Ҡәйүм (исем)
Ҡәйүм |
Ҡәйүм — ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Мосолман халыҡтарында, төрки телле халыҡтарҙа йыш осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәйүм исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе мәңгелек, оҙон ғүмерле тигәнде аңлата[1].
Күренекле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мифтахов Ҡәйүм Ғәйнан улы (16 июнь 1892 йыл — 4 октябрь 1948 йыл) — фольклорсы, ҡырғыҙ эпосы "Манас"ты яҙып алыусы һәм өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы (5 март 1931 йыл — 5 апрель 2018 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1991 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең Нефтекама быраулау эштәре идаралығында вышка монтажлау цехы бригадиры. РСФСР-ҙың унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1980—1985). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР Дәүләт премияһы лауреаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1970) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1976). СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1981).
Ҡушаев Ҡәйүм Ҡушай улы (18 ноябрь (1 декабрь) 1908 йыл — 15 февраль 2007 йыл, Силәбе) — тимер юлдар төҙөүсе инженер, крайҙы өйрәнеүсе.
Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы (7 июль 1909 йыл — 10 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944.
Ҡәрҙәш төрки халыҡтарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәйүм Насыри (татар. Qayum Nasıri, Каюм Насыйри; 2 [14] февраль 1825 йыл— 1920 йыл) — татар ғалим-этнографы, XIX быуат яҙыусыһы һәм мәғрифәтсеһе.
Мөхәмәтханов Ҡәйүм Мөхәмәтхан улы (5 ғинуар 1916 йыл — 30 июнь 2004) — күренекле ғалим, абай ғилеменә нигеҙ һалыусы, текстолог, 1940 йылдан алып СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе, педагог. Семипалатинскиҙа Абай музейына нигеҙ һалыусы. (1940). Ҡаҙаҡ ССР-ының беренсе Дәүләт Гимны тексы авторҙарының береһе.
Ҡәйүм Тәңрикулуев (10 май 1930, Төрөкмән ССР-ы, СССР) — төрөкмән яҙыусыһы, СССР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (1984 йыл).
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәйүмов Альмир Измайлович (1964 йыл — 2013 йыл) — Рәсәй футболсыһы һәм арбитр.
Ҡәйүмов Ғәбдерәүеф Ғабдулхаҡ улы (1926 йыл — 2009 йыл) — совет ауыл хужалығы эшсеһе, механизатор, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Ҡәйүмов Дмитрий Дмитриевич (1949 йыл — 2021 йыл) — үзбәк шахматсыһы.
Ҡәйүмов Дмитрий Игоревич (1992 йыл) — Рәсәй футболсыһы.
Ҡәйүмов Малик Ҡәйүм улы (1912 йыл — 2010 йыл) — үзбәк совет документаль кино режиссёры һәм операторы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
Ҡәйүмов Пулат (1919 йыл — 2018 йыл) — совет һәм үзбәк дәүләт эшмәкәре, Фирғәнә һәм Андижан өлкә башҡарма комитеттары рәйесе вазифаһын башҡарыусы.
Ҡәйүмов Рөстәм Наил улы (1994 йыл) — Рәсәй биатлонисы.
Ҡәйүмов Сергей Дмитриевич (1980 йыл) — үзбәк шахматсыһы, гроссмейстер (2010).
Ҡәйүм хан, Вәли (1904 йыл — 1993 йыл) — Төркөстан милләтсеһе, Икенсе донъя һуғышы коллаборационисы, күренекле совет эмиграцияһына ҡаршы эшмәкәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәйүм — Аллаһ Тәғәләнең күркәм исемдәренең береһе. Йәә Ҡаййүүмү — бар ғәләмде, ер-күктәрҙе, тәртип-низамда тотоусы зат.
Топонимияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәйүм (рус. Каюмово) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл.
Ҡәйүм (ҡултыҡ) — Камчатка ярымутрауының төньяҡ-көнсығышында диңгеҙ ҡултығы.
Ҡәйүм (йылға) — Камчатка ярымутрауының төньяҡ-көнсығышында йылға. Оҙонлоғо — 48 км. Камчатка крайы Ҡарагин районы биләмәһе буйлап аға. Ҡәйүм ҡултығына ҡоя.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәйүм ҡарт — Башҡорт халыҡ йыры (Ишморат Илбәков башҡара)[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- ↑ Ҡәйүм ҡарт. Башҡорт халыҡ йыры
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |