айырылмай, һәм уларҙың һәр береһе икенсеһен тормошҡа ашыра, тип әйтә. Үҙ һүҙҙәрен раҫлау өсөн Ҡөрьән 17: 9 аятын килтерә[9].

« Ысынлап та, был Ҡөрьән тура булған юлға күндерә, һәм изгелек ҡылыусы иман килтергән кешеләрҙе бөйөк әжер менән һөйөнсөләй
»

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Имамилыҡ
  • Камиллыҡ
  • Пәйғәмбәрлек (шиғи ислам)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]