Эстәлеккә күсергә

Әҡсән (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Әҡсән — башҡорт ир-ат исеме.

Әҡсән ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Бик яҡшы, бик матур, һәйбәт; күркәм кеше тигәнде аңлата[1].

Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы (17 октябрь 1895 йыл — 14 ноябрь 1938 йыл) — башҡорт совет дәүләт эшмәкәре. 1925—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ағзаһы[1] (1935—1938). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.

Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы (17 декабрь 1928 йыл — 27 декабрь 2000 йыл) — нефтсе. 1952—1987 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында быраулаусы, мастер. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы (1998).

Хәлилов Әҡсән Насретдин улы (14 август 1959 йыл) — педагог, шағир. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы.

Зөбәйҙуллин Әҡсән Ғимран улы (1915 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙыларармеецы.

Яҡшымбәтов Әҡсән Хәсән улы (18 октябрь 1928 йыл — 6 ноябрь 2018 йыл) — Сибай руднигының элекке быраулаусыһы, бригадиры, газ һәм электр менән эретеп йәбештереүсеһе. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ