Эстәлеккә күсергә

Вараждин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вараждин
хорв. Varaždin
Байраҡ
Нигеҙләү датаһы 1181
Рәсем
Рәсми атамаһы Varaždin
Дәүләт  Хорватия
Административ үҙәге Вараждинска жупанияһы
Административ-территориаль берәмек Вараждинска жупанияһы
Халыҡ һаны 43 782 кеше (31 август 2021)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 173 метр
Туғандаш ҡала Куманово, Залаэгерсег, Бад-Радкерсбург, Осер, Равенсбург, Монтале, Трнава, Птуй, Кобленц һәм Пула
Майҙан 59,9 км²[2],
34,5 км²[2]
Почта индексы 42000[3]
Рәсми сайт varazdin.hr
Святой покровитель Николай Чудотворец[d]
Урындағы телефон коды 042
Карта
 Вараждин Викимилектә

Вараждин (хорв. Varaždin, нем. Warasdin, лат. Varasdinum, мадьярса  Varasd) — Хорватияның көнбайышындағы ҡала. Загребтан төньяҡҡа табан 81 км алыҫлыҡта Драва йылғаһы буйында урынлашҡан. Вараждин жупанлығының административ үҙәге. 2011 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы 47 055 кеше тәшкил итә; 2001 йылда унда 49 075 кеше иҫәпләнә.

Вараждин замогы

Археологик ҡаҙылмалар был ауыл римлеләр ваҡытында уҡ булған. 1181 йылда беренсе тапҡыр яҙма рәүештә телгә алына. 1209 йылда хорват-венгр короле Андрей II Вараждинға — Хорватиялағы беренсе ҡалаға — королдең ирекле ҡалаһы тигән грамота бирә.

17561776 йылдарҙа император ҡатын Мария Терезия батшалыҡ иткәндә Вараждин Хорватияның баш ҡалаһы булып хеҙмәт итә. Был ваҡытта ҡалала бик күп һарайҙар төҙөлә, һәм улар әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Был ҡалаға «асыҡ күк йөҙө аҫтындағы барокко музейы» тигән исем йөрөтөү хоҡуғын бирә. 1776 йылда ҡала янғындан ныҡ ҙур зыян күрә, шунлыҡтан баш ҡала Загребҡа күсерелә.

Әлеге ваҡытта Вараждин — Хорватияның мәҙәниәт һәм эре сәнәғәт үҙәге. Бында ҙур «Виндия» һөт заводы, билдәле «Вартекс» туҡыу фабрикаһы эшләй.

Ҡала үҙенең «барокко музыка кисәләре» менән билдәле, уға бик күп илдәрҙән музыка башҡарыусылар һәм тыңлаусылар килә. Концерттар боронғо замоктарҙа һәм сиркәүҙәрҙә үткәрелә. Шулай уҡ бында «Шпанцирфест» (Špancirfest) — урам артистары фестивале йыл һайын үткәрелә.

Вараждинда тыуған Имре Кальман Марицаның оперетталарының геройы булып барон Коломан Зупан тора, ә иң билдәле оперетта дуэты «Поедем в Вараждин» тип атала.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Вараждин замогы(XIV—XVI быуаттарҙа төҙөлгән), 1925 йылға тиклем Эрдеди магнаттары биләмәһендә торған
  • Вараждин католик соборы XVII быуатта Драшкович аҡсаһына төҙөлгән
  • Георгий Победоносец православие сиркәүе (1884)
  • Ҡаланан 40 километр алыҫлыҡта Тракошчан неоготик сиркәүе урынлашҡан.
  • Виндия мәмерйәһе
  • Ватрослав Ягич — филолог-телсе, лингвист, археограф һәм палеограф
  • Иван Кукулевич-Сакцинский — сәйәси эшмәкәр, тарихсы, шағир, драматург
  • Иван Падовец — композитор һәм гитарасы
  • Каролина Шпрем — теннисистка
  • Давор Вугринец — футболсы
  • Златко Далич — футболсы, Хорватия футбол буйынса йыйылма командаһының баш тренеры
  • Ямбрешич, Андрей — иезуит, педагог, прозаик, тел белгесе

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

varazdin.hr — Вараждина рәсми сайты  (хорв.)