Эстәлеккә күсергә

Әхмәтова Һылыу Әхмәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һылыу Әхмәтова битенән йүнәлтелде)
Әхмәтова Һылыу Әхмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 4 июнь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) или 1918
Тыуған урыны Үрге Ҡыйғы, Дыуан-Ҡошсо кантоны, Бәләкәй Башҡортостан, Совет Рәсәйе
Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Ҡыйғы районы
Үрге Ҡыйғы
Вафат булған көнө 2002
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Өфө, Рәсәй
Хәрби звание өлкән лейтенант[d] һәм Военфельдшер[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө 112-се Башҡорт атлы дивизияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әхмәтова Һылыу Әхмәт ҡыҙы (4 июнь 1918 йыл2002 йыл) — табип-терапевт, йәмәғәт эшмәкәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы (1938—1951) депутаты. Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Һылыу[1] Әхмәт ҡыҙы Әхмәтова 1918 йылдың 4 июнендә Златоуст өйәҙе [2] Үрге Ҡыйғы ауылында батрак хәлендәге крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1921 йылдағы аслыҡтан атаһы Әхмәт Әхмәтов үлеп китә, әсәһе Нәзифә биш ҡыҙы менән тол ҡала.

Һылыу ғаиләләрендә төпсөк бала була. Үрге Ҡыйғы ауылында башланғыс мәктәптең 4-се класын тамамлағас, уны Өфө ҡалаһына Башмедтехникумдың әҙерлек курстарына алып киләләр. Ике йылдан әҙерлек курстарын тамамлағас, ул медицина техникумының фельдшер-акушерлыҡ бүлегенә күсерелә һәм уны 1936 йылда уңышлы тамамлай. 1936 йылдың авгусынан 1938 йылдың декабренә тиклем Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында фельдшерлыҡ пунктында мөдир, артабан район үҙәгендә амбулатория мөдире булып эшләй.

1938 йылда 20 йәшендә генә Ҡыйғы һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, уның депутатлыҡ мөҙҙәте 1947 йылға тиклем оҙайтыла.

1939 йылдың ғинуарынан май айына тиклем ул — Башҡорт дәүләт медицина университеты (БМИ) эргәһендәге әҙерлек курсы студенты һәм 1939 йылдың сентябрь айынан — 1-се курс студенты.

Фин һуғышы башланыуы менән, Һылыу урта медицина белемле кеше булараҡ, Ҡыҙыл Армия сафтарына хеҙмәткә мобилизациялана. 154-се мотоуҡсылар батальонының (МУБ) 170-се уҡсылар дивизияһына лекарь ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләнә</ref>. Совет-фин һуғышы (1939—1940) тамамланғас, 1940 йылдың июнендә демобилизациялана, БМИ-ға уҡыуын дауам итеү өсөн ебәрелә. 1-се курсты уңышлы тамамлай, әммә 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, икенсе көндә үк Ҡыҙыл Армия сафтарына саҡырыла һәм Өфө ҡалаһындағы 1741-се эвакуацион госпиталдә шәфҡәт туташы итеп эшкә ҡалдырыла. Бында ул 1942 йылдың ғинуарына тиклем хеҙмәт итә. 1941 йылдың ноябрендә башҡорт халҡы һәм хөкүмәте һорауы буйынса һәм Генштабтың рөхсәте менән, 112-се һәм 113-сө Башҡорт атлы дивизиялары төҙөлә башлай. 1942 йылдың 19 ғинуарында Һылыу үҙ теләге менән 113-сө башкавдивизияға яҙыла. Аҙаҡ был ике башкавдивизияның берәүһен — 112-сеһен, генә ҡалдыралар. Башҡа милли офицерҙар менән бер рәттән, һылыу ҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына күсерелә, аҙаҡ был дивизия 1943 йылдың 14 февралендәге СССР НКО-ның 78-се Приказына ярашлы, 7-се гвардия кавалерия корпусы составына инеүсе 16-сы гвардия кавалерия дивизияһына үҙгәртелә. Юғары Баш Командующийҙың 1943 йылдың 21 сентябрендәге Приказы буйынса, Ҡыҙыл Байраҡ (15.01.1944), Суворов (09.08.1944), Ленин (19.02.1945) и Кутузов (28.05.1945) орденлы Чернигов дивизияһы итеп үҙгәртелә.

Фронт юлы дивизияның ойошторолоу урыны — Өфө ҡалаһының Дим районындағы Дим тимер юл станцияһынан башлана.

Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Сталинградтан алып Варшаваға һәм Берлинғаса һуғыш юлы үтә.

Донесениенан:

16-сы гвардия кавалерия дивизияның 19-сы гвардия айырым медицина санитар эскадронының гвардия хәрби табибы Һ.Ә. Әхмәтова хәрәкәттәге армияла үҙ-үҙен аямай хеҙмәт итте, яралы яугирҙарҙың һәм командирҙарҙың ғүмерҙәрен һаҡланы. Яралыларҙың күпләп килтерелгән мәлдәрендә, бигерәк тә 1942 йылдың 19 ноябренән 1943 йылдың 25 февраленә тиклемге һөжүм осорҙарында, ул яралыларға ярҙам күрһәткәндә оло ҡаһарманлыҡ өлгөһө булды. Операция бүлмәһендә йоҡоһоҙ, ялһыҙ 2-3 тәүлек эшләне. Иптәш Әхмәтова шәхсән үҙе генә 700-ҙән ашыу яра бәйләгән. БАССР Юғары Советы депутаты булараҡ, Әхмәтова үҙенең шәхси миҫалында тәртиплелек өлгөһө булды, ҡаты яраланғандарҙың ғүмерен һаҡлау өсөн, үҙ ҡанын тапшырыу эшенең инициаторы иҫәпләнде. Бының өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943) менән бүләкләнде.

Ире — Саттаров Тәүфиҡ Ситдыҡ улы, үҙ теләге менән һуғышҡа китә, Һылыу менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. 1943 йылдың февралендә дошман тылына төпкөл рейд ваҡытында һәләк була.

1945 йылдың июнендә үҙенең яуҙаштары менән бергә, Һылыу Рейхстаг диуарында үҙенең еңеүсе ҡултамғаһын ҡуя.

Һылыу Әхмәтова иҫтәлектәренән:

Кавалерия һәм миңә беркетелгән медицина санитар эскадроны (МСЭ) бер урында оҙаҡ ҡала алмай торғайны. Һөжүм иткән осорҙа сиктән тыш әүҙемлек һәм етеҙлек талап ителә ине. Әгәр ҙә яралы яугирҙарҙы операциянан һуң эвакуациялап өлгөрмәһәк, медсанэскадрон хәрби подрозделениеларҙың артынса уҡ алға барҙы, ә медицина хеҙмәткәрҙәренән кем дә булһа берәү яралы төркөм менән эвакуациялау өсөн транспорт көтөп ҡала торғайны. Минең менән дә бер нисә тапҡыр шулай булды. Ҡайһы ваҡыт һинең ҡарамағыңда йөҙ, ә ҡайһы саҡта мең кеше була. Уларҙы ашатыу хәстәрен табырға, транспорт мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Унан яралыларҙы транспортҡа урынлаштырыу һәм тылға оҙатыу тейеш. Бары шунан һуң ғына үҙ часыңды ҡыуып етәһең.

Әле булһа, шул иҫемдә: япа-яңғыҙым, үҙебеҙҙең взводтың бар мөлкәте менән, шыр ҡара урманда төн үткәрҙем. Ул саҡта санитарҙар яралылар менән ауылда ҡалды, ә командир алғы һыҙыҡҡа китте. Алыҫ түгел ерҙә, Днепр тирәһендә, атыш тауыштары яңғырай. Бик тә ҡараңғы, әммә ут һыҙырға ла, усаҡ тоҡандырырға ла, үҙеңдекеләрҙе саҡырып ҡысҡырырға ла ярамай. Ошо урманда дивизия штабы урынлашҡан да ул, тик уны ҡайҙан табаһың? Бына шулай таң атҡансы, керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем. Иртән минең арттан үҙебеҙҙекеләр килеп етте, һәм беҙ Днепрға табан ҡуҙғалдыҡ.…

1945 йылдың июлендә тыуған мединститутына 2-се курста уҡыуын дауам итеү өсөн әйләнеп ҡайта. БМИ 3-сө курс студенты 1947 йылда яңынан Өфө ҡалаһының Фрунзе һайлау округынан БАССР Юғары Советының 2-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана. 1938—1951 йылдарҙа БАССР Юғары Советының 1-се, 2-се саҡырылыш депутаты була.

25 йыл дауамында Өфө ҡалаһының 1-се һанлы функциональ диагностика дауаханаһында кабинет мөдире булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Совет Армияһында хеҙмәт иткән ваҡытындағы наградалары:

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • 11 медаль һәм Башкомандующийҙың биш рәхмәт хаты,

Тыныс тормошта алған наградалары:

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены(1985),
  • «Почёт Билдәһе» һәм хеҙмәт миҙалдары.
  1. В некоторых источниках информации имя 'Сулу' пишется 'Сылу'. По свидетельству её племянницы Галии Алексеровой (Латифьяновой - 1933г.р.) проживающей в Ташкенте и фотографии присланной ей на память в 1974 году, тётя (Ахметова Сулу) на обороте фотографии подписала своей рукой 'Сулу'. ПС. Дата создания страницы 2015 год. Племянница - Галия Алексерова - 1933-2016.
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы