Дьюла Месарош
Дьюла Месарош | |
Gyula Mészáros | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
этнограф |
Дьюла Месарош (мадьярса Gyula Mészáros; 28 март 1883 йыл, Сакч, Австро-Венгрия — 1957 йыл, Нью-Йорк) — мадъяр этнографы, шәрҡиәтсе һәм фольклорсы. Төрки-татар филологияһы докторы (1909).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дьюла (Юлиус) Месарош 1883 йылдың 28 мартында Австро-Венгрияның Сакч ҡалаһында тыуған. Иртә йәштәрҙән этнография менән ҡыҙыҡһына башлай.
Будапешт университетын тамамлай. 1904—1906 йылдарҙа Истанбулда ғосман төрөк телен өйрәнә.
1906—1909 йылдарҙа Урта һәм Көнсығыш Азия халыҡ-ара йәмғиәтенең Венгрия комитеты йомошо буйынса Рәсәй империяһының Ҡазан, Өфө, Пермь, Сембер, Ырымбур губерналары буйлап этнографик экспедиция яһай. 1908 йылдың 25 майында был экспедиция һөҙөмтәләре буйынса Венгрия фәндәр академияһында доклад менән сығыш яһай[1]. Бер нисә тапҡыр Ғосман империяһында була һәм урындағы халыҡтың тормошон өйрәнә.
Экспедиция материалдары баҫтырылып сығарылғандан һуң, Месароштың исеме ғалимдар араһында танылыу яулай. 1910 йылда сыуаштар тураһында монография һәм башҡорт-мадъяр һүҙлеген баҫтырып сығара.
1909—1915 йылдарҙа Венгрия милли музейының этнография бүлегендә эшләй, бында уның тарафынан йыйылған Башҡорт коллекцияһы (1909) һәм Константинополь регионы объекттары (1910) экспозициялары күрһәтелә.
1916 йылдан Беренсе донъя һуғышы бөткәнсе Истанбул университетының мадъяр кафедраһы мөдире һәм профессоры булып эшләй.
1920-се йылдар уртаһынан Анкарала Анатолия этнография музейының фәнни етәксеһе була. 1926 йылда Баҡыла уҙғарылған Бөтә Союз төркиәтселәр съезында ҡатнаша. 1932 йылда Венгрияға ҡайтып Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау буйынса милли комитеттың корреспонденты була, Сегед университетында лекциялар уҡый.
1943 һәм 1944 йылдарҙа Нови-Сад ҡалаһындағы (хәҙер Сербия) Увидек көнсығыш сауҙа колледжының профессоры була. Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң Төркиәлә йәшәй.
1951 йылда АҠШ-ҡа эмиграцияға китә, 1957 йылдың ғинуарында Нью-Йоркта вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Д. Месарош фотографиялары |
Фәнни эшмәкәрлеге Урал-Волга буйы халыҡтарының (башҡорттар, сыуаштар, татарҙар) фольклорын, телдәрен һәм этнографияһын өйрәнеүгә бағышлана. Шулай уҡ башҡорттар һәм мадъярҙар араһында этногенетик бәйләнештәр проблемаһын тикшерә.
Башҡорттарҙың этнографияһы тураһында йыйылған материалдар (225 предмет һәм 86 фотография) Венгрия этнография музейында һаҡлана. 1958—1959 йылдарҙа был материалдар системалаштырыла һәм тасуирлана, һәм артабан Башҡортостан этнографтары хеҙмәттәрендә киң файҙаланыла[2].
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Meszaros Gyula. Csuvas népköltési gyűjtemény. I: A csuvas ősvallás emlékei. Bdpst, 1909.
- Meszaros Gyula. Baskirfoldi tanulmanyutam // Ethnographia, 1910, № 21.
- Meszaros Gyula. Magna Ungaria. А Baskirmagyar kerdes. Budapest, 1910.
- Meszaros Gyula. Csuvas népköltési gyűjtemény. II: Közmondások, találós-mondások, dalok, mesék. Bdpst, 1912.
- рус телендә
- Месарош Ю. Отчет члена Венгерского комитета о поездке к чувашам и приволжским татарам// Известия состоящих под высочайшим Его Имп. Величества покровительством Рус. ком. для изучения Сред. и Вост. Азии в ист., археол., лингвист. и этногр. отношениях. — СПб., 1909. — № 9. — С. 60—66.
- Месарош Д. Памятники старой чувашской веры. — Чебоксары: ЧГИГН, 2000. (Переиздание первого тома — A csuvas ősvallás emlékei 1909 года).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Доклад академии от 1908 года в журнале «Ethnographia» (Bdpst, с. 1908.)
- ↑ Кучумов И. В. Месарош Дьюла // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Емельянов А. И. Д-р Дюла Месарош. Памятники старой чувашской веры, Будапешт, 1909: [Рецензия]// Известия Общества археологии, истории и этнографии при Императорском Казанском университете. — 1913. — Т. 28, вып. 6. — С. 566—584.
- Матвеев Г. Б. Дюла Месарош — исследователь верований, праздников и обрядов чувашей (к 125-летию со дня рождения)// Взаимодействие традиционных и инновационных процессов в социокультурной сфере: Материалы межрегиональной научно-практической конференции/ Чуваш. гос. ин-т культуры и искусств. — Чебоксары, 2009. — С. 116—121.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кучумов И. В. Месарош Дьюла // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.