Һыу: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
Haqmar (фекер алышыу | өлөш)
103 юл: 103 юл:
|-
|-
| 100 || 4,216
| 100 || 4,216
|}
==== Агрегат хәлдәре ====
[[Агрегат хәл]] буйынса өс төрө бар:
* Ҡаты — [[боҙ]]
* Шыйыҡ — һыу
* Газ хәлендә — [[һыу пары]]

[[Файл:SnowflakesWilsonBentley.jpg|left|thumb|125px|[[Ҡар бөртөктәре]] төрҙәре.]]

Баҫым артыу менән һыуҙың ҡайнау температураһы күтәрелә<ref>''П. И. Воскресенский'' Техника лабораторных работ. 9-е изд. Л.: «Химия», 1970. С. 696—697</ref>:
{| class="wikitable"
|-
! Баҫым, атм. !! Т<sub>кип</sub>, Цельсий гр.
|-
| 0,987 (10<sup>5</sup> Па — нормаль шарттар) || +99.63°
|-
| 1 || +100°
|-
| 2 || +120°
|-
| 6 || +158°
|-
| 218,5 || +374,1°
|}
|}



11:25, 16 март 2013 өлгөһө

Һыу
Һыу: химик формула
Һыу: вид молекулы
Һыу: структура
Дөйөм үҙенсәлектәре
Систематик исемеВодород оксиды
Һыу[1]
Ғәҙәти исемеһыу
Химик формулаН2O
Физик үҙенсәлектәре
Агрегат хәле (Стандарт шарттарҙа)шыйыҡлыҡ
Моляр масса18,01528 г/моль
Тығыҙлығы0,9982 г/см³
Динамик үҙлелек (Стандарт шарттарҙа)0,00101 Па·с
(20 °C-та)
Кинематик үҙлелек (Стандарт шарттарҙа)0,01012 см²/с
(20 °C-та)
Матдәлә тауыш тиҙлеге1348 м/с (дистиллирланған һыу) м/с
Термик үҙенсәлектәре
Иреү температураһы0 °C
Ҡайныу температураһы99,974 °C
Тройная точка0,01 °C, 611,73 Па
Критик нөктә374 °C, 22,064 МПа
Моляр йылы һыйҙыралышлылыҡ (Стандарт шарттарҙа)75,37 Дж/(моль·К)
Йылы үткәреүсәнлек (Стандарт шарттарҙа)0,56 Вт/(м·K)
Хәүефһеҙлеге
Ағыулылығы
Һыу

Һыу (водород оксиды) — тәүторош хәлендә төҫө, тәме һәм еҫе булмаған үтә күренмәле шыйыҡса. Химик формулаһы: H2O. Температураһы Цельций буйынса 0 градустан түбән төшһә, ҡаты хәлгә әйләнә. Һыүҙың ҡаты хәле булып боҙ, ҡар, бәҫ тора. Температураһы Цельций буйынса 100 градусҡа күтәрелһә, ҡайнап сыға һәм быуға әйләнә. Ер йөҙөнең 71% тирәһе һыу ятҡылыктары менән ҡапланған. Улар океан, диңгеҙ, йылға, күл, боҙлоҡтарҙан тора.

Һыу көслө иреткес. Тәбиғи торошонды Һыуҙа һәр ваҡыт иретелгән матдәлер бар.

Ер йөҙөндә йәшәү рәүешенең төп нигеҙе булып һыу тора. Һәр бер тере йәндең һәм үҫемлектең химик төҙөлөшөнә инә, тирә-яҡ мөхиттең торошон билдәләй.

Тере кешенең тәнендә 55%-тан 78%-ҡа тиклем һыу бар, уның күләме кешенең йәше һәм ауырлығына бәйле. Кеше организмында 10% һыу юғалтыу үлем осрағына килтереүе мөмкин. Тәндә һыу күләмен бер кимәлдә тотоу өсөн кешегә көнөнә яҡынса 3 литр һыу эсергә кәрәк.

Һыу төрҙәре

Һыу Ер йөҙөндә өс агрегат хәлдә булыуы мөмкин — шыйыҡлыҡ , газ хәлендә һәм ҡаты хәлдә. Улар барыһы ла йәнәш булыуы мөмкин, мәҫәлән: һауала һыу быуы һәм болот, диңгеҙҙә һыу һәм айсберг, ерҙә боҙлоҡ һәм йылға. Һыу бик күп матдәләрҙең тәмен алып үҙендә иретә ала. Һыуҙың "йәшәү сығанағы" булараҡ мөһимлеген иҫәпкә алып өс типҡа бүлеп йөрөтәләр. Барлыҡҡа килеү, составы, ҡулланышы һәм башҡа үҙенсәлеген иҫәпкә алып:

  • Кальций һәм калий катиондарын иҫәпкә алып йомшаҡ һыу һәм ҡаты һыу.
  • Молекула изотопы буйынса:
    • Еңел һыу (составы буйынса ғәҙәти һыуға яҡын).
    • Ауыр һыу (дейтерийлы һыу)
    • Үтә ауыр һыу (тритийлы һыу)
  • Сөсө һыу
  • Ямғыр һыуы
  • Диңгеҙ һыуы
  • Ер аҫтындағы һыу
  • Минераль һыу
  • Тоҙло һыу
  • Эсәр һыу, һыу үткәргестәге һыу
  • Дистиллирланған һыу, деионизациаланған һыу
  • Ташландыҡ һыуҙар
  • Ямғыр һыуҙары һәм ер өҫтө һыуҙары
  • Үле һыу һәм Тере һыу — сифаты буйынса әкиәттәге һыу төрҙәре
  • Изге һыу — дини тәғлимәт буйынса махсус һыу
  • Поли-һыу (күплек мәғәнәһендә)
  • Структурланған һыу — академик булмаған теорияларҙағы термин.

Һыуҙың химик исемдәре

Һыуҙың бер нисе химик исеме бар:

  • Водород оксиды
  • Водород гидрооксиды
  • Дигидроген монооксиды
  • Гидроксиль кислота
  • Оксидан
  • Дигидромонооксид

Үҙенсәлектәре

Физик үҙенсәлектәре

Һыу нормаль шарттарҙа шыйыҡ агрегат хәлдә, башҡа водород ҡушылмалары киреһенсә газ хәлендә була. Был молекулаларҙың үҙенсәлекле характеристикаһы менән һәм улар араһындағы бәйленеш менән аңлатыла. Водород атомдары кислород атомына 104,45° мөйөш яһап ҡушыла, һәм был конфигурация ҡәтғи һаҡлана. Водород атомы һәм кислород атомы араһындағы электро тиҫкәрелек айырмаһы ҙур булыу сәбәпле электрон болото кислород яғына күскән. Шул сәбәпле һыу молекулаһы актив диполь булып тора, кислород яғы тиҫкәре, ә водород яғы ыңғай.

Нәтижәлә молекулалар поляр бәйленеш барлыҡҡ килтереп ҡапма-ҡашы полюстары менән бер-береһенә тартышалар, уларҙы айырыу өсөн күп энергия сарыф ителәсәк. Водород ионы протондың тышҡы электрон ҡатламы юҡ һәм ул бик бәләкәй, шуға күрә тиҫкәре поляризацияланған күрше кислород электрон тышсаһына башҡа молекула менән водород бәйләнеше барлыҡҡа килтерә. Һәр молекула күршеләре менән дүрт водород бәйләнеше менән бәйләнгән — кислород атомы ике бәйленеш барлыҡҡа килтерә һәм водород атомы ике бәйленештә. Молекулалар араһындағыи поляр һәм водород бәйләнеше һыуҙың юғары ҡайнау температураһын һәм сағыштырмаса парға әйләнеү йылылығын билдәләй. Ошо бәйләнештәр булыу сәбәпле һыу мөхитендә 15-20 мең атмосфераға тиклем баҫым барлыҡҡа килә, был һыуҙың ҡайын ҡыҫылыусанлаған аңлата, һыу быры 0,00005 күләмгә ҡыҫыла.

Һыу һәм боҙ структураһы оҡшаш. Һыу һәм боҙҙа стркуктура барлыҡҡа килтереп молекулалар билдәле бер тәртиптә урылашырға тырыша, тик йылылыҡ хәрәкәте ҡамасаулай. Ҡаты хәлгә күскән ваҡытта йылылыҡ хәрәкәте булмай һәм башҡаса структура барлыҡҡа килтереүгә ҡамасауламай, һыу молекулалары билдәле тәртиптә урынлаша, был процесста молекулалар араһындағы бушлыҡ арта һәм дөйөм тығыҙлыҡ түбән төшә, был боҙ фазаһында һыуҙың түбәнерәк тығыҙлыҡта булыуын аңлата. Парға әйләнгәндә, киреһенсә бәйләнештәр өҙөлә. Бәйләштәрҙе өҙөү өсөн бик ҙур энергия кәрәк, шуға һыуҙың башҡа шыйыксалар араһында һәм ҡаты матдәләр араһында иң ҙүр сығыштырмаса йылы һыйҙырыусанлағы. Бер литр һыуҙы бер градусҡа йылытыу өсөн 4,1868 кДж энергия кәрәк. Ошо үҙенсәлеге булғанға күрә, һыу йыш ҡына йылылыҡ биргес итеп файҙалыныла.

Температура
°С
Һыуҙың сағыштырма
йылылыҡ һыйымы
кДж/(кг*К)
-60 (боҙ) 1,64
-20 (боҙ) 2,01
-10 (боҙ) 2,22
0 (боҙ) 2,11
0 (таҙа һыу) 4,218
10 4,192
20 4,182
40 4,178
60 4,184
80 4,196
100 4,216

Агрегат хәлдәре

Агрегат хәл буйынса өс төрө бар:

Ҡар бөртөктәре төрҙәре.

Баҫым артыу менән һыуҙың ҡайнау температураһы күтәрелә[2]:

Баҫым, атм. Ткип, Цельсий гр.
0,987 (105 Па — нормаль шарттар) +99.63°
1 +100°
2 +120°
6 +158°
218,5 +374,1°

Тәбиғәттә һыу

Тәбиғәттә һыу әйленеше
Тәбиғәттә һыу әйленеше

Ер (планета)Ер йөҙөнөң 3/4 өлөшөн һыу тәшкил итә. Ерҙең гидросфераһы Донъя океанын, ҡоро ер һыуҙарын һәм атмосфералағы һыуҙы үҙ эсенә ала. Гидросферала һыу үҙ-ара тәбиғәттәге һыу әйләнеше процесы менән бәйләнгән.

Донъя океаны һыуҙары

Донъя океанына планеталағы бөтә һыуҙың 96%-тан ашыуы тура килә. Планеталағы һыуҙы материктар һәм утрауҙар айырым океандарға — Тымыҡ, Атлантык, Һинд һәм Төньяҡ Боҙло океанына бүлә. Антарктиданы уратып алыусы Көньяҡ океан айырым күрһәтелә. Майҙаны буйынса иң ҙуры — Тымыҡ океан иң бәләкәйе — Төньяҡ Боҙло океан. Океандарҙың ҡоро ергә инеп торған өлөшө диғгеҙҙәр тип атала. Иң ҙур диңгеҙҙәр: Филлипин,Ғәрәп, Мәрйен диңгеҙҙәре.

Диңгеҙ һәм океан һыуы составында эрегән төрлө матделер бар. 1 литр океан һыуында яҡынса 35 г тоҙ(күберәге аш тоҙо) бар. Бындай һыу сәнәғәттә, ауыл хужалығында ҡулланырға яраҡһыҙ.


Ҡоро ер һыуҙары

Йылға, күл, һаҙлыҡ, боҙлоҡ һәм ер аҫты һыуҙары ҡоро ер һыуҙары тип атала. Уларҙын күп өлөшө сөсө, әммә тоҙлолара ла осрай. Йылға, күл, һаҙлыҡтарҙа һыуҙың 0,02% тупланған.

Боҙлоҡтағы һыу

Боҙлоҡтарҙағы һыу туңғанда барлыҡҡа килгән боҙ менән бутарға ярамай. Боҙлоҡтар ҡарҙан барлыҡҡа килә. Ҡар яуып ире өлгөрмәй, ҡар ҡатламы тығыҙлана һәм боҙға әйләнә. Антарктида материгы ҡалып боҙ менән ҡапланған. Һималай, Памир, Тянь-Шань тыу түбәләре боҙлоҡ менән ҡапланған. Боҙлоҡтарҙа барлыҡ һыуҙың 2% тирәһе тупланған.

Ер аҫты һыуҙары

Ер аҫты һыуҙары Ер ҡабығының өҫкө өлөшөндә урынлашҡан. Улар сөсө, тоҙло, һыуыҡ, йылы, ҡайнар ҙа булыуы мөмкин. Ер аҫты һыуҙары ҡайһы бер урындарҙа шишмә булып ер өҫтөнә сыға. Ер аҫты һыуҙары бөтә һыуҙың 2%

Атмосфералағы һыу

Беҙҙең планета атмосфераһында һыу ваҡ тамсылар, болот, томан һәм боҫ хәлендә бар. Кондесацияла атмосферанан яуым-төшөм, ямғыр, ҡар, боҙлауыҡ, ысыҡ рәүешендә айырыла. Дөйөм алғанда Ерҙең һыу өлөшө гидросфера, ә ҡоро өлөшө криосфера тип атала. Һыу Ерҙәге бөтә организмдар өсөн иң мөһим матдә булып тора. Ерҙәге тормош һыу мөхитендә барлыҡҡа килгән тигән фараз бар.

Ҡыҙыҡлы факттар

  • Хайуандар һәм үҫемлектәр организмында уртасы 50% һыу бар[3].
  • Ер мантияһында һыу миҡдары, Донъя океаны менән сағыштырғанда, 10-12 тапҡыр күберәк[4]..
  • Донъя океаны уртаса 3,6 км тәрәнлектә, Ер өҫтөнөң 71% ҡаплай һәм билдәле булған һыу запастарының 97,6% туплаған.
  • Әгәр Ерҙә уйһыулыҡтар һәм ҡалҡыулыҡтар булмаһа һыу бөтә Ер өҫтөн 3 км тәрәнлектә ҡаплар ине[5]..
  • Әгәр бөтә боҙлоҡтар иреп бөтһә, Ерҙә һыу кимәле 64 м-ға күтәрелер ине һәм ҡоро ерҙен 1/8 өлөшө һыу аҫтында ҡалыр ине.
  • Диңгеҙ һыуы ғәҙәти 35 ‰ тоҙлолоҡта − 1,91 °C-та туңа[6]..
  • Һыу ыңғай температурала ла туңа[7].
  • Билдәле бер шарттарҙа (нанотрубка эсендә) һыу яңы хәлгә күсә, аблосют нулгә яҡын температураларҙа ағыу һәләтеп һаҡлай[8].
  • Һыү ҡояш яҡтыһының 5% кире сағылдыра, ә ҡар 85%. Боҙ аша океанға тик 2% ҡояш яҡтыһы үтә.
  • Океандың зәңгәр төҫө һыуҙа яҡтылыҡтың һайланып йотолоуы һәм тарҡалыуы менән аңлатыла.
  • Һыу Ерҙә шыйыҡ фазанан ҡаты фазаға күскәндә киңәйә торған күп булмаған матдәләр араһына керә, бынан тыш висмут һәм галлийҙын ошондай үҙенсәлеге бар.
  • Һыу фтор булған атмосферала янырға мөмкин, ҡайһы саҡта шартлау менән. Был осраҡта кислород бүленеп сыға.

Әҙәбиәт

  • Лосев К.С. Вода. — Л.: Гидрометеоиздат, 1989. — 272 с.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. ингл. International Union of Pure and Applied Chemistry. Nomenclature of Inorganic Chemistry. IUPAC RECOMMENDATIONS 2005. RSC Publishing, 2005. — p. 306.
  2. П. И. Воскресенский Техника лабораторных работ. 9-е изд. Л.: «Химия», 1970. С. 696—697
  3. Наука и техника. Книги. Загадки простой воды.
  4. Состав и природа минтии Земли
  5. Биосфера Земли
  6. Дайвинг: статьи, каталог снаряжения, обучение, магазины, клубы и центры
  7. Всеволод Арабаджи. Загадки простой воды. 2001
  8. Science Daily (англ.)


Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA