Һуд сүрәһе
Һуд | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Һуд |
Статистика | |
Сүрә номеры |
11 |
Аяттар һаны |
123 |
Джүз |
11 — 12 |
Хизб |
22 — 24 |
Руҡуғ |
10 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
Һуд сүрәһе(ғәр.سورة هود – сүрәтү һуд) – Ҡөрьәндәге ун беренсе сүрә. Мәккәлә инә. Аяттар һаны – 123.
Сүрә Ҡөрьәнде маҡтау менән башланып китә һәм бер Аллаһҡа ғына ғибҙәт ҡылырға саҡыра. Унан һуң Аллаһтың берҙән бер Раббы булыуы, Уның сикһеҙ ҡөҙрәте һәм хакимлегенә, кешеләрҙең, Аллаһның рахмәтенә йәки асыуына тарығас, шатлыҡтары йәки ҡайғылары күрһәтелә. Әлеге сүрәлә Ҡөрьәндең әһәмиәте тураһында һөйләнелә һәм Аллаһ кешеләрҙе, булдыра алһалар, Ҡөрьәнгә оҡшаш әҫәр яҙырға саҡыра. Кафырҙарҙың Ҡөрьәнгә ышанырға теләмәүҙәре, Ҡиәмәт көнөндә мөьминдәргә биреләсәк әжер (урыҫ. награда) тураһында әйтелә.
Был сүрәлә пәйғәмбәрҙәр, уларҙың халыҡтары менән бәхәскә инеүҙәре тасуирлана, кафырҙарҙың язаға тарыясаҡтары һәм мөьминдәрҙең ҡотоласаҡтары әйтелә. Шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә Нух (СҒС) тураһында, Юныс сүрәһендәгегә ҡарағанда, тулыраҡ мәғлүмәт бирә. Кафырҙарҙың кирелеге һәм уларға төшкән язаның ҙурлығы тасуирлана.
Унан һуң Ғәд ҡәүеме һәм уның пәйғәмбәре Һуд ғәләйһиссәләм тураһында риүәйәт китерелә, кафырҙарҙың аҡылһыҙлыктары күрһәтелә. Әлеге халыҡ, көслө булыуҙарына ҡарамаҫтан, Аллаһ Тәғалә тарафыннан юҡҡа сығарыла. Шулай уҡ был сүрәлә Сәлих ғаләйһиссәләм һәм уның халҡы – Сәмуд, Ибраһим, Лут, Шөғәйеп пәйғәмбәрҙәр (СҒС) тураһында һөйләнелә. Сүрә аҙағында Аллаһ мөьминдәрҙе яҡшы эштәргә һәм был эштәр өсөн әжер көтөүгә саҡыра; сикһез белеменә һәм мөьминдәрҙең Уға таянырға тейешлелеген күрһәтә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
- Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтамалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Ислам» | |
Ҡөрьән Викиөҙөмтәлә | |
Ҡөрьән Викикитапханала | |
Һуд сүрәһе Викимилектә |
- Һуд сүрәсенең Ногмани тәфсире 2011 йыл 13 апрель архивланған.