Эстәлеккә күсергә

Ҡурташтау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡурташтау (Ҡурташ) битенән йүнәлтелде)
Ҡурташтау

Ҡурташтау Ҡолсоғаҙыташ тауынан
Координаталар: 53°55′38″ с. ш. 58°34′29″ в. д.HGЯO
Тау системаһыУрал тауҙары
Тау һыртыУралтау
Тау түбәһе бейеклеге1019,6 м [1]
Ҡурташтау (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Ҡурташтау

Ҡурташтау (Ҡурташ) — (рус. Курташтау (Курташ)) - Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Учалы районындағы тау түбәһе.

Яңынан тимер юл үтә.

Ҡурташтау (Ҡурташ)-Уралтау һыртының 1000 м бейеклектән ашҡан тауҙар исемлегенә инә. Уның бейеклеге 1019,6 м, оҙонлоғо 1,2 км, киңлеге 0,6 км тәшкил итә.[2]

Ҡурташтау—ул боронғо замандарҙа вулкан булған. Был тауҙың урман менән ҡапланған кратеры бар: тышҡы яҡтан—текә бейек ҡаялар, ә эсендә инде тарлауыҡтар һәм соҡорҙар. Шулай уҡ күп таштар тулҡын формаһында—был инде ҡатҡан лава. Тауҙа кескәй генә таш йылғаларҙа бар.[3] Был тау туристар араһында бик популяр. Ныҡ бейек тау булмаһа ла, унан йыраҡта урынлашҡан тауҙарҙы күрергә мөмкин: Ямантау, Ирәмәл, Яланғас, Еләкташ (Малиновая), Кирәл, Әрүәкрәз һәм башҡалар. Шулай уҡ ауыл-ҡалалар ҙа күренә: Белорет, Миндәк, Абҙаҡ, Ҡобағош һ.б. Ҡыҫҡаһы, бөтә Сал Урал уста ятҡан кеүек кенә. Ҡурташтау итәгенән Миндәк (йылға) һәм Ҡурташ йылғалары баш ала.

Ҡурташтау ҡуйы урмандар менән ҡапланған. Күберәк ҡарағас, ҡарағай, ҡайын ағастары үҫә. Емеш-еләккә лә бай (ер еләге, ҡара көртмәле, ҡыҙыл бөрлөгән). Һирәк һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән үҫемлектәрҙә осрай: оҫҡон, ҡымыҙлыҡ үләне, аҡ умырзая һәм башҡалар.[4]

Ҡурташ

Һин минең Ҡурташым,

Иҙел башы ҡуш ташым.

Ятһам, түшәк булған таш,

Ҡышын төйәк булған таш.

Тик мин мендем башыңа,

Һыйындым мин ташыңа,

Дошманымдан һаҡлаған,

Төйәк, тинем, башыма.

Дошман килһә, меналмаҫ,

Аша сабып уҙалмаҫ.

Менеп, еген табалмаҫ,

Мине һаҡлар ҡуш ташым.

Дошман килеп ҡамағас,

Тирәмде ут ялмағас,

Уҡ та булдың, Ҡурташым,

Һаҡ та булдың, Ҡурташым.

Дошман башын юймайсы,

Инде килмәм ташыңа.

Үс алмаһам дошмандан,

Антым етһен башыма.

Башҡорт халыҡ йырҙары / Төҙ.-ред., инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авт.: Х. Ф. Әхмәтов, Л. Н. Лебединский, Ә.И. Харисов. — Өфө, Башҡ. китап нәшр., 1954.

Ҡурташ һүҙенең барлыҡҡа килеүен төрлөсә аңлатырға мөмкин:

  • 1) “ҡур” һүҙе «бай, мул» мәғәнәһен аңлата;
  • 2) Ҡурташ тирәһендә ҡорҙарҙың (тетерева) күп булыуы;
  • 3) «ҡур» “көс, ҡеүәт; көс-ҡеүәт башланғысы, энергия тупланмаһы” мәғәнәһенә лә эйә.[5]

Ҡурташ тип бутап Ҡолсоғаҙыташ тауын әйтәләр,шул арҡала ике тауҙың атамаларында буталсыҡ киткән. Хәҙер Ҡурташтауҙы Оло Ҡурташ, ә Ҡолсоғаҙыташты Бәләкәй Ҡурташ тиҙәр.

Ҡурташтың итәгендә Майташ яланында Ҡобағош ауылы егете һәм Байым (Әбйәлил районы) ауылы ҡыҙының туйы булған. Һөйгән йәрҙәр матур тау башына менеп төшөргә булалар. Ҡапыл, егет ҡая башында, мүкле урында бер үҙе генә үҫеп ултырған ҡымыҙлыҡты күреп ҡала һәм уны үҙенең һөйгән ҡыҙына бүләк итергә тип, таштарға тотоноп шул ҡаяға менеп китә. Ҡымыҙлыҡты алып аҫҡа төшөп барғанда, аяғы тайып китеп шул ҡаянан килеп төшә һәм һәләк була. Ҡыҙ күп күҙ йәштәрен түгә һәм шул һәләкәтле ҡымыҙлыҡ арҡаһында үлгән егетенә арнап шиғыр ижад итә: Ҡурташ аҫты суҡ муйыл,

Түгелеп бөткөһөҙ күп муйыл.

Инде килмәм, Ҡурташ, ҡаршыңа,

Ҡымыҙлығың етте яныйым башына.

Күк күкрәй, Ҡурташ, ай башыңда,

Ишетелә Майташ аҫтында,

Һағынырмын, йәрем, һарғайырмын,

Һин булмағас минең янымда.

Ап-аҡ ҡына, ап-аҡ аҡ уҡаны

Һуҙһаң ине Ҡурташ юлына.

Йәштән генә һөйгән йәрең менән

Йәшәһәң ине ғүмерең буйына.[6]

  1. тысячники Южного Урала
  2. Башҡортостан энциклопедияһы
  3. геоэкшн
  4. Экскурсия на гору Курташ (Курташтау) (Россия, Башкортостан)
  5. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа, 1980.
  6. Башҡорт халыҡ йырҙары / Төҙ.-ред., инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авт.: Х. Ф. Әхмәтов, Л. Н. Лебединский, Ә.И. Харисов. — Өфө, Башҡ. китап нәшр., 1954.

Ҡурташтау // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.