Эстәлеккә күсергә

Мжаванадзе Василий Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Василий Павлович Мжаванадзе
груз. ვასილი მჟავანაძე
Василий Павлович Мжаванадзе
Флаг
Флаг
КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы
ағзалығына кандидат
8 апрель 1966 йыл — 18 декабрь 1972 йыл
Флаг
Флаг
КПСС Үҙәк Комитеты Президумы
ағзалығына кандидат
29 июнь 1957 йыл — 29 март 1966 йыл
Флаг
Флаг
Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары
20 сентябрь 1953 йыл — 29 сентябрь 1972 йыл
Алдан килеүсе: Александр Иорданович Мирцхулава
Дауамсы: Эдуард Амвросиевич Шеварднадзе
 
Дине: (атеист)
Тыуған: 7 (20) сентябрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Рәсәй империяһы Кутаиси губернаһы Кутаиси ҡалаһы
Үлгән: 31 август 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (85 йәш)
СССР, РСФСР, Мәскәү
Ерләнгән: Тбилиси
Ҡатыны: Мжаванадзе (Терешкевич) Виктория Фёдоровна (1921-1982)
Балалары: улы Александр, ҡыҙҙары Тамара, Виктория һәм Нина
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы (КПСС) (1927 йылдан)
Белеме: В. И. Ленин исемендәге Ленинград хәрби-сәйәси академияһы
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: 19241950
Принадлежность: Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Звание:
Генерал-лейтенант
Генерал-лейтенант
Командир булған: 42-се һәм 21-се Армияларҙың Хәрби совет ағзаһы
Бәрелештәр: Ленинградты обороналау, Ленинград-Новгород операцияһы
 
Наградалары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1962
Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Кутузов ордены
II дәрәжә Суворов ордены II дәрәжә Кутузов ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
«В память 250-летия Ленинграда» миҙал
«В память 250-летия Ленинграда» миҙал


Васи́лий Па́влович Мжавана́дзе (груз. ვასილი მჟავანაძე) (7 (20) сентябрь 1902 йыл31 август 1988 йыл) — СССР партия (КПСС) эшмәкәре. 1953—1972 йылдарҙа Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары, КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы-Президиумы ағзалығына кандидат (1957—1972 йылдар). СССР-ҙың 4-8 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1962 йыл).

Кутаиси ҡалаһында, ябай эшсе ғаиләһендә тыуған. 1915 йылда Хони ҡалаһы предприятиеларында эшләй. Һуңғы эш урыны — урындағы күн заводында ябай эшсе (1918 йылда).

1924 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында. Шунда уҡ 1927 йылда ВКП(б) ағзаһы була. 1937 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияһын (Ленинград хәрби-политехник академияһы) тамамлай.

1937 йылдан хәрби-сәйәси эштә була. 1939—1940 йылдарҙа армияның сәйәси бүлек начальнигы һәм армия штабы комиссары дәрәжәһендә Совет-фин һуғышында ҡатнаша. Петразаводск йүнәлешендәге һуғышта ҡатнашҡаны өсөн Ҡыҙыл Байраҡ Ордены менән наградланған. 1940 йылдан Балтика буйы хәрби округының сәйәси идаралыҡ начальнигы, бригада комиссары.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, айырым ғәскәр берләшмәләре командиры сифатында армия сафы хәрби советтарының ағзаһы була. 19451953 йылдарҙа Харьков, Киев, Карпат буйы хәрби округтарының хәрби советтары ағзаһы булып иҫәпләнә.

Генерал-лейтенант (1944 йыл). 1953—1972 йылдарҙа Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары. Хрущевҡа ҡаршы йәшерен һүҙ ҡуйышыу яҡлы була[1]. Партияның XX, XXII—XXIV съездарында КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана (1956—1976 йылдарҙа). КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы Политбюроһы ағзаһына кандидат була (29.06.57—18.12.72).

1972 йылдың сентябрь айынан хаҡлы ялда. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Мәскәү янындағы Жуковка ҡасабаһында, Вячеслав Михайлович Молотовтың дачаһынан йыраҡ булмаған ерҙә йәшәй.

Василий Мжаванадзе, корупция һәм цеховиктарҙың эшмәкәрлеген йәшереүҙә ғәйепләнеп, вазифаһынан бушатыла, һәм уның урынын Эдуард Амвросиевич Шеварднадзе ала. Ғәйепләүҙәрҙең бер өлөшө дөрөҫ түгел тигән фаразлау ҙа бар[2]. И.В. Сталиндың йорт-музейын булдырыу яғында була [3].

Мжаванадзе Василий Павлович. «Герои страны» сайты.

Ҡалып:Руководители ЦК Компартии Грузии