Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 28 май 1918
Дәүләт Flag of Azerbaijan.svg Әзербайжан Демократик Республикаһы[d]
Автор Әзербайжан Милли Советы[d]
Коллекцияла һаҡлана Баҡы
Ваҡиға ваҡыты 28 май 1918
Commons-logo.svg Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы Викимилектә

Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы (әзерб. İstiqlal BəyannaməsiIstiqlal Bəyannaməsi)[1], йәки Әзербайжан бойондороҡһоҙлоғо тураһында акт[2] — Әзербайжан Милли Советы 1918 йылдың 28 майында Тифлиста төҙөлгән һәм ҡул ҡуйылған һәм Әзербайжан демократик республикаһының бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән документ.

Әзербайжан Демократик Республикаһы барлығы 23 көн йәшәп ҡалған һәм 1920 йылдың апрелендә советлаштырыу һөҙөмтәһендә һәләк булған. Уның урынында барлыҡҡа килгән Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы тиҙҙән Совет Социалистик Республикалар Союзы составына инә. СССР тарҡалғандан һуң, 1991 йылдың 18 октябрендә, Әзербайжан Республикаһының Юғары Советы, 1918 йылғы бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһына таянып, «Әзербайжан Республикаһының Дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында» Конституцион актын ҡабул иткән.

Ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә әзербайжан телендә төҙөлгән Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһының ҡулъяҙма төп нөсхәһе Әзербайжан Республикаһының Дәүләт архивында, әзербайжан оригинал күсермәләре әзербайжан һәм француз телдәрендә — Баҡыла Әзербайжандың Милли фәндәр академияһының тарих Музейында һаҡлана. Декларация ҡабул итеү көнө — 28 май — Әзербайжанда милли байрам — Республика көнө, ял көнө булып һанала.

Тәүшарт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылдың башына Кавказ аръяғында сәйәси хәл бик ҡатмарлы булып ҡала. Брест-Литовскиҙағы Рәсәй һәм Германия араһындағы тыныслыҡ тураһында уңышһыҙ һөйләшеүҙәрҙән һуң, 1917 йылдың 6 декабрендә Кавказда герман-төрөк ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. 1918 йылдың ғинуар башында төрөк ғәскәрҙәре Ардаган, Карс һәм Батум өлкәларен баҫып ала. Төрөк ғәскәрҙәренең алға барыуы Кавказ аръяғы комиссариатын 1918 йылдың 6 февралендә Кавказ фронты командующийы Мәхмәт Вәһиб пашаға Ғосман Төркиәһе менән тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәргә әҙерлеген белдереп телеграмма бирергә мәжбүр итә.

Кавказ аръяғы сеймын төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кавказ аръяғы комиссариатының йоғонтоһо ла, көслө власы ла булмаған, шуның менән бәйле үҙтаралыш иғлан итергә мәжбүр булған. 1918 йылдың 22 ғинуарында Бөтөн Рәсәй Ойоштороу Йыйылышына һайланған Кавказ аръяғы депутаттарының кәңәшмәһендә Кавказ аръяғы сеймын төҙөү һәм был ойошмаға урындағы власты тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1918 йылдың 25 февралендә Кавказ аръяғы сеймы асыла. Сейм өс сәйәси партия фракция: 32 депутаты булған грузин социал-демократтары (меньшевиктар) составында, мосолман (әзербайжан) партияһы «Мөсәүәт» (Тигеҙлек) һәм 30 депутаттан торған уларға һырығыусы партияһыҙҙарҙың демократик төркөмө һәм составында 27 депутаты булған «Дашнакцутюн» әрмән партияһынан торған. Бынан тыш унда социал-революционерҙар партияһы (эсерҙар), национал-демократтар, Халыҡ азатлығы партияһы (әрмән), мосолман социа­листик блогы (7 депутат), фракция Рәсәй Мосолманлығы (Иттихад) — 3 депутат, һәм меньшевиктар партияһы-ғөммәтселәр (4 депутат) ингән. Кавказ аръяғы сеймы Евгений Гегечкори етәкләгән Кавказ аръяғы хөкүмәтен төҙөгән. Сейм үҙенең бөтә эшмәкәрлеген мәсьәләне тыныс юл менән сисеүҙе һәм Кавказдың бойондороҡһоҙлоғона ынтылған.

Трабзон тыныслыҡ конференцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сеймдың Төркиә менән килешеү программаһында Төркиә менән тыныс йәшәү даими булырға һәм 1914 йылдағы дәүләт-ара сиктәр тергеҙелергә тейеш тип раҫлана. Төркиә менән һөйләшеүҙәргә башында грузин Акакий Чхенкели, ике әзербайжан мөсәүәтсеһе — Мамед Ғасан Гаджинский һәм Хәлилбәк Хасмамедов вәкил итеп һәм башҡа партияларҙан берәр һайланған делегация: И. Гейдаров (социалистк блок), Мир Якуб Мәхтиев (Иттихад), Алекпер Шәйхулисламов (меньшевик-гумметист) бара. Төркөм Трабзонға 12 мартта килә, унда Трапезунд һөйләшеүҙәре башланырға тейеш була.

Рәсәй Төркиәгә Ардаганды, Карс һәм Батум өлкәләрен бирергә риза булған Брест килешеүенең тәүге бите

Кавказ аръяғы сеймы Төркиә менән тыныслыҡ килешеүе төҙөргә йөрөгәндә, Рәсәй һәм Германия Ардаганды, Кар һәм Батум өлкәләрен Төркиәгә бүлеп биреү тураһындағы Брест килешеүенә ҡул ҡуя. Кавказ аръяғы сеймы, Брест килешеүен танымауын белдереп, «большевистик власты таныманыҡ та», тип өҫтәп, Петроградҡа Халыҡ комиссарҙары Советына телеграмма һуға. Брест килешеүенә таянып, Төркиә Кавказ аръяғы сеймынан Карс, Батум һәм Ардаган территорияларынан ғәскәрен сығарыу тураһында ультиматум ҡуя. Шундай шарттарҙа 1918 йылдың 14 мартында Трабзонда Төркиә һәм Кавказ аръяғы араһындағы тыныслыҡ конференцияһы асыла. Төркиә, Кавказ аръяғы үҙенең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итмәгәнлектән, уның был ерҙәргә хоҡуғы юҡ тип белдерә. «Мөсәүәт» партияһы төрөк ультиматумы яҡлы була. Улар Кавказ арты сеймынан сығасаҡтарын һәм Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоғон иғлан итәсәктәрен белдерәләр. «Мөсәүәт» партияһы вәкилдәре вәкилдәре мосолман Кавказ аръяғы биләмәләрен тулыһынса Төркиәгә ҡушыу яҡлы булһалар ҙа, төрөк делегацияһы башлығы Рәүеф бей һәм Кавказ фронты командующийы Вәһиб паша Әзербайжан үҙ аллы конфедерацияһы һаҡланыуын «…Төркиәнең ҙур сәйәсәте талап итә» тип аңлаталар. Төбәк лидерҙары үҙҙәренең йәшерен кәңәшмәһендә ультиматумды кире ҡағыу тураһында һүҙ ҡуйышалар, бындай тәҡдимде «Мөсәүәт» партияһы вәкиле Шафибәк Рөстәмбәков та хуплай. Ул Кавказ аръяғы һәм Әзербайжан өсөн Батумды ҡалдырыу яҡлы була.

Апрелдә Акакий Церетели Сейм кәңәшмәһендә төрөктәргә уңышлы ҡаршы тороу кәрәк, тип сығыш яһай, әммә Рөстәмбәков конфликтты тыныс юл менән хәл итеү яҡлы була. Мосолман булмағандар Төркиә менән һуғышыу яғында торһа ла, мосолман фракцияһы ағзаларының был мәсьәлә буйынса берҙәмлеге етмәй. Грузин меньшевиктары фекеренсә, «Мөсәүәт» партияһы төрөктәрҙең килеүен шатланып көткән. Оҙаҡламай Төркиә һуғыш башлай, һәм 1918 йылдың 14 апрелендә Ардаган, Карс һәм Батумиҙы ала.

Төбәктә хәлдең киҫкенләшеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баҡылағы әзербайжан (ул саҡтағы терминология буйынса «татар») кварталында булып үткән ваҡиғалар (һуйыш) эҙемтәләре. Март, 1918

Баҡыла 1918 йылда 3 меңдән алып 12 меңгә саҡлы тыныс халыҡты, мосолмандарҙы, ҡорбан итеү менән бәйле, сәйәси хәл ҡырҡыулаша[3]. Мосолмандарға ҡаршы йүнәлтелгән погромдарҙа «Дашнакцутюн» әрмән партияһы ҡораллы отрядтары әүҙем ҡатнаша[4]Улар Баҡы Советының ҡораллы көстәре составында торған. Кавказ аръяғы сеймының мосолман фракцияһы Баҡыға ғәскәр ебәреүҙе талап итә. 1918 йылдың 3 апрелендә Фата­лихан Хойский, әгәр мосолман халҡы яҡланмаһа, 13 мосолман министры хөкүмәттән сыға, тип белдерә.

1918 йылдың 22 апрелендә мосолман фракцияһы баҫымы аҫтында киңәйтелгән култырыш саҡырыла һәм бойондороҡһоҙ Кавказ аръяғы Демократик Федератив Республикаһы төҙөү тураһындағы резолюция раҫлана. Гегечкори хөкүмте отставкаға китә. Кавказ аръяғы сеймы 20 апрелдә Чхенкели етәкләгән хөкүмәттең яңы составын раҫлай. Чхенкели, Кавказ фронты командующийы Вәһиб пашаға, «…Кавказ аръяғы бойондороҡһоҙ федератив республи­ка тип иғлан ителде, был турала державаларға хәбәр ителә, шулай итеп, оттоман делегацияһының 1918 йылдың 18 марты декларацияһында атап кителгән шарттар ҙа үтәлде» тип, телеграмма ебәрә.

Бер нисә ҡалала баҡы большевиктарына ҡаршы йүнәлтелгән сығыштар бпшлана. Так, 15 апреля 1918 йылдың 15 апрелендә Елисаветполдән, Кавказ аръяғы сеймы ағзалары Хәлилбәк Хасмамедов һәм Мамед Юсуф Джафаровтан, телеграмма килә: «…мосолман араһында, Баҡыла большевиктарға ҡарата репрессия ҡулланмағаны өсөн, хөкүмәткә ҡаршы агитация алып барыла». Баҡы Совнаркомын ҡулға алыуҙы талап итәләр. 1918 йылдың апрель башында кенәз Мағалов командалыҡ иткән 2 мең кешенән торған Кавказ аръяғы сеймы отрядтары Баҡыға йүнәлгән. Шул уҡ ваҡытта Дағстандан Нәжмуддин Гоцинскийҙың таулылар отряды Баҡыға һөжүм итә. Ике отряд та уңышһыҙлыҡҡа осрай.

Кавказ аръяғы сейм рәйесе урынбаҫары С. О. Тигранян һәм сейм ағзаһы И. Гейдаров Баҡыға һөйләшеүҙәр алып барыу маҡсатында юлға сыға. Баҡыла большевиктар И. Гейдаровты ҡулға ала, сейм ағзаһы Джамо-бек Сулейман оглы Гаджинский Гейдаровты азат итеү саралары хәстәрләй. Тигранян, 1918 йылдың 3 майында Баҡынан ҡайтҡандан һуң, конфликтты тыныс юл менән хәл итеү кәрәклеген әйтә же. Һөҙөмтәлә, Кавказ аръяғы сеймының мосолман фракцияһы, Баҡы ваҡиғалары буйынса хәл иткес саралар ҡуллана алмағанлыҡтан, ярҙам һорап Төркиәгә мөрәжәғәт итергә була.

Кавказ аръяғы төбәге бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеүе һәм төрөк ғәскәрҙәренең шәп алға барыуы менән бәйле, башында Чхенкели торған Кавказ аръяғы республикаһы хөкүмәте Төркиәгә Трабзон тыныслыҡ килешеүе буйынса һөйләшеүҙәрҙе яңынан башлау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң да эске һәм тышҡы сәйәсәттә лә бер нимә лә үҙгәрмәй. Кавказ аръяғы сеймында төрлө сәйәси партия ағзалары уртаҡ тел таба алмай, уларҙың уртаҡ программалары булмай, һәр фракция үҙенең сәйәси йүнәлешен уҙғарырға тырыша.

Батум конференцияһы һәм уның эҙемтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төркиәнең хәрби министры Әнүәр паша Батумда. 1918 йыл

1918 йылдың 11 майында Батумда Кавказ аръяғы һәм Төркиә делегацияларының һөйләшеүҙәре башлана. Кавказ аръяғы делегацияһын хөкүмәт рәйесе һәм сит ил эштәре министры Акакий Чхенкели етәкләгән. Әзербайжан яғынан һөйләшеүҙәрҙә Мамед Әмин Расулзаде һәм Мамед Ғасан Гаджинский ҡатнашҡан. Төрөк делегацияһы башында юстиция министры Хәлил паша, командующий Кавказ фронты командующийы Вәһиб паша һәм хәрби министр Әнүәр паша торған. Күҙәтеүселәр сифатында Батумской конференцияһында ге­нерал Отто фон Лоссов етәкләгән герман делегацияһы вәкилдәре лә булған. Кавказ аръяғы сеймы делегацияһы Карс, Ардаган һәм Батум өлкәләрендә Төркиә протекторатын тулыһынса таный, шуның менән Брест-Литовск килешеүен раҫлай. Бынан тыш Төркиә Батумда һәм Карста түгелгән ҡанды ҡаплатыр өсөн Ахалцик, Ахалкалак, Александрополь, Сурмалин һәм Нахичевань өйәҙҙәрен һорай. Потиҙа төҙөлгән 6 килешеү буйынса Германия Грузия ресурстарын тотоноу хоҡуғына эйә булған, Поти порты һәм тимер юл герман командованиеһы контроленә инә. Шулай итеп, 3 мең немец отряды, Грузияны баҫып алыу теләге менән Поти портына килеп төшә. Төрөк ғәскәрҙәре 1918 йылдың 17 майында Александрополде һәм Джульфа йүнәлешен яулап ала. Һөҙөмтәлә, Батум конференцияһында грузиндар, әзербай­жандар һәм әрмәндәр Төркиә менән үҙ аллы һөйләшеүҙәр алып барған. Бынан тыш грузин фракцияһы, Германия менән һөйләшеүҙәр алып барғанда, Кавказ аръяғы федератив республикаһы составынан сығырға һәм бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итергә ҡарар итә. 1918 йылдың 25 майында Фатали хан Хойский алып барған сеймға көтмәгәндә Чхеидзе һәм сейм ағзалары Церетели һәм Гегечкори килә. Грузин фракцияһы исеменән Церетели сығыш яһай. Уның сығышына яуап итеп, Фаталихан Хойский ҙа сығыш яһай. 1918 йылдың 26 майында Кавказ аръяғы сеймының һуңғы ултырышы үтә. Грузин фракцияһы Кавказ аръяғы республикаһы тарҡалыуҙы төрөк ориентациялы мосолман фракцияһына япһара. Член же Сейм ағзаһы Шәфибәк Рустамбәков грузин фракцияһын ҡәтғи тәнҡитләй. Шуның өсөн мосолман фракцияһы сеймдың тарҡалыуына ҡаршы тормай. Бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң, сейм Кавказ аръяғы республикаһының тарҡалыу фактын раҫлай. Сейм ҡарарында былай тип яҙылған: «Сейм Кавказ аръяғы тарҡалыу фактын раҫлай, һәм үҙ вәкәләттәрен һала» [5].

Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһын ҡабул итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй императорының Кавказдағы элекке наместнигының Тифлистәге (Тбилиси) Воронцов һарайы вестибюлендәге Мемориаль таҡта, бында бойондороҡһоҙлоҡ тураһында Декларация ҡабул ителгән

Сейм таралғандан һуң, 1918 йылдың 27 майында элекке Кавказ аръяғы сеймының мосолман фракцияһы ағзалары килеп сыҡҡан сәйәси хәлгә баһа бирер өсөн ғәҙәттән тыш ултырышҡа йыйыла. Күп бәхәсләшкәндән һуң, Әзербайжандың Ваҡытлы милли советын һайлау ҡарары ҡабул ителә. «Мөсәүәт» партияһы рәйес итеп Мамед Әмин Рәсүлзаде кандидатураһын күрһәтә. Рәсәйҙәге «Иттихад» мосолманлыҡ партияһынан тыш, кандидатура бөтә партиялар тарафынан да хуплана. Иң күп тауыш бирелеп (22), Милли Совет рәйесе итеп бойондороҡһоҙ Әзербайжан Демократик Республикаһы иғлан итеү инициаторы Мамед Әмин Рәсүлзаде һайлана. Ябыҡ баллотировка менән рәйестең иптәштәре һайлана: 1-се — Ғасанбәк Ағаев һәм 2-се — Мир Ғидайәт Сәйедов, сәркәтиптәре: 1-се — Мостафа Мәхмүдов һәм 2-се — Рәхимбәк Вәкилов. Башҡарма комитет рәйесе итеп партияһыҙ Фаталихан Хойский һайлана. 28 майҙа Кавказ аръяғы сеймы мосолман төркөмөнә биргән Рәсәй императорының Кавказдағы элекке наместнигының Тифлистәге һарайының зәңгәр салонында доктор Ғасанбәк Ағаев рәйеслегендә Әзербайжан Милли Советы ултырышҡа йыйылды.

Әзербайжан Милли Советы составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сеймда, унан Милли Советта күрһәтелгән Бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһын ҡабул иткәндә, «Мөсәүәт» фракцияһы һәм уларға килеп ҡушылған партияһыҙҙар (30 кеше) иң күп һанлы булған; мосолман социалистары блогы (7 кеше); «Иттихад» партияһы (3 кеше); социал-демократик (меньшевиктар) партия «Ғөммәт» (4 кеше), (һуңғараҡ был исемлек үҙгәргән. Республиканың бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһын ҡабул иткәндә, Әзербайжандың Милли Советы составы шулай булған[6]:

Hasan bay Agayev.jpg Mustafa Makhmudov.jpeg
Ғасанбәк Ағаев
(Мөсәүәт)
Рәйес[6][7][прим. 1]
Мостафа Мәхмүдов
(Мөсәүәт)
Сәркәтиб[6][7]
Khoysky.jpeg Khalil bek Khasmamedov.jpeg Nesib bey Yusifbeyli (Mucadile. Birinci Hisse. Istiqlalin Beshiyi (2006)).JPG Mir Hidayat bey Seyidov.jpg Nariman-bek.jpg Нет фото.png Mehdi bey Hajinski.jpg Нет фото.png
Фатали Хан Хойский
(партияһыҙ)
Хәлилбәк Хасмамедов
(Мөсәүәт)
Нәсиббәк Усуббәков
(Мөсәүәт)
Мирғидәйәт Сәйедов
(Мөсәүәт)
Нариманбәк Нариманбәков
(Мөсәүәт)
Эйбат Гули Мамедбеков
(Иттиһад)
Мәхтибәк Гаджинский
(Мөсәүәт)
Али Аскербәк Мәхмүдбәков]][прим. 2]
Kardashev Aslan-bek.jpg Sultan mecid qenizade.jpg Akber Agha Sheykhulislamov.jpg Hacıbababəyov Mehdi bəy - müəllim, 1901.jpg Mammad Yusif Jafarov.jpg Khudadat bey Malik-Aslanov.jpg Rahim bey Vekilov.jpg Hamid bey Shahtakhtinski.jpg
Асланбәк Кардашев
(Мөсәүәт)
Солтан Мәжид Гани-заде
(Иттиһад)
Шәйхүлисламов Акпер-аға Ибраһим оғлы
(Ғөммәт)
Мәхтибәк Ғәджибабабәков
(Мөсәүәт)
Джафаров Мамед-Юсиф Ғәджибаба оғлы
(партияһыҙ)
Мәлик Асланов, Худадатбәк Аға оғлы
(Мосолман социалистары блогы)
Рәғимбәк Вәкилов (Мөсәүәт) Ғәмидбәк Шахтахтинский
(Иттиһад)
Kocharli.jpg Jamo bey Hajinski.jpg Shafi bey Rustambeyov cropped.jpg Khosrov bey Sultanov.jpg Нет фото.png Məhəmməd Məhərrəmov.jpg Javad Malik-Yeganov.jpg Mirza Salim Akhundzada 2.png
Кочарлинский Фиридунбәк Әхмәдбәк оғлы
(Мөсәүәт)
Гаджинский Джамобәк Сөләймән оғлы
(Мосолман социалистары блогы)
Шафибәк Рөстәмбәков
(Мөсәүәт)
Солтанов Хөсрәүбәк Пашабәк оғлы
(Иттиһад)
Джафар Ахундов
(Ғөммәт)
Магомед Маһеррамов
(Мосолман социалистары блогы)
Джавад Мәлик-Еганов
(Мөсәүәт)
Ғәджи Молла Ахундзаде]]
(Мөсәүәт)

Ултырыш барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ултырыш барышында доктор Ғасанбәк Ағаевтың һуңғы ваҡиғалар менән бәйле Гянджа Елизаветполь тураһында сығышы, телеграмманы һәм Батумдан Мамед Әмин Расулзаденың хатын уҡыу, сеймды тарҡатҡандан һәм Грузия бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң Әзербайжандың хәлен тикшереү ҡаралған булған. Беренсе мәсьәлә буйынса Ғәнжәнән (Елизаветполь) яңы ҡайтҡан доктор Ғасанбәк Ағаев Ғәнжәгә һәм Елизаветполь губернияһына 2-3 төрөк офицерының килеүе тураһында ентекле мәғлүмәт бирә. Ағаев «төрөктәр Кавказда-Әзербайжанда бер ниндәй ҙә насар эштәр ҡылырға йыйынмай, киреһенсә, төрөктәр Әзербайжандың һәм Кавказ аръяғы республикаһының үҙаллылығын һаҡлау яҡлы» тип белдерә. Һуңғараҡ Нәсиббәк Усуббәков Мамед Әмин Расулзаденың Батумдан килгән телеграммаһын һәм хатын уҡып ишеттерә. Был документтарҙа хәбәр ителгәндәргә Совет иғтибарға алына.

Бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһы менән таныштырыу. Тифлис, 1918 йылдың 28 майы

Өсөнсө мәсьәлә буйынса Совет ағзаһы Хәлилбәк Хасмамедов Әзербайжанды бойондороҡһоҙ республика тип иғлан итеү кисектергеһеҙ кәрәк тигән бик кәрәкле доклад менән сығыш яһай. Күп кенә башҡа ораторҙар ҙа: Усуббәков, Шәйхүлисламов, Сәйедов һ.б. шул рухта сығыш яһай. Совет ағзаһы Фаталихан Хойский ашыҡмаҫҡа тәҡдим итһә лә, был мәсьәләне бик оҙаҡ эшлекле тикшергәндән һуң, сәркәтиб Мостафа Мәхмүдов тауыш биреүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең исемдәрен атай: 2 тауыш бирмәй ҡалыусынан башҡа, 24 тауыш Көнсығыш һәм Көньяҡ Кавказ аръяғы биләмәһендәге Әзербайжанды кисектермәй бойондороҡһоҙ демократик республика тип иғлан итеү яҡлы булған, шунан һуң Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһы ҡабул ителгән. Декларацияны уҡығанда барыһы ла баҫып тыңлаған. Декларацияға Ғасанбәк Ағаев, Фатали Хан Хойский, Нәсиббәк Усуббәков, Джамобәк Сөләймән оғлы Гаджинский, Шәфибәк Рөстәмбәков, Нариманбәк Нариманбәков, Жәүәд Мәликйыһанов һәм Мостафа Мәхмүдов ҡул ҡуйған. Милли Советтың 26 ағзаһынан бары Джафар Ахундов һәм «Иттиһад» партияһы етәкселәренең береһе Солтан Мәжид Ғәнизаде ғына Декларацияға ҡул ҡуймаған[8][9]. Артабан Совет ағзаһы Фаталихан Хойскийға образовать правительства "Әзербайжан Демократик Республикаһын ойоштороу ҡушыла. Бер сәғәт ялдан һуң хөкүмәт ойоштороу буйынса ултырыш дауам иткән. Фаталихан Хойский Ваҡытлы хөкүмәт составын иғлан итә: Министрҙар Советы рәйесе һәм Эске эштәр министры Фаталихан Хойский — партияһыҙ, финанс һәм халыҡ мәғарифы министры Нәсиббәк Усуббәков — Мөсәүәт, сит ил эштәре министры Мамед Ғасан Гаджинский — Мөсәүәт, тимер юл һәм почта һәм телеграф министры Хүдәдәтбәк Мәликасланов — мосолман социалистик блогы, юстиция министры Хәлилбәк Хасмамедов — Мөсәүәт, игенселек эштәре һәм хеҙмәт министры Аҡпәр аға Ибраһим оғлы Шәйхелисламов — Ғөммәт, хәрби министр Хөсрәүбәк Пашабәк Солтанов — Иттиһад, сауҙа һәм сәнәғәт ми­нистры Мамедюсиф Ғәжибаба оғлы Джафаров — партияһыҙ, дәүләт контроле министры — Джамобәк Сөләймән оғлы Гаджинский — мосолман социалистик блогы.

Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһының тексы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһының төп нөсхәһе тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһының төп нөсхәһенең әзербайжан телендә яҙылған һәм Әзербайжан Милли Советы ағзаларының ҡултамғалары менән нығытылған оригиналь ҡулъяҙмаһы Әзербайжан Республикаһының Дәүләт архивында һаҡлана[10].

Әзербайжан Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһын тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн донъя дәүләттәренең Әзербайжан Республикаһын юридик яҡтан таныуы кәрәк ине[11]. Бының менән бәйле, 1919 йылда Беренсе донъя һуғышында еңеүсе булған державаларҙың Әзербайжан Демократик Республикаһын таныуына һәм ярҙамына өлгәшеү маҡсатында Әзербайжан Демократик Республикаһы делегацияһы Парижға Париж тыныслыҡ конференцияһына йүнәлә. Делегация ағзалары Декларацияның әзербайжан һәм француз телендә яҙылған варианттарын ала[12]. Һөҙәмтәлә, 1920 йылдың 15 ғинуарында Әзербайжан вәкилдәре Алимардәнбәк Топчибашевты һәм Магомед Маһһерамовты Франция сит ил эштәре министрлығының беренсе сәркәтибе Жюль Камбон ҡабул иткән, һәм ул Юғары Совет ағзалары һәм союздаш илдәр яғынан Әзербайжан Демократик Республикаһын де-факто таныу тураһында рәсми ҡарар тапшырған. Ә 19 ғинуарҙа хөкүмәт башлыҡтары ҡатнашҡан Париж тыныслыҡ конференцияһының Юғары Советы ултырышында беренсе пункты Әзербайжан Демократик Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таныған меморандум уҡыла. Әммә, 1920 йылдың 28 апрелендә Әзербайжан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы баҫып алғандан («Баҡы операцияһы (1920)» мәҡәләһен ҡара) һәм Әзербайжан Демократик Республикаһы хөкүмәте ҡолатылғандан һуң, делегация вәкилдәре Францияла тороп ҡалырға мәжбүр була, ә үҙҙәре менән алған Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһының күсермәләре оҙаҡламай юғала[12]. Әйтер кәрәк, үҙенең 1926 йылда яҙылған Әзербайжан, Грузия һәм башҡа республикаларҙың бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителеүенең 8-се йылын байрам итеүгә бағышланған «Кавказлылар араһында» тигән мәҡәләһендә Топчибашев: «Әзербайжан делегацияһының йорто күркәм итеп милли әзербайжан флагтары, шәлдәре, милли Әзербайжан тормошоноң фотографиялары менән биҙәлгән. 1918 йылдың 28 майында Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән акт бигерәк тә матур биҙәлгән»[13]. 2014 йылдың 13 майында Әзербайжан Президенты Илһам Алиев ҡушыуы буйынса Парижға ӘДР делегацияһы килтергән Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһының әзербайжан һәм француз телдәрендәге төп нөсхә экземплярҙары Әзербайжан тарихы Милли музейына бүләккә бирелә. Музейға документты Әзербайжан Республикаһы Президент Хакимиәте етәксеһе Президент ярҙамсыһы Али Асадов тапшыра[14]. Музей хеҙмәткәре Сабухи Әхмәдов әйтеүенсә, документ Лондонда табылған[12]

Declaration of independence of Azerbaijan in Azerbaijani.jpg
Декларацияның төп нөсхәһе әзербайжан телендә (һулда) һәм француз телендә (уңда)

Мираҫ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихи әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Истиғлал» (Бойондороҡһоҙлоҡ) гәзитенең 1933 йылдың 28 майында баҫылған беренсе бите

Бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһын ҡабул иткән Әзербайжан Республикаһы, дәүләтселеген дини нигеҙҙә башҡа төрки дәүләттәрҙән айырмалы рәүештә, үҙ дәүләтселеген донъяуи нигеҙҙә ҡорған беренсе төрөк дәүләте булды. Мамед Әмин Расулзаде 1933 йылдың 28 майында Берлинда баҫылып сыҡҡан «Истиғлал» (төр. İstiklal) гәзитендә былай тип яҙҙы: «1918 йылдың 28 майында үҙенең декларацияһын иғлан итеп, Милли совет әзербайжан милләте барлығын раҫланы. Хәҙер Әзербайжан һүҙе ябай географик, этнографик һәм лингвистик термин булып ҡына яңғырамай, ә сәйәси йөкмәткегә эйә». Расулзаде фекеренсә, «үҙенең дәүләтен төҙөүҙә йүнәлтелгән ихтыярын һәм шуға ирешеүҙә ныҡышмалылығын күрһәткән халыҡ ҡына милләткә әүерелә… Әзербайжан йәмғиәте милләт булып ойошорға теләген, заманса аңлатһаҡ, 28 майҙа — бойондороҡһоҙлоҡто иғлан итеү һәм шуға ярашлы декларация ҡабул итеү аша күрһәтте»[15]. Бынан тыш, был декларация бәктәр, алпауыттар һәм буржуазия файҙаһына ғына ҡабул ителде, тип раҫларға тырышҡандарға яуап итеп, 1919 йылдың 31 майында берлин гәзите «Истиғлал»да баҫылған Расулзаде мәҡәләһенән цитата: «Әзербайжан халҡы, иҫ киткес киң күңеллелек менән 28 май байрамын ҡаршы алыуы аша бар донъяға үҙенең бойондороҡһоҙлоғонан баш тартмағанлығын һәм бөтә яла яғыусыларға бойондороҡһоҙлоҡ хандар, бәктәр һәм әфәнделәр өсөн яуланмаған, ә төрөк милләтенең, әзербайжан халҡының изге идеалы булып тора»[15]. 1991 йылдың 30 авгусында Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы «Әзербайжан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһында» Декларацияһын ҡабул итә. 1991 йылдың 18 октябрендә [Әзербайжан ССР-ының Юғары Советы ултырышында «Әзербайжан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында» Конституцион акты ҡабул ителә. Әйтер кәрәк, уның нигеҙе итеп 1918 йылғы бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһы алына[16]. Документта «1918 йылдың 28 майында Әзербайжан Милли Советы ҡабул иткән бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһына, Әзербайжан Республикаһының демократик принциптарына һәм традицияларына таянып, 1991 йылдың 30 авгусында Әзербайжан Республикаһының Юғары Советының «Әзербайжан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһында» Декларацияһын ҡулланма итеп алып, Әзербайжан Республикаһы Юғары Советы хәҙерге ысын Конституцион Актын ҡабул итә һәм бойондороҡһоҙ Әзербайжан Республикаһының дәүләт, сәйәси һәм иҡтисади ҡоролошо нигеҙҙәрен раҫлай» тип әйтелә [17]. Был документ менән Әзербайжан Республикаһы 1918—1920 йылдарҙағы Әзербайжан Демократик Республикаһының вариҫы тип иғлан ителә[17][18], ә уны ҡабул итеү көнөн, 18 октябрҙе, Әзербайжандың Бойондороҡһоҙлоҡ көнө тип байрам итә. Әзербайжан тарихсыһы Севиндж Зия кыҙы Йософзаде Әзербайжан бойондороҡһоҙлоғо Декларацияһына тышҡы сәйәсәт курсы нигеҙҙәре һалынған, сөнки документта Әзербайжан Демократик Республикаһы бөтә дәүләттәр менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлаштырырға тейеш тип яҙылған була ти[2].

Байрам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан студенттары 1920 йылдың 28 майында Парижда бойондороҡһоҙлоҡ көнөн байрам итә

1919 йылдың 28 майында Әзербайжан бойондороҡһоҙлоғона бер йыл тулыу көнөн билдәләгән көндә, [19][15] коммунистар, Әзербайжан бойондороҡһоҙлоғоноң бер йылын билдәләгән сараға ҡаршы ҡуйылған «Бойондороҡһоҙ Совет Әзербайжаны» лозунгыһы аҫтында эшселәр демонстрацияһы ойошторола[19]. Тиҙҙән, Әзербайжан Демократик Республикаһы ҡолау менән, Әзербайжан бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү көнө Әзербайжандан ситтә, әзербайжан эмигранттары тарафынан байрам ителә. Был турала Алимәрдәнбәк Топчибашев «Кавказлылар араһында» тигән китабында яҙған[13]. 1990 йылдың[20] 28 майынан башлап Әзербайжанда яңынан Республика көнө тип байрам ителә.

«Бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһы» композицияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әзербайжан Милли тарих музейында «Бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһы» композицияһы

Әзербайжан Милли тарих музейының документаль сығанаҡтар Фонды материалдарын тикшергәндә «Бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһы» (нәфис әҫәр) композицияһы табыла, ул 65×50 см размерындағы ҡағыҙ битендәге документ фотокопияһы һәм акварель менән төшөрөлгән биҙәктәрҙән һәм пейзаждан торған композициянан ғибәрәт. Композиция үҙәгендә 1918 йылдың 28 майында ҡултамға ҡуйылған Әзербайжандың Бойондороҡһоҙлоғо Декларацияһы фотокопияһы [21]. Фотокопия, нәҙек кенә аҡ сик эсенә алынып, периметры буйынса ромб, өсмөйөш, төрлө төҫтәге декоратив киҫелгән геометрик фигуралар күренешендәге келәм элементының стилләштерелгән һыны менән ҡаймаланған. Композицияның уң яҡ сите ике һүрәтләнешле вертикаль буйҙан тора: үрге өлөшөндә — ҡаяларҙы хәтерләткән фонда келәм һүрәте. Был келәм, әзербайжан келәмдәренең төрлө элементтарының тура килеүе ирекһеҙ характерҙа булғанлыҡтан, әзербайжан келәменең ниндәй ҙә булһа мәктәбенә ҡарай тип әйтеп булмай[21]. Келәмдән аҫтараҡ Баҡы эргәһендәге Сураханы ауылында урынлашҡан XVII быуаттың утҡа табыныусылар ҡорамы - Атешгях һүрәте ҡуйылған. Композицияның аҫҡы ситендә киң горизонталь буй күренешендә Баҡы бухтаһы һынландырылған: һул яҡта нефть вышкалы ҡала күрһәтелгән, уң яҡтан — караптары йөҙөп йөрөгән Каспий диңгеҙе урынлаштырылған, артҡы планда Бөйөк-Зирә утрауы күренә[21]. Экспонатты таҙартҡандан һуң, аҫҡы уң мөйөшөндә XX быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән әзербайжан рәссамы Азим Азимзаденың автографы беленә[21].

Һәйкәл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баҡыла «Бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһы» һәйкәлендә ырып яҙылған Декларация тексы

2007 йылдың 25 майында Баҡының Истиғләлийәт урамында «Бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһы» һәйкәлен асыу тантанаһы булған. Һәйкәл постаментында ғәрәп һәм латин алфавиты хәрефтәре менән әзербайжан телендә 1918 йылдың 28 майында Тифлиста ҡабул ителгән Әзербайжан Бойондороҡһоҙлоҡ Декларацияһының тексы ырып яҙылған[22]. Һәйкәл 1918—1920 йылдарҙа Әзербайжан Демократик Республикаһы парламенты урынлашҡан Әзербайжан Милли фәндәр академияһының Ҡулъяҙмалар институты бинаһы һәм Әзербайжан дәүләт иҡтисади университеты биналары араһында урынлашҡан. Һәйкәлде асыу церемонияһында Әзербайжан Республикаһы президенты Илһам Алиев та ҡатнаша[22].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Поскольку председатель Национального Совета Азербайджана Мамед Эмин Расулзаде пребывал в Батуми, 28 мая 1918 года на заседании в Тифлисе его замещал Гасан-бек Агаев.
  2. В протоколе заседания всех мусульманских Сеймовых фракций и делегации от горцев Северного Кавказа от 25 марта 1918 года Махмудбеков указан как мусаватист, однако в протоколе совместного заседания всех мусульманских Сеймовых фракций от 6 апреля 1918 года Махмудбеков отмечен как беспартийный.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Əliyev İ., Məhərrəmov E. Azərbaycan Respubıikasının dövlət rəmzləri — Б.: Nurlan, 2008. — Б. 13. — 56 б.
  2. 2,0 2,1 Юсифзаде С. З. Первая Азербайджанская Республика: история, события, факты англо-азербайджанских отношений / Под ред. Исмайлова Э. Р. — Б.: Маариф, 1998. — Б. 49. — 208 б.
  3. Michael G. Smith. Anatomy of a Rumour: Murder Scandal, the Musavat Party and Narratives of the Russian Revolution in Baku, 1917-20 (инг.) // Journal of Contemporary History. — Apr., 2001. — Т. 36. — № 2.

    The results of the March Events were immediate and total for the Musavat. Several hundreds of its members were killed in the fighting; up to 12,000 Muslim civilians perished; thousands of others fled Baku in a mass exodus.

  4. Michael G. Smith. Anatomy of a Rumour: Murder Scandal, the Musavat Party and Narratives of the Russian Revolution in Baku, 1917-20 (инг.) // Journal of Contemporary History. — Apr., 2001. — Т. 36. — № 2.

    The Bolsheviks freely admitted their inability to prevent the anti-Muslim pogroms that were perpetrated by renegade Dashnak troops and that spread to nearby cities and villages

  5. Махарадзе Н. Б. Победа социалистической революции в Грузии — Тб.: Сабчота Сакартвело, 1965. — Б. 183. — 449 б.
  6. 6,0 6,1 6,2 Волхонский М., Муханов В. По следам Азербайджанской Демократической Республики — М.: Европа, 2007. — Б. 229. — 247 б.
  7. 7,0 7,1 Азербайджанская Демократическая Республика, 1998, с. 125
  8. Nesrin Sarıahmetoğlu. Azeri-Ermeni ilişkileri, (1905-1920) — Türk Tarih Kurumu, 2006. — Б. 349. — 535 б. (төр.)
  9. Oğuztoğrul Tahirli. Zaqafqaziya Seyminin üzvü Cəfər Axundov. (әзерб.) // 525-ci qəzet : газета. — 17 декабря 2011. — С. 28.
  10. Протоколы, 2006, с. 61
  11. Балаев А. Азербайджанское национально-демократическое движение: 1917-1920 гг — Б.: Элм, 1990. — Б. 43. — 95 б.
  12. 12,0 12,1 12,2 «İstiqlal Bəyannaməsi»nin orijinal nüsxəsi Azərbaycana gətirilib  (әзерб.). видеосюжет. Azadlıq Radiosu (28 мая 2014). 30 май 2014 тикшерелгән.
  13. 13,0 13,1 А.М. Топчибаши и М.Э. Расулзаде: Переписка. 1923–1926 гг. / Сост., предисл. и прим. С. М. Исхаков — М.: «Социально-политическая МЫСЛЬ», 2012. — Б. 135. — 148 б. — ISBN 978–5–91579–064–2.
  14. Оригинальный экземпляр “Декларации независимости” был передан в дар Национальному музею истории Азербайджана НАНА // Официальный сайт Национальной академии наук Азербайджана. — 13 мая 2014.
  15. 15,0 15,1 15,2 Гасанлы Дж. П. История дипломатии Азербайджанской Республики / Под ред. З. С. Белоусова — М.: Наука, 2010. — Т. I: Внешняя политика Азербайджанской Демократической Республики (1918-1920)/пер. с азерб. И.Н.Рзаева. — Б. 101. — 576 б. — ISBN 978-5-02-037268-9.
  16. Рафикоглу Т. 22 года независимости // Эхо : газета. — 19 октября 2013.
  17. 17,0 17,1 Текст Конституционного акта «О Государственной независимости Азербайджанской Республики». azerbaijan.az. 27 июль 2014 тикшерелгән.
  18. Оруджев Р. Грустный праздник? // Зеркало : газета. — 18 Октября 2013.
  19. 19,0 19,1 Искендеров М. С. Из истории борьбы Коммунистической партии Азербайджана за победу Советской власти — Б.: Азербайджанское государственное издательство, 1958. — Б. 371-373.
  20. Трудовой Кодекс Азербайджанской Республики. Статья 105. Праздничные дни.. Официальный интернет сайт Президента Азербайджанской Республики. 31 июль 2014 тикшерелгән.
  21. 21,0 21,1 21,2 21,3 Декларация Независимости в живописном произведении // İRS : журнал. — 2014. — № 2 (68). — С. 40-41.
  22. 22,0 22,1 «İstiqlal Bəyannaməsi» abidəsinin açılışı olub (әзерб.) // Azadlıq Radiosu. — 25.05.2007.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Азербайджанская Демократическая Республика (1918—1920) / Под ред. Н. Агамалиевой — Б.: Элм, 1998. — 316 б. — ISBN 5-8066-0897-2.
  • Агамалиева Н., Худиев Р. Азербайджанская Республика. Страницы политической истории 1918-1920 гг. / Под ред. Е. А. Токаржевского — Б.: Сабах, 1994. — 112 б. — ISBN 5-86106-037-1.
  • Протоколы заседаний мусульманских фракций Закавказского сейма и Азербайджанского национального совета 1918 г. / Под ред. А. А. Пашаева — Б.: Adiloğlu, 2006. — 216 б.