Эстәлеккә күсергә

Һыу эйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыу эйәһе
Рәсем

Һыу эйәһе — һыу рухы. Ҡара сәсле ҡатын булып күренә[1].

Эпик ҡомартҡыларҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо халыҡ һыу эйәләрен һәм уларҙың донъяһын әкиәттәрҙә, риүәйәттәрҙә һүрәтләй.

Һыу зйәһе һәм һыу культы халыҡ аңына ныҡ һеңешкән булған һәм фольклорҙа художестволы сағылыш тапҡан. Изгелекле һыу эйәләре йыш ҡына ер кешеләренә, эпос батырына ярҙам итәләр, төрлө хәүефте иҫкәртәләр[2].

«Аҡбуҙат» эпосында

Һыу ҡыҙы Нәркәс ер улы һәүбән батырҙы Шүлгән батша, һыу аҫты батшалығы дейеүҙәре мәкеренән, яуызлығынан ҡурсалай, батырға хәүефтән ҡотолоу өсөн төрлө тылсымдар өйрәтә, дейеүҙәр тарафынан Урал батырҙың урланған мифик Аҡбуҙатын, алмас ҡылысын алырға ярҙам итә, ер улына (һәүбәнгә) кейәүгә сыға. Ул һыу атынан яҡшы тоҡомло йылҡы малы сығара. «Заятүләк менән һыуһылыу» эпик ҡомартҡыһында

Заятүләк батыр һыу эйәһенән уның ҡыҙы һыуһылыуҙы ала.

Һыуһылыу Заятүләкте һәр төрлө хәүефтән һаҡлай, уға кәңәштәр бирә, һыу аҫты малын ер өҫтөнә сығара, һыу багшаһы ер халҡын төрлө бәлә-ҡаза килеүҙән иҫкәртә, кешеләргә мал бирә, яҡшы тоҡом йылҡы үрсетергә булышлыҡ итә.

Асылыкүл, Дим буйы башҡорттарының ышаныуҙарына ҡарағанда, Асылыкүлдең батшаһы — иң оло эйәһе илгә ҙур афәт, бәлә-ҡаза килеүен алдан иҫкәртеп ҡуйыр булған. Бәлә-ҡаза килер алдынан уның һыуы ныҡ ташып, тирә-яҡты баҫыр булған.

Асылыкүл бәлә-ҡазаны алдан иҫкәртә, тигән һүҙҙәрҙе Дим буйы башҡорттары араһында хәҙерге көндә лә ишетергә мөмкин. Асылыкүлдең ташыуын икенсе төрлө аңлатыу ҙа бар. Һыу батшаһы ер кешеләренең берәй эшенә йә яман ҡылығына асыуланһа, күл ташып, тирә-яҡты баҫа, тиҙәр.

Даль Владимир Иванович яҙып алған вариантта һыуһылыу Заятүләкте, ата-әсәһенә һәм ағаларына күрһәтмәй, үҙ тирмәһендә йәшереп тота. Әммә берҙән-бер көн һыуһылыуҙың ҡара атҡа атланған, ҡара кейемле ағаһы Заятүләктең һыу аҫты батшалығында уның һеңлеһе менән йәшәп ятыуын белеп ҡала һәм «ҡашын төйөп» асыулана. Уның асыуланыуы була, Асылыкүл, бәлә-ҡаза килерен белдереп, ҡайнап ҡабара, таша башлай.

Һыу эйәһе культы йолаларҙа ла киң таралған. Ҡорбан килтереү йолаһы башҡорт эпосында ла сағылмай ҡалмаған. «Урал батыр» эпосында Ҡатил батшалығында әсиргә алынған төрлө ырыу кешеләрен, ҡулы бәйле ирҙәрҙе һыуға ташлауҙары һүрәтләнә:[3]

Һәр йыл батша тыуған көн,

Ата-әсәһе хаҡы өсөн,

Батша тыуғас, һыу алып,

Йыуған ҡойоһо өсөн,

Ҡорбан бирер йола бар — тип әйтелә ҡобайырҙа.

Элек башҡорттар ят кешенең ҡайҙан икәнен белергә теләһә, уның ҡайһы һыуҙы һыулағанын һорап белгәндәр.

Йылға, күл эйәләре көндөҙ ял итә, ә төндә улар уйнайҙар, кәйеф-сафа ҡоралар, һыу өҫтөнә сығып, таш өҫтәренә ултырып, сәстәрен тарайҙар, биҙәнәләр, тип уйлағандар. Шуның өсөн төндә һыуға барып, һыу эйәләрен бимазалап йөрөү ныҡлы тыйылмаһа ла, хуп күрелмәгән.

Боронғо кешеләр һыу эйәләре менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы хуп күрә Әгәр ҙә кеше, сараһыҙҙан төндә һыуға барһа йәки һыуҙы кисеп сыҡһа, ул тамаҡ ҡырып, йә булмаһа әкрен генә көйләп тауыш биргән. Шуның менән ул һыу эйәһенә үҙенең килеүен аңғартҡан.

Йылғаны, күлде бысратыу, болғатыу, әрләү тыйылған. Шишмәләрҙе, йылға баштарын бысраныуҙан, мал тапауҙан һаҡлау, уны бурап ҡуйыу, мал эсеү өсөн улаҡтар яһау изгелекле, сауаплы эш, тип ҡаралған.

Үҙҙәре изге һанаған йылға, шишмәләргә кешеләр хөрмәт күрһәтеү, ризаландырыу, уның сауабын алыу өсөн бүләк итеп көмөш тәңкәләр ташлаған, һыу ситендә үҫкән тал ботаҡтарына төрлө таҫма, сепрәктәр таҡҡандар.

Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә «Әүлиә ҡотоғо», «Әүлиә шишмәһе» аталып йөрөгән һәм изгеләштерелгән шишмә, инештәр был фекергә миҫал була ала.

Учалы районы Әүештауы ситендәге Әүлиә ҡотоғо, Бөрйән районы Баҙал тауы башындағы «Хәҙрәт ҡотоғо», Хәйбулла районы Әбеш ауылы янындағы Әүлиә ҡоҙоғо изгеләштерелгән шишмә, һыу сығанаҡтары рәтенә инә.

Башҡорт халҡында бер ауыл ҡыҙы икенсе ауылға килен булып төшкәндә уға һыу күрһәтеү, һыу башлау кеүек боронғо йола хәҙерге көнгә тиклем һаҡланып килә. Кейәү егеттең ҡыҙ туғандары махсус рәүештә йәш киленде үҙҙәре эскән һыу буйына алып килә. йәш килен һыуҙы ауыҙ итә, битен йыуа, һыулы ҡулы менән сәс толомдарын, ҡашын һыйпай, изге теләктәр теләп, шул һыуҙы эсеп йәшәргә ризалығын белдереп, бүләк итеп һыуға көмөш тәңкә һала.

Һыу эйәһен бүләк биреп ризаландырыу, унан ярҙам һорау күренешен боронғо башҡорттарҙың ямғыр теләү йолаһында ла күрергә мөмкин. Йоланың аҙағы һыу һибешеү, һыуға һалыу менән тамамланған. Кешеләр бер-береһен кейеме-ние менән бергә һыуға ташлағандар, күнәктәр менән һыу һибешкәндәр. Ошо йоланы үтәгәндән һуң ямғыр яуырға тейеш булған. Кешеләрҙе һыуға ташлау бик боронғо дәүерҙә һыу эйәләренә кеше ҡорбаны биреү йолаһын имитациялауға ҡайтып ҡала. Һыуға ташланған, шулай уҡ һыу һибешеүҙә һыуланып бөткән кешеләр үпкәләшергә тейеш түгел (1972 йылда Башҡортостандың Дәүләкән районы Иҫке Мерәҫ ауылында Ғәйнуллин Фәтхулла Ғәйфулла улынан (1883 йылғы) Сәғитов Мөхтәр Мофазал улы яҙып алған йола).

Һыу зйәһе культы һалсылар, ҡыуғынсылар араһында киң таралған була. Һалсылар ҡыуғынға йәки һалға китер алдынан именлек теләп доға ҡылыр, хәйер таратыр булғандар. Ауылдың уҡымышлы оло кешеһе доға ҡылып, фатиха биреп оҙатып ҡалған. Шул рәүешле һалсы, ҡыуғынсы һыу хәүефенән һаҡланырға теләй[4][2].

Музыкаль фольклорҙа

һыу культының башҡорт халҡында ныҡ таралған булыуын музыкаль фольклор материалдары ла раҫлай. Ағиҙел, Яйыҡ, һаҡмар, Әй, Йүрүҙән, Дим, Ҡариҙел, Инйәр, Кәмәлек һ. б. йылғалар, Арғужа, Ҡандра, Асылыкүл кеүек күлдәр хаҡында башҡорт халҡы маҡтау, данлау йырҙары ижад иткән. Үҙе эскән һыуҙы маҡтау, һыу эйәһен данлау, уның изгелекле булыуын теләү боронғо йырҙарҙың йөкмәткеһендә мөһим урын тота[2].

Донъя фольклорында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус фольклорында «Садко» былинаһында һыу аҫты батшалығына ҡорбан рәүешендә барған сәүҙәгәр Садко үҙенең гуслелә матур уйнауы, ябайлығы, бер ҡатлылығы менән батшаға оҡшай. Уның мәрхәмәтен таба, ҡыҙына өйләнә һәм тыуған иле — Новгородҡа ҡайтыуға ирешә.

Донъяның төрлө халыҡтарында һыу эйәләре, һыу батшалары образын һүрәтләүҙә уртаҡ, оҡшаш моменттар бар.

«Аҡбуҙат», «Заятүләк менән һыуһылыу» эпик ҡомартҡыларындағы һыу эйәләре һәм "Садко"лағы диңгеҙ батшаһы, грек мифологияһындағы диңгеҙ аллаһы Посейдон реаль тормоштағы кеше — феодаль кенәз йәки батша образында һүрәтләнәләр. Асылыкүл батшаһы асыуланғанда йә шатланғанда күл нисек таша, тулҡынлана торған булһа, "Садко"лағы диүгеҙ батшаһы, шулай уҡ Посейдон алла асыуланғанда йәки шатланғанда ла диңгеҙ шулай тулҡынланыусан, урғып ҡайнаусан итеп һүрәтләнә.[2]

һыу эйәһе

Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә диңгеҙ эйәһе йәки һыу батшаһы образы, һыу стихияһы көсөн һүрәтләү йыш осрай.

«Ала ҡарға» әкиәтендә һыу эйәһе батыр ултырған карапты туҡтата, кеше ҡорбаны көтә . Боронғо грек, рим диңгеҙселәре афәткә осраһалар, унан ҡотолоу өсөн диңгеҙ аллаһы Посейдонға кеше ҡорбандары биргәндәр, ҡолдарҙы һыуға ырғытҡандар.

Һыу эйәһенә булған мөнәсәбәт һуңғараҡ, кеше үҙен көслөрәк һиҙә, тәбиғәт көстәренә яраҡлашып йәшәй башлағас ҡына, үҙгәрә[2].

Башҡорт халҡының әкиәт жанрында батыр һыу эйәһен тылсым көсө менән еңә («Ала ҡарға»), йә булмаһа хәйлә юлы менән уның байлығын ҡулға төшөрә («Әбйәлил»). Хатта батыр һыу энәһен юҡ итә, уның донъяһын тар-мар ҡыла, һыуһыҙлыҡтан интеккән халыҡҡа һыу бирә

«Айыуғолаҡ» әкиәтенән өҙөк:

...Улар һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән көслө ел-дауыл сығып,күлдән туғыҙ башлы аждаһа күтәрелгән. Ауыҙҙарын асып, Сәмреғош балаларын тирәге-ние менән йотам тигәндә генә, Айыуғолаҡ ҡылысын алған да, аждаһаны тураҡлап, тирәк төбөнә ҡырҡ таяҡ әрҙәнә итеп өйөп ҡуйған[5].

Һыу эйәһе ҡысҡырһа, кеше ала;

Ат әйләнеп ҡаҙығын табыр, һыу әйләнеп юлығын табыр.

  1. / Ф. Г. Хисамитдинова «Мифологический словарь башкирского языка»
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 /Ф. Нәҙершина Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы. Өфө. Китап −2011, 152—159 -сы б.б.
  3. Башҡорт халыҡ ижады. Мәктәп китапханаһы. «Урал батыр». — Өфө: «Информреклама», 2005 й. — С. 117.
  4. Башҡорт халыҡ ижады. «Йола фольклоры» I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 556.
  5. Башҡорт халыҡ ижады. «Йәшәгән, ти батырҙар». — Өфө: «Китап», 1990 й. — С. 173-179.