Эстәлеккә күсергә

Ҙур Суҡаяш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҙур Суҡаяш
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Сухояшское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Сухояшское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 455 кеше (2002)[2]
Почта индексы 423325
Карта

Ҙур Суҡаяш (татар. Зур Сукаеш, рус. Большой Сухояш) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

Ауыл Суҡаяш йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1742 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ административ-территориаль улусы составына керә[4].

XX быуат башында ауылда 2 тирмән, 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[3].

1928 йылда ауыл кешеләре Ҡурай-Йылға ауылына нигеҙ һала[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[3].

1859 йылда ауылда 896 ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорттар иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
18591890192019261938194919581970197919892000
896129115869441052765603548449462450
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2002 года
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 562. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.