1973 йылғы нефть кризисы
1973 йылғы нефть кризисы | |
Ваҡиға ваҡыты | 1973 |
---|---|
1973 йылғы нефть кризисы Викимилектә |
1973 йылғы нефть кризисы (шулай уҡ нефть эмбаргоһы исеме аҫтында билдәле) 1973 йылдың 17 октябрендә башлана. Был көндө бөтә ғәрәп илдәре — ОАПЕК ағзалары, шулай уҡ Мысыр һәм Сүриә, Сүриә һәм Мысыр менән булған низағта Израилгә ярҙам итеүсе илдәрҙе (Канада, Япония, Нидерланд, Бөйөк Британия, АҠШ) нефть менән тәьмин итмәйәсәктәре тураһында белдерә. Был тәү сиратта АҠШ-ҡа һәм уның Көнбайыш Европалағы союздаштарына ҡағыла. Киләһе йылда нефткә хаҡ барреленә 3 долларҙан 12 долларға тиклем күтәрелә. 1974 йылдың мартында эмбарго бөтөрөлә.
1973 йылғы нефть кризисы энергетика өлкәһендә тәүге көрсөк була һәм әле лә иң ҙуры тип һанала. ОАПЕК нефть табыу күләмен үҙ файҙаһы өсөн генә кәметмәй. Был акцияның төп бурысы — донъя берләшмәһенә сәйәси баҫым яһау аша Израилгә Көнбайыш илдәренең ярҙамын кәметеү.
Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһының иҡтисади баҫымы һөҙөмтәһендә Дөйөм баҙар илдәренең министрҙар советы ғәрәптәрҙең позицияһын хуплаған декларация ҡабул итә. Бынан тыш, Африканың бөтә дәүләттәре тиерлек Израиль менән дипломатик мөнәсәбәттәрен өҙә. Барлыҡҡа килгән сәйәси хәл Израилдең АҠШ-тан бойондороҡлолоғон көсәйтә һәм үҫешкән илдәр иҡтисадының нефткә хаҡтарға бәйле булыуын аса. Сәнәғәт илдәрендә нефткә хаҡтар күтәрелеүе иҡтисади көрсөк тыуҙыра[1]. Шуның менән бергә көрсөк Советтар Союзынан Көнбайышҡа нефть оҙатыуҙы арттырыуға булышлыҡ итә.
Аҡш-та нефть кризисы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1973 йылдың 7 ноябрендә АҠШ президенты Ричард Никсон Конгресҡа энергетика буйынса махсус мөрәжәғәтнамәһендә американдарҙы һаҡсыллыҡҡа саҡыра. Уларға автомобиль менән аҙыраҡ файҙаланырға, йәки яғыулыҡты экономиялау маҡсатында түбән тиҙлек менән йөрөргә тәҡдим ителә. Авиакомпанияларға рейстар һанын ҡыҫҡартырға ҡушыла. Хөкүмәт учреждениеларына электр энергияһын экономиялау һәм автомобиль паркын ҡыҫҡартыу бурысы йөкмәтелә. Американың Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса агентлығы атмосфераны бысратыусы күмерҙе файҙаланыуға, нефть һәм эшкәртелмәгән майҙар импортына сикләүҙәрҙе ваҡытлыса бөтөрә.
Сығымдар артыу һылтауы менән нефть компаниялары бензинға һәм дизель яғыулығына, шулай уҡ авиация кәрәсиненә хаҡтарҙы ярайһы уҡ арттыра башлай. Тәбиғи газ етештереүселәр электр энергияһы мәсьәләләре буйынса федераль комиссиянан хаҡтарҙы 73 процентҡа күтәреүгә рөхсәт талап итә.
Июль уртаһында махсус булдырылған федераль комиссия Сенатҡа үҙенең сенсацион докладын тәҡдим итә. Унда нефть сығарыуҙы һәм эшкәртеүҙе, шулай уҡ нефть продукттарын таратыуҙы монополиялаштырған егерме Америка корпорацияһы, табыш артынан ҡыуып, бензин менән тәьмин итеүҙә яһалма өҙөклөктәр тыуҙырыуҙа туранан-тура ғәйепләнә. Флорида штаты прокуроры нефть монополияларына ҡарата монополияға ҡаршы закон ҡулланыуҙы талап итә. Лос-Анджелестағы федераль ҙур жюри, үҙ сиратында, нефть компанияларын һәр төрлө мутлашыуҙа ғәйепләй.
Оҙайлы көрсөк АҠШ-тың автосәнәғәтенә ур йоғонто яһай. Элегерәк Америка автомобилдәре ҙур, ауыр һәм ҡеүәтле була. 1971 йылға тиклем стандарт һигеҙ цилиндрлы Chevrolet Caprice двигателенең күләме 400 кубометр (6,5 литр) тәшкил итә, ә Шевроле Импалаға шоссела 13 — 15 миль араны үтеү өсөн бер галлон бензин кәрәк була. Көрсөктән һуң уларҙы дүрт цилиндр двигателле япон моделдәре: Toyota Corona, Toyota Corolla, Nissan Sunny, Honda Accord ҡыҫырыҡлай. Улар бензинды күпкә аҙыраҡ ҡуллана. Конкуренцияға сыҙамайынса, Детройт автосәнәғәтселәре Ford Pinto, Chevrolet Vege кеүек еңел автомобилдәр етештереүҙе яйға һалырға мәжбүр була. 1985 йылға уртаса америка автомобиле һәр 17,4 миль үтеүгә галлон бензин ҡуллана[2]. 1970-се йылдар уртаһында седан тибындағы (мәҫәлән, Oldsmobile 98) зиннәтле автомобилдәргә һорау арта, әммә улар баҙарҙа ҙур күп булмай. Яңы Ford Thunderbird моделдәренең күләме һәм ҡеүәте күпкә кәмей, ә Ford Galaxie йыйыу линияһынан 1974 йылда алына.
Көрсөктән һуң, 1975 йылда АҠШ-тың Стратегик нефть резервы булдырыла. Ошоға оҡшаш нефть запастары (3 айлыҡ импорт күләме) Халыҡ-ара энергетика агентлығының халыҡ-ара органына ингән ОЭСР-ҙың күп кенә илдәрендә булдырыла. Резервтарҙың булыуы артабанғы бер нисә нефть кризисының кире йоғонтоһон кәметергә мөмкинлек бирә.
Көрсөктөң башҡа илдәргә йоғонтоһо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Польша
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эдвард Геректың сәнәғәтте модернизациялау һәм ҡулланыу тауарҙарының асыҡлығын арттырыу программаһы нефть кризисынан һуң уңышһыҙлыҡҡа тарый, ә өс йылдан һуң Польшала ҡулланыу тауарҙарына хаҡтар ҡырҡа күтәрелә башлай.
СССР
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефть көрсөгө һәм артабан нефткә хаҡтарҙың дүрт тапҡырға артыуы һөҙөмтәһендә СССР-ҙан нефть экспорты ҡырҡа арта. Шулай уҡ СЭВ ағзаһы булған илдәр, беренсе сиратта Польша аша, совет нефтен донъя баҙарына күпләп оҙатыу башлана. Уларҙың территориялары аша үткәргестәр, мәҫәлән, «Дуҫлыҡ» нефть үткәргесе һалына.
Франция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франция иҡтисадының бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеүгә йүнәлтелгән энергетика сәйәсәтенең өс төп йүнәлеше раҫлана: атом энергетикаһының тиҙләтелгән үҫеше, күмер ҡулланыуға кире ҡайтыу һәм энергияны экономиялауға айырым иғтибар. Хөкүмәт энергияны экономиялау буйынса ҡәтғи программа индерә: инспекторҙар офистар, магазиндар һәм производстволар буйлап рейдтар үткәрә һәм температураны үлсәй, әгәр ул билдәләнгән 20 градустан артһа, штраф һала. Бынан тыш, электр энергияһын ҡулланыуҙы хуплаған һәр төрлө реклама тыйыла[3].
Япония
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Электр энергияһы етештереүҙе һәм сәнәғәт производствоһын шыйыҡ яғыулыҡтан башҡа сығанаҡтарға күсереү.
- Ядро энергетикаһы үҫешен тиҙләтеү. Күмер һәм шыйыҡландырылған тәбиғи газ импортын арттырыу.
- Сәнәғәттә энергияны экономиялау программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу, атап әйткәндә, нефть ҡулланыуҙы кәметеү.
1971 йылда уҡ хөкүмәт «энергияны күп талап иткән» сәнәғәттән фәнни нигеҙгә күсереү кәрәклеге тураһында доклад әҙерләй. Доклад тәнҡиткә дусар була, әммә 1973 йылғы көрсөк тиҙ арала яңы стратегияны индерергә мәжбүр итә. «Беҙ ер аҫты ресурстарын интеллектуаль ресурстарға алмаштырырға булдыҡ», — тип хәтерләй Тышҡы сауҙа һәм сәнәғәт министрлығының элекке вице-министры Наохиро Амая. — Тетрәнеү хатта фатиха булды, япон сәнәғәтенең тиҙ үҙгәреүенә этәргес бирҙе".
Автоспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефть көрсөгө эҙемтәләре арҡаһында бер нисә ҙур халыҡ-ара автомобиль ярыштары үткәрелмәй. Атап әйткәндә, 1974 йылғы ралли буйынса донъя чемпионатының бер юлы өс этабы үтмәй, улар тәүге план буйынса Монакола, Швецияла һәм Грецияла үтергә тейеш була[4].
Энергияны һаҡлау технологиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1973 йылдағы энергетик көрсөк эҙемтәләренең береһе булып энергия һөҙөмтәлелеге һәм энергия һаҡлау өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәрҙе әүҙемләштереү, шулай уҡ ҙур фәнни-техник потенциалға һәм финанс ресурстарына эйә булған донъяның сәнәғәт үҫешкән илдәрендә яңыртыла торған энергия технологияларын үҫтереү тора.
Был йүнәлештәрҙәге интенсив эштәрҙең һөҙөмтәһе булып һөҙөмтәле транспорт саралары һәм төҙөлөш тармағында йылылыҡ һаҡлауҙың прогрессив нормалары тора. Көрсөк шулай уҡ ҡайһы бер илдәрҙә энергияны һаҡсыл тотоноуҙың яңы этикаһын дәртләндерә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энергетический кризис
- Цены на нефть
- Энергобезопасность
- Яңыртыла торған энергия
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫкәрмәләр
- Төшөрмәләр
- ↑ Амманн, 2018, с. 70
- ↑ Frum, David. How We Got Here: The 70s The Decade That Brought You Modern Life - For Better Or Worse. — New York: Basic Books, 2000. — P. 321—322. — 450 p. — ISBN 978-0465041961.
- ↑ Ергин, 2011, с. 708—710
- ↑ История WRC. 1974 - Первые проблемы . wrc-info.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. Архивировано 13 ноябрь 2019 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дэниел Ергин. Добыча: Всемирная история борьбы за нефть, деньги и власть = The Prize: The Epic Quest for Oil, Money, and Power. — М.: «Альпина Паблишер», 2011. — 960 с. — ISBN 978-5-9614-1252-9.
- Дэниел Амманн. Нефтяной король. Секретная жизнь Марка Рича = Daniel Ammann. The King of Oil: The Secret Lives of Marc Rich. — М.: Альпина Нон-фикшн, 2018. — 236 с. — ISBN 978-5-9614-6391-0.
- Berry, John A. The growing importance of oil. // Military Review. — October 1972. — Vol. 52 — No. 10 — P. 2-16 — ISSN 0026-4148. (о предпосылках кризиса и предшествовавших ему событиях)
- Blinder, Alan S. (1979). Economic Policy and the Great Stagflation. New York: Academic Press.
- Eckstein, Otto (1979). The Great Recession. Amsterdam: North-Holland.
- Frum, David. How We Got Here: The '70s. — New York: Basic Books, 2000. — ISBN 978-0-465-04195-4.
- Ikenberry, G. John The Irony of State Strength: Comparative Responses to the Oil Shocks in the 1970s (инг.) // International Organization[en] : journal. — 1986. — Т. 40. — № 1. — С. 105—137. — DOI:10.1017/S0020818300004495
- Lenczowski, George[en]. American Presidents and the Middle East. — Duke University Press, 1990. — ISBN 978-0-8223-0972-7.
- Licklider, Roy The Power of Oil: The Arab Oil Weapon and the Netherlands, the United Kingdom, Canada, Japan, and the United States (инг.) // International Studies Quarterly[en] : journal. — 1988. — Т. 32. — № 2. — С. 205—226. — DOI:10.2307/2600627
- Masouros, Pavlos E. Corporate Law and Economic Stagnation: How Shareholder Value and Short-termism Contribute to the Decline of the Western Economies. — Eleven International Publishing, 2013.
- Rupert, Mark E.; Rapkin, David P. (1985). «The Erosion of U.S. Leadership Capabilities», in Johnson, Paul M.; Thompson, William R., eds. Rhythms in Politics and Economics. New York: Praeger.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көтөлмәгән дәртләндереү сараһы // «Эксперт», № 1, 2009
- Hakes, Jay (2008). 35 Years After the Arab Oil Embargo Архивная копия 28 января 2020 года на сайте Wayback Machine, Journal of Energy Security.
- Morgan, Oliver; Islam, Faisal (2001). Saudi dove in the oil slick Архивная копия 10 мая 2017 года на сайте Wayback Machine, The Guardian. Sheikh Ahmed Zaki Yamani, former oil minister of Saudi Arabia, gives his personal account of the 1973 energy crisis.
- Oppenheim, V.H. (1976). Why Oil Prices Go Up: The Past: We Pushed Them Архивная копия 17 января 2017 года на сайте Wayback Machine, Foreign Policy.
- US Energy Information Administration (1998). 25th Anniversary of the 1973 Oil Embargo