46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы
46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы | |
Нигеҙләү датаһы | 1941 |
---|---|
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Ғәскәр төрө | бомбардировочная авиация[d] һәм СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Дәүләт | СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1945 |
Командир | Бочарова Евдокия Давыдовна |
46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы Викимилектә |
Ҡыҙыл байраҡлы Суворов орденлы 46-сы Тамань гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы (1943 йылдың 8 февраленә тиклем — 588-се төнгө еңел бомбардировка авиация полкы), шулай уҡ «ночные ведьмы» тигән атама аҫтында билдәле була — Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында СССР Хәрби Һауа көстәре составындағы ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Авиация полкы 1941 йылдың октябрендә СССР Оборона халыҡ комиссариатының «Ҡыҙыл Армия Хәрби Һауа көстәренең ҡатын-ҡыҙҙар авиация полктарын формалаштырыу тураһында» 1941 йыл 8 октябрь 0099-сы приказы буйынса[1] 588-се төнгө еңел бомбардировка авиация полкы булараҡ Марина Раскова етәкселеге аҫтында төҙөлә. Полк командиры итеп ун йыл осоу стажы булған Евдокия Бершанская тәғәйенләнә. Полк һуғыш бөткәнсе уның командалығы аҫтында була. Партия-сәйәси етәкселекте Мария Рунт башҡара.
Полкты формалаштырыу, күнектереү, әҙерләү Энгельс ҡалаһында бара. Авиаполк башҡа формированиеларҙан тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙарҙан тороуы менән айырыла. Шул уҡ приказ буйынса төҙөлгән тағы ике ҡатын-ҡыҙҙар полкы һуғыш барышында ҡатнашҡа әүерелә, әммә 588-се авиаполк тарҡатылғанына тиклем тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы булып ҡала: полкта механиктарҙан һәм техниктарҙан штурмандарға һәм пилоттарға тиклем бөтә вазифаларҙы ҡатын-ҡыҙҙар биләй.
1942 йылдың 23 майында полк фронтҡа оса, 27 майҙа барып етә. Ул саҡта 115 кешенән тора — башлыса 17-нән 22 йәшкә тиклемгеләр. Полк 218-се төнгө бомбардировка авиадивизияһы составына инә. Беренсе хәрби осош 1942 йылдың 12 июнендә була.
СССР Оборона халыҡ комиссариатының 1943 йыл 8 февраль 64-се приказына ярашлы, шәхси составының немец-фашист илбаҫарҙарға ҡаршы һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн полкҡа «Гвардия» почётлы исеме һәм яңы номер бирелә һәм ул 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы тип үҙгәртелә. Бер ни тиклем ваҡыт Фортус Мария Александровна штаб начальнигы була, унан һуң Штабҡа Ракобольская Ирина Вячеславовна етәкселек итә.
1944 йылдың 15 майынан 325-се төнгө бомбардировка авиадивизияһы составына инә.
1944 йылдың майында Ҡырымды азат иткәндә полк ваҡытлыса 2-се гвардия төнгө бомбардировка авиадивизияһы составына инә.
Ҡурҡыу белмәҫ һәм оҫта булғандары өсөн немецтар полк лётчиктарын «төнгө албаҫтылар» (рус. «ночные ведьмы») тип атай.
1945 йылдың 15 октябрендә полк тарҡатыла, лётчиктарҙың күбеһе демобилизациялана.
Хәрби юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1942 йылдың 12 июнендә полктың беренсе хәрби осошо була (Сал далаларында). Полк беренсе юғалтыуҙарҙы кисерә.
- 1942 йылдың авгусына тиклем полк Миус, Дон йылғаларында һәм Ставрополь эргәһендә һуғыша.
- 1942 йылдың авгусынан декабренә тиклем полк Владикавказды обороналауҙа ҡатнаша.
- 1943 йылдың ғинуарында полк дошмандың оборона һыҙығын өҙөүҙә ҡатнаша.
- 1943 йылдың мартынан сентябренә тиклем полк лётчицалары Тамань ярымутрауында «Зәңгәр һыҙыҡ» оборонаһын өҙөүҙә һәм Новороссийскиҙы азат итеүҙә ҡатнаша.
- Кубандә һауа алыштары — 1943 йылдың апреленән июленә тиклем.
- 1943 йылдың ноябренән 1944 йылға тиклем полк Керчь ярымуртауында десанттар төшөрөүҙә, Ҡырым ярымутрауын һәм Севастополде азат итеүҙә ҡатнаша.
- 1944 йылдың июнь-июлендә полк Белоруссияла һуғыша, Могилёв, Червень, Минск, Белосток ҡалаларын азат итешә.
- 1944 йылдың авгусынан полк Польша территорияһында һуғыша, Августовты, Варшаваны, Остроленканы азат итеүҙә ҡатнаша.
- 1945 йылдың ғинуарында полк Көнсығыш Пруссияла һуғыша.
- 1945 йылдың мартында полк гвардеецтары Гдыня менән Гданьскиҙы азат итешә.
- 1945 йылдың апреленән һуғыш бөткәнсе полк Одерҙа дошман оборонаһын өҙөргә ярҙамлаша.
Өс йыл һуғышҡан полк бер тапҡыр ҙа ҡабат формалаштырыуға дусар булмай.
Ҡоралланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полк По-2 самолёттары менән йыһазландырыла. Формалаштырған саҡта полкта 20 самолёт була, унан һуң самолёттар һаны 45-кә етә. Һуғыш бөткәндә 36 хәрби самолёт сафта була.
Идара итеү икеләтелә: самолётҡа пилот та, штурман да идара итә ала. Пилот һәләк булғандан һуң штурмандарҙың самолётты базаға алып ҡайтып ултыртҡан осраҡтары була. 1943 йылдың авгусына тиклем лётчиктар үҙҙәре менән парашют йөрөтмәй, уның урынына тағы ла 20 кг бомба тейәп алыуҙы өҫтөн күрә.
Самолёттарға пулемёттар 1944 йылда ғына ҡуйыла. Шуға тиклем дошман истребителдәренән һаҡланыу өсөн бортта пилот менән штурмандың ТТ пистолеты ғына була.
Хәрби эшмәкәрлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби эшмәкәрлек барышында авиаполк лётчиктары 23 672 хәрби осош яһай[2][3]. Уларҙан:
- Кавказ өсөн һуғыш — 2920 осош;
- Кубанде, Таманде, Новороссийскиҙы азат итеү — 4623 осош;
- Ҡырымды азат итеү — 6140 осош;
- Белоруссияны азат итеү — 400 осош;
- Польшаны азат итеү — 5421 осош;
- Германиялағы һуғыш — 2000 осош.
Осоштар араһындағы аралыҡтар 5—8 минут тәшкил итә, ҡайһы берҙә экипаж төн эсендә йәй мәлендә 6—8, ҡыш 10—12-шәр осош яһай.
Самолёттар бөтәһе 28 676 сәғәт һауала була (1191 тулы тәүлек).
Лётчиктар бөтәһе 3 мең тоннанан ашыу бомба, 26 000 яндырғыс снаряд ташлай. Полк 17 кисеүҙе, 9 тимер юл поезын, 2 тимер юл станцияһын, 26 складты, 12 яғыулыҡлы цистернаны, 176 автомобилде, 86 ут нөктәһен, 11 прожекторҙы юҡ итә һәм зарарландыра[3].
811 янғын һәм 1092 ҙур ҡеүәтле шартлау яһала[3].
Шулай уҡ ҡамауҙа ҡалған совет ғәскәрҙәренә боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек тултырылған 155 тоҡ ташлана.
Полктың составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полктың хәрби хеҙмәткәрҙәре бөтәһе лә исемдәре буйынса сортланған [4].
Вазифаһы | Исем-фамилияһы |
---|---|
Полк командиры |
|
Комиссар, полк командирының сәйәси бүлек буйынса урынбаҫары |
|
Полк командирының осоу бүлеге буйынса урынбаҫары |
|
Полктың штаб начальнигы |
|
Полк штабының оператив бүлеге начальнигы |
|
Полк штабының саф бүлеге начальнигы |
|
Полк штабының саф бүлеге начальнигы |
|
Полк штабының шифрлау бүлеге начальнигы |
|
Химик хеҙмәт начальнигы |
|
Элемтә начальнигы |
|
Айырым бүлек начальнигы |
|
Полктың парторгы |
|
Полктың комсоргы |
|
Штаб писары |
|
Штаб машинисткаһы |
|
Полк командиры адъютанты |
|
Полк табибы |
|
Эскадрилья командиры |
|
Эскадрилья командиры |
|
Эскадрилья адъютанты |
|
Эскадрилья командиры урынбаҫары |
|
Звено командиры |
|
Лётчик |
|
Полк штурманы |
|
Эскадрилья штурманы |
|
Звено штурманы |
|
Штурман |
|
Полктың өлкән инженеры |
|
Эскадрильяның өлкән технигы |
|
Звено технигы |
|
Механик |
|
Ҡоралланыу буйынса полк инженеры |
|
Эскадрильяның ҡоралланыу буйынса өлкән технигы |
|
Ҡоралланыу буйынса мастер |
|
Махсус ҡулайламалар буйынса полк инженеры |
|
Махсус ҡулайламалар буйынса техник |
|
Ҡулайламалар буйынса мастер |
|
Парашюттарҙы төрөүсе |
|
Юғалтыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полктың кире ҡайтарғыһыҙ хәрби юғалтыуҙары 23 кеше һәм 28 самолёт тәшкил итә[3]. Лётчиктар фронт һыҙығының аръяғында һәләк булһа ла, уларҙың береһе лә хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнмәй. Һуғыштан һуң полк комиссары Евдокия Яковлевна Рачкевич полк йыйған аҡсаға самолёттар һәләк булған бөтә урындарҙы йөрөп сыға һәм һәләк булғандарҙың барыһының да ҡәберҙәрен таба.
Полк тарихында 1943 йылдың 1 авгусына ҡараған төн иң фажиғәле төн тип һанала, ул төндө дүрт самолёт юғалтыла. Өҫлөкһөҙ төнгө бомбаға тотоуҙарҙан ялҡҡан немец командованиеһы полк һуғышҡан урынға төнгө истребителдәр төркөмөн килтертә. Совет лётчиктары өсөн был көтөлмәгән хәл була. Уларға ҡаршы төнгө Messerschmitt Bf.110 истребителдәре сығарылғанын аңлағас, осоуҙар туҡтатыла, әммә быға тиклем немецтарҙың ас лётчигы, шул иртәлә генә Тимер тәренең Рыцарь тәреһе кавалеры булып киткән Йозеф Коциок һауала экипаждары менән ҡуша өс совет бомбардировщигын яндыра, ә уларҙың парашюттары булмай. Тағы бер бомбардировщик зенит артиллерияһы утынан һәләк була. Ул төндө һәләк булалар: Анна Высоцкая һәм штурман Галина Докутович, Евгения Крутова һәм штурман Елена Саликова, Валентина Полунина һәм штурман Глафира Каширина, Софья Рогова һәм штурман Евгения Сухорукова.
Ләкин хәрби юғалтыуҙарҙан тыш башҡа сәбәптәрҙән дә юғалтыуҙар була. Мәҫәлән, 1943 йылдың 22 авгусында госпиталдә полктың элемтә начальнигы Валентина Ступина туберкулёздан вафат була[6]. 1943 йылдың 10 апрелендә аэродромда бер самолёт ҡараңғыла яңы ғына төшөп ултырған икенсеһе өҫтөнә төшә[7]. Һөҙөмтәлә лётчиктар Полина Макагон һәм Лида Свистунова шунда уҡ һәләк була, Юлия Пашкова яраларҙан госпиталдә мәрхүм була. Лётчик Хиуаз Доспанова ғына иҫән ҡала, уның аяҡтары иҙелгән була, бер нисә ай госпиталдәрҙә ятҡандан һуң ҡыҙ сафҡа әйләнеп ҡайта, әммә һөйәктәренең дөрөҫ берекмәүе арҡаһында 2-се төркөм инвалиды булып ҡала.
Шулай уҡ фронтҡа киткәнсе учениелар ваҡытындағы һәләкәттәрҙә лә юғалтыуҙар була.
Отличие билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Гвардия» почётлы званиеһы
- 1943 йылдың 9 октябрендә Тамань ярымутрауын азат иткән өсөн полкҡа почётлы Тамань атамаһы бирелә.
- 1944 йылдың 24 апрелендә Феодосияны азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн полк Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
- Белоруссияны азат иткән өсөн полк III дәрәжә Суворов ордены менән наградлана.
- Полктағы 250-нән ашыу ҡыҙ ордендар һәм миҙалдар менән наградлана.
Советтар Союзы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан Геройҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш ваҡытында полктың 23 хәрби хеҙмәткәренә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә:
- Гвардия өлкән лейтенанты Аронова Раиса Ермолаевна — 960 хәрби осош. 1946 йылдың 15 майында наградлана.
- Гвардия өлкән лейтенанты Белик Вера Лукьяновна — 813 хәрби осош. Үлгәндән һуң 1945 йылдың 23 февралендә наградлана.
- Гвардия өлкән лейтенанты Гашева Руфина Сергеевна — 848 хәрби осош. 1945 йылдың 23 февралендә наградлана.
- Гвардия өлкән лейтенанты Гельман Полина Владимировна — 860 хәрби осош. 1946 йылдың 15 майында наградлана.
- Гвардия өлкән лейтенанты Жигуленко Евгения Андреевна — 968 хәрби осош.
- Гвардия өлкән лейтенанты Макарова Татьяна Петровна — 628 хәрби осош. Үлгәндән һуң наградлана.
- Гвардия өлкән лейтенанты Меклин Наталья Фёдоровна — 980 хәрби осош. 1945 йылдың 23 февралендә наградлана.
- Гвардия майоры Никулина Евдокия Андреевна — 740 хәрби осош. 1944 йылдың 26 октябрендә наградлана.
- Гвардия лейтенанты Носаль Евдокия Ивановна — 354 хәрби осош. Үлгәндән һуң наградлана. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған беренсе ҡатын-ҡыҙ лётчик.
- Гвардия өлкән лейтенанты Парфёнова Зоя Ивановна — 680 хәрби осош. 1945 йылдың 18 авгусында наградлана. Еңеү Парады ҡатнашыусыһы.
- Гвардия өлкән лейтенанты Пасько Евдокия Борисовна — 790 хәрби осош.
- Гвардия капитаны Попова Надежда Васильевна — 852 хәрби осош.
- Гвардия өлкән лейтенанты Распопова Нина Максимовна — 805 хәрби осош.
- Гвардия капитаны Розанова Лариса Николаевна — 793 хәрби осош.
- Гвардия өлкән лейтенанты Руднева Евгения Максимовна — 645 хәрби осош. Үлгәндән һуң наградлана.
- Гвардия өлкән лейтенанты Рябова Екатерина Васильевна — 890 хәрби осош.
- Гвардия капитаны Санфирова Ольга Александровна — 630 хәрби осош. Үлгәндән һуң наградлана.
- Гвардия өлкән лейтенанты Себрова Ирина Фёдоровна — 1004 хәрби осош.
- Гвардия капитаны Смирнова Мария Васильевна — 950 хәрби осош.
- Гвардия өлкән лейтенанты Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы — 780 хәрби осош. 1946 йылдың 15 майында наградлана.
- Гвардия өлкән лейтенанты Ульяненко Нина Захаровна — 915 хәрби осош. 1945 йылдың 18 авгусында наградлана.
- Гвардия өлкән лейтенанты Худякова Антонина Фёдоровна — 926 хәрби осош.
- Гвардия капитаны Чечнева Марина Павловна — 810 хәрби осош. 1946 йылдың 15 майында наградлана.
1995 йылда полктың тағы ике штурманы Рәсәй Геройы исемен ала:
- Гвардия өлкән лейтенанты Акимова Александра Фёдоровна — 680 хәрби осош.
- Гвардия өлкән лейтенанты Сумарокова Татьяна Николаевна — 725 хәрби осош.
«Халыҡ Геройы» (Ҡаҙағстан) исеме бер летчикҡа бирелә:
- Гвардия өлкән лейтенанты Доспанова Хиуаз Каир ҡыҙы — 300-ҙән ашыу хәрби осош.
Полк сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1961 С. А. Аранович полк тураһында «Тысяча сто ночей» тигән документаль фильм төшөрә[8].
- 1981 йылда СССР-ҙа полк тарихына бағышланған «В небе „Ночные ведьмы“» фильмы төшөрөлә. Элекке полк лётчигы Евгения Жигуленко режиссёры һәм сценарийҙың авторҙашы була.
- «В бой идут одни „старики“» фильмы сюжетының мөхәббәт линияһы нигеҙенә 46-сы полк лётчигы Советтар Союзы Геройы Надежда Попова һәм 821-се истребитель полкы лётчигы Советтар Союзы Геройы Семён Харламовтың ысын тарихы һалына.
- Һуғыш тамамланғандан һуң ҡыҙҙарҙың күбеһе хәрби юлы тураһында китаптар һәм мемуарҙар яҙа.
- Икенсе донъя һуғышы тураһында йырлаған голланд рок-төркөмө «Hail of Bullets» 588-се ҡатын-ҡыҙҙар авиаполкына композицияларының береһен бағышлай.
- Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар метал-төркөмө «Aella» полк лётчицаларына «Ночные ведьмы» композицияһын бағышлай.
- Швед пауэр-метал-төркөмө «Sabaton» полк лётчицаларына «Heroes» альбомындағы «Night Witches» композицияһын арнай.
- «Ночные ведьмы» полкы геройҙары 2008—2010 йылдарҙа сыҡҡан «Le Grand Duc» француз комиксының геройҙары була.
- 2013 йылда Беренсе каналда 46-сы полк лётчиктарына арналған «Ночные ласточки» сериалы сыға.
- 2014 йылда Женевала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 69 йыллығын билдәләгәндә «Theatre du Tunnel» театр труппаһы (сит илдә төпләнгән беренсе рус театры) һәм Халыҡ-ара Ломоносов үҙәге (Европала беренсе Рәсәй университеты) тарафынан 46-сы полк лётчиктарына арналған «В небе „Ночные ведьмы“» спектакле ҡуйыла.
Ғауғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2005 йылда Олег һәм Ольга Грейгтарҙың «Походно-полевые жёны» тигән китабы сыға, унда лётчик ҡыҙҙар енси яҡтан аҙғын, түшәк аша ғына наградалар алған итеп һүрәтләнә. Полк ветерандары авторҙарҙы нахаҡ ғәйеп таҡҡан өсөн судҡа бирә. Енәйәт эше ҡуҙғатыла, ул О. Грейг һәләк булғас туҡтатыла[9][10].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәскәү ҡалаһының 213-сө мәктәбендә 1964 йылдың 26 майында Ҡыҙыл байраҡлы Суворов орденлы 46-сы Тамань гвардия төнгө еңел бомбардировка ҡатын-ҡыҙҙар полкының Хәрби дан музейы асыла. Ул әле лә эшләй.
- Һамарҙа 105-се мәктәптә Ҡыҙыл байраҡлы Суворов орденлы 46-сы Тамань гвардия төнгө еңел бомбардировка ҡатын-ҡыҙҙар полкының музейы асыла[11].
- Ҡатын-ҡыҙҙар полкының ветерандары йыл һайын 2 майҙа һәм 8 ноябрҙә Мәскәүҙә Ҙур театр скверында осраша.
- 2012 йылда «Университетская книга» нәшриәтендә ҡыҙҙар фронтта саҡта яҙған шиғырҙарҙан йыйынтыҡ нәшер ителә. Йыйынтыҡты төҙөүсе — полк штабы начальнигы, отставкалағы подполковник, МДУ-ның физика факультеты космос физикаһы профессоры — Ракобольская Ирина Вячеславовна.
- «Sabaton» төркөмө «Night Witches» йырын сығара.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ракобольская И., Кравцова Н. Нас называли ночными ведьмами. Так воевал женский 46-й гвардейский полк ночных бомбардировщиков 2014 йыл 7 апрель архивланған.. — 2-е издание, дополненное. — М.: Издательство МГУ, 2005. — С. 336. — 2000 экз. — ISBN 5-211-05008-8.
- Аронова Раиса Ермолаевна. Ночные ведьмы. — М.: Советская Россия, 1969.
- Литвинова Л. Н. Летят сквозь годы. — М.: Воениздат, 1975. — 207 с.
- Магид А. О маленьком самолёте. — М.: ДОСАРМ, 1951. — 84 с.
- Магид А. С. Гвардейский Таманский авиационный полк 2009 йыл 3 март архивланған.. — Издание третье, дополненное и переработанное. — М.: ДОСААФ, 1960. — 228 с. — 45 000 экз.Магид А. С. Гвардейский Таманский авиационный полк. — Издание третье, дополненное и переработанное. — М.: ДОСААФ, 1960. — 228 с. — 45 000 экз.
- Магид А. С. Гвардейский Таманский авиационный полк 2017 йыл 2 февраль архивланған.. — Издание третье, дополненное и переработанное. — М.: ДОСААФ, 1960. — 288 с. — 45 000 экз.Магид А. С. Гвардейский Таманский авиационный полк. — Издание третье, дополненное и переработанное. — М.: ДОСААФ, 1960. — 288 с. — 45 000 экз.
- Чечнева М. П. Небо остаётся нашим. — Издание второе, исправленное. — М.: Воениздат, 1976. — 238 с. — 100 000 экз.Чечнева М. П. Небо остаётся нашим. — Издание второе, исправленное. — М.: Воениздат, 1976. — 238 с. — 100 000 экз.
- Чечнева М. П. «Ласточки» над фронтом. — М.: ДОСААФ, 1984. — 270 с. — 100 000 экз.Чечнева М. П. «Ласточки» над фронтом. — М.: ДОСААФ, 1984. — 270 с. — 100 000 экз.
- Чечнева М. П. Боевые подруги мои. — М.: ДОСААФ, 1975. — 341 с. — (За честь и славу Родины).
- Чечнева М. П. Повесть о Жене Рудневой. — М.: ДОСААФ, 1974. — 341 с. — (За честь и славу Родины).
- Кравцова Н. Ф. От заката до рассвета.
- Дрягина И. В. Записки лётчицы У-2. — Центрполиграф. — Москва: 6000, 2007. — (На линии фронта. Правда о войне). — ISBN 978-5-9524-3041-9.
- Голубева-Терес О. Т. Страницы из лётной книжки. — Воениздат. — Москва, 1988.
- Ракипов Ш. Звёздные ночи. — Татарское книжное изд-во. — Казань, 1983.
- Ракипов Ш. О чем грустят кипарисы. — Казань: Татарское книжное изд-во, 1984.
- Гладков В. Ф. В осаде // Десант на Эльтиген. — М.: Воениздат, 1972.
- A. Noggle. A Dance With Death: Soviet Airwomen in World War II. — ISBN 978-0-89096-601-3.
- Рычило Б., Морозов М. Гвардейские авиационные полки 1941-45 гг. — Мир авиации, 2003, No. 2.
- Александр Абрамов. Красные соколы.
- Русский архив: Великая Отечественная: Приказы народного комиссара обороны СССР 22 июня 1941 г. — 1942 г. Т. 13 (2-2). — М.: Терра, 1997.
- Раскова М. М. Записки штурмана. Мигунова Е. А. Продолжение подвига — М.: ДОСААФ, 1976.
- Лактионова Л. Д. Женские авиационные части в Великой Отечественной Войне 1941—1945. Диссертация на соискание учёной степени кандидата наук.. — М, 1999.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Приказ «О сформировании женских авиационных полков ВВС Красной Армии»
- ↑ Маслов М. А. Прославленный По-2. «Небесный тихоход», «кофемолка», «чокнутый будильник». — М.: Эксмо, 2016. — С. 104. — 160 с. — (Война и мы. Авиаколлекция). — ISBN 978-5-699-90266-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Лактионова, 1999, с. 128
- ↑ Список всех служивших в 46-м гвардейском авиаполку
- ↑ Мелузова Тамара
- ↑ Мельник С. Г. Девочка в шлеме // Relga.ru : электронный журнал. — 2 мая 2005. — № 6 (108).
- ↑ Борис Ершов Лётчица-героиня из Твери // Караван +Я : газета. — Тверь.
- ↑ С. Дунина. О наших подругах. // «Советский воин», № 4 (1168), февраль 1971. стр.31
- ↑ Татьяна Хорошилова Мы были «ночными ведьмами», а не «ночными бабочками». Легендарные лётчицы протестуют против искажения правды о войне // Российская газета : газета. — 3 ноября 2006.
- ↑ Александр Ленин Обыкновенная ложь // Завтра : газета. — 7 декабря 2005. — № 49 (629).
- ↑ Когда строку диктует чувство
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт 46-го гвардейского ночного бомбардировочного авиационного полка (30 марта 2009). Проверено 30 марта 2009. 2012 йыл 10 май архивланған. 14 марта 2012 года.Сайт 46-го гвардейского ночного бомбардировочного авиационного полка (недоступная ссылка — история) (30 март 2009). Дата обращения: 30 март 2009. Архивировано 14 март 2012 года.
- В. Харин. 46-й гвардейский ночной бомбардировочный Таманский Краснознаменный ордена Суворова авиационный полк. Авиаторы Второй мировой (28 мая 2007). Проверено 16 июня 2008. 2012 йыл 6 ғинуар архивланған. 14 марта 2012 года.В. Харин. 46-й гвардейский ночной бомбардировочный Таманский Краснознаменный ордена Суворова авиационный полк (недоступная ссылка — история). Авиаторы Второй мировой (28 май 2007). Дата обращения: 16 июнь 2008. Архивировано 14 март 2012 года.
- Фотографии самолётов и лётчиц 46 ГНБАП. Полки и самолёты ВВС СССР. Проверено 20 февраля 2018. Архивировано 20 февраля 2018 года.Фотографии самолётов и лётчиц 46 ГНБАП . Полки и самолёты ВВС СССР. Дата обращения: 20 февраль 2018. Архивировано из оригинала 20 февраль 2018 года.
- Борис Клин. В бой идет «Дунькин полк» (недоступная ссылка — история) . Izvestia.ru (7 мая 2008). Проверено 16 июня 2008. Архивировано 12 мая 2008 года.Борис Клин. В бой идет «Дунькин полк» . Izvestia.ru (7 май 2008). Дата обращения: 16 июнь 2008. Архивировано 12 май 2008 года.
- Рычило Б., Морозов М. Гвардейские авиационные полки 1941-45 гг. // Мир авиации : журнал. — 2003. — № 2.
- Александр Абрамов. Из истории 46-го Гвардейского НБАП. Красные соколы. Проверено 16 июня 2008. 2012 йыл 1 февраль архивланған. 14 марта 2012 года.Александр Абрамов. Из истории 46-го Гвардейского НБАП (недоступная ссылка — история). Красные соколы. Дата обращения: 16 июнь 2008. Архивировано 14 март 2012 года.
- Музей Боевой славы. Школа 213 города Москвы. Проверено 16 июня 2008. 2009 йыл 3 март архивланған. 14 марта 2012 года.Музей Боевой славы (недоступная ссылка — история). Школа 213 города Москвы. Дата обращения: 16 июнь 2008. Архивировано 14 март 2012 года. 2009 йыл 3 март архивланған.
- Жирохов Михаил Александрович. «Ночные ведьмы» на «рус-фанер» (недоступная ссылка — история) . Артофвар (21 мая 2008). Проверено 16 июня 2008. Архивировано 26 октября 2008 года.Жирохов Михаил Александрович. «Ночные ведьмы» на «рус-фанер» . Артофвар (21 май 2008). Дата обращения: 16 июнь 2008. Архивировано 26 октябрь 2008 года.
- Анатолий Пляц. Из истории создания и боевой деятельности женских авиаполков. Проверено 16 июня 2008. 2009 йыл 30 май архивланған. 14 марта 2012 года.Анатолий Пляц. Из истории создания и боевой деятельности женских авиаполков (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 16 июнь 2008. Архивировано 14 март 2012 года. 2009 йыл 30 май архивланған.
- Список всех служивших в 46-м гвардейском авиаполку
- КРЫЛАТАЯ ГВАРДИЯ — галерея изображений 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
- В небе только ведьмы 2012 йыл 11 май архивланған.