Эстәлеккә күсергә

Һәйет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һәйет (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Һәйет
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Фёдоровка районы

Координаталар

53°03′02″ с. ш. 55°37′11″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 254 850 002

ОКТМО коды

80 654 450 106

Һәйет (Рәсәй)
Һәйет
Һәйет
Һәйет (Башҡортостан Республикаһы)
Һәйет

Һәйет (рус. Саитово) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 307 кеше[1]. Почта индексы — 453295, ОКАТО коды — 80254850002.


Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (86 %)[2].


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 318
2010 йыл 14 октябрь 307 153 154 49,8 50,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны


  • Йәштәр (урамы) (рус. Молодежная (улица))
  • Мәктәп (урамы) (рус. Школьная (улица))
  • Тау(урамы) (рус. Горная (улица))
  • Йылға (урамы) (рус. Речная (улица)) [3]

Һәйет ауылы Юрматы улусына ҡараған. 1795 йылға 134 кеше 22 йортта йәшәгән. 64 йылдан һуң ихаталар һаны 75-кә, халыҡ 437 кешегә тиклем етә. 1920 йылда 570 кеше 122 йортта йәшәгән.

1842 йылда 278 кешегә ужым игене — 400, яҙғы иген 1304 бот сәселгән. Ауылда 870 ат, 940 һыйыр малы, 21 һарыҡ, 8 баш кәзә булған.

1786 йылда Өфө наместниклығы картаһында Нөгөш йылғаһының ике ярында Ағиҙел йылғаһына ҡойған ерҙә Һәйет исемен йөрөткән ике ауылды табырға мөмкин. Ике ауыл да беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Был урындар — Тамъян халҡы биләмәһе. Бынан тыш, Ағиҙелдең һул яҡ ярында, Һуҡайлы йылғаһы — Ашҡаҙар ҡушылдығы эргәһендә, ауылға әүерелгән Һәйет утары урынлашҡан. Был — юрматыларҙың аҫаба ерҙәре. Бөгөн бында Федоровка районына ҡараған Һәйет ауылы урынлашҡан. Шул уҡ йылғаның уң ярында күп йылдар үткәс, ошо уҡ исемдәге ауыл менән генетик бәйләнеше булған Һәйет ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Хәҙерге ҡасаба Мәләүез районы биләмәһендә урынлашҡан.

Һәйет ауылына (Федоровка районы) нигеҙ һалыусы тураһында документтар юҡ, әммә Нөгөш йылғаһы эргәһендә юҡҡа сыҡҡан ошо уҡ исемдәге ауылдың боронғо тарихы билдәле. Атап әйткәндә, 1737—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында әүҙем ҡатнашыусы Тамъян егете Сәйет Алдағолов нигеҙ һала. Ул 1740 йылда карателдәр тарафынан язаға тарттырыла. 1739 йылда был ауыл теркәлгән була. Бында Сәйеттең улы Мостафа йәшәй. Һуңынан Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан был ауылдың Мостафа тип аталыуы тураһында өҙөк-өҙөк мәғлүмәттәр асыҡлана. Бында Е. И. Пугачёв полковнигы Ҡаскын Һамаров тыуған һәм йәшәгән[4]. Ҡасҡын Һамаровтың исем-шәрифе 1761 йылдан уҡ билдәле. Ул ваҡытта Һамаров Тамьян олоҫонда йөҙ башы булып хеҙмәт итә һәм ырыуҙаштары припущинниктарға ерҙәрен ҡуртымға биргәндә уларҙың ышаныслы кешеһе булараҡ сығыш яһай. Ул Яйыҡ йылғаһы буйлап урынлашҡан Ырымбур сик буйы һыҙатында поход старшинаһы вазифаһында хеҙмәт итә. 1771—1773 йылдарҙа Ҡасҡын Һамаров Польшала Бар конфедераттарына ҡаршы 11 башҡорт старшинаһы менән бергә һуғыша һәм 3 меңлек ғәскәрҙең 10-сы башҡорт командаһы башлығы вазифаһын үтәй[5].

  • Һәйет ауылы кешеләре[6]