Лаяшты
Лаяшты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ишҡар ауыл Советы (Илеш районы) |
Халыҡ һаны |
460 кеше (2010)[1], 412 кеше (2002)[2], 438 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 452281 |
Лаяшты (рус. Лаяшты) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 460 кеше[3]. Почта индексы — 452281, ОКАТО коды — 80230840004.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лаяшты йылғаһы буйында урынлашҡан ауылға нигеҙҙе Йылан ырыуының Лаяшты түбәһе башҡорттары һала. 1678 йылдың 11 февралендә төҙөлгән Килешеүгә ярашлы аҫабалар үҙ ерҙәренә аҙаҡ типтәр булып киткән яһаҡ татарын индерә. 1685 йылда шулай уҡ улар ауылдарына ерһеҙ башҡорттарҙы ла (припущенниктар) индерә. Ә мишәрҙәр 1795 йылғы Килешеүгә ярашлы ауылға килеп төпләнә[4].
Ауылдың ир-аты 1735 — 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында әүҙем ҡатнаша. Ихтилалды генерал-лейтенант Соймонов аяуһыҙ баҫтыра. Мостафа Табанаевты ғаиләһе менән Минзәлә төрмәһенә ебәрергә тигән приказ бирелә. Әммә был приказ үтәлмәй ҡала. 1783 йылда ауылда 4 кеше, 1795 йылда 19 ихатала — 153, 1816 йылда - 289, 1834 йылда 39 ихатала - 389, 1858 йылда 69 ихатала - 516, 1870 йылда 65 ихатала - 497, 1920 йылда 218 ихатала 1061 кеше йәшәй[4].
1843 йылда 294 аҫаба башҡортҡа 432 бот ужым һәм 600 бот яҙғы игеҫн сәселә.1840 йылда ауылда мәсет, почта станцияһы, ике һыу тирмәне була[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 891 | 400 | 491 | 44,9 | 55,1 |
1959 йыл 15 ғинуар | 609 | 252 | 357 | 41,4 | 58,6 |
1970 йыл 15 ғинуар | 677 | 312 | 365 | 46,1 | 53,9 |
1979 йыл 17 ғинуар | 552 | 258 | 294 | 46,7 | 53,3 |
1989 йыл 12 ғинуар | 419 | 198 | 221 | 47,3 | 52,7 |
2002 йыл 9 октябрь | 412 | 215 | 197 | 52,2 | 47,8 |
2010 йыл 14 октябрь | 460 | 242 | 218 | 52,6 | 47,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 21 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ишҡар): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 127 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәрүәрова Рима Фәйзи ҡыҙы (4.07.1954), журналистика ветераны, радиопроекттар авторы һәм тапшырыуҙар алып барыусы. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәй Журналистар союзы премияһы (2001) һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1997) лауреаты.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
- Лаяшты на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2019)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |