Нөгөш (йылға)
Уҡыу көйләүҙәре
Нөгөш | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 235 км |
Бассейн | 3820 км² |
Һыу сығымы | 4 м³/с (в 194 км от устья) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Юрматау итәге (Көньяҡ Урал) |
Тамағы | Ағиҙел |
· Координаталар | 53°04′32″ с. ш. 55°59′43″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 53°04′32″ с. ш. 55°59′43″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200312111100017781 |
Нөгөш Викимилектә |
Нөгөш(Оло Нөгөш)— Башҡортостандағы йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы. Кама йылғаһы бассейнына ҡарай.
Башланған урыны— Белорет районы Кукҡашҡа ауылынан (бөткән ауыл) көнсығыштараҡ, Йүрмәтау һыртының көнбайыш битләүенән башлана.
Белорет, Бөрйән, Мәләүез райондары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Унан Мәләүез районыны Эткөсөк ауылы янында төньяҡ‑көнбайышҡа борола һәм Ағиҙел йылғаһына (тамағынан 837 км алыҫлыҡта) уң яҡтан ҡушыла.
- Оҙонлоғо: 235 км,
- Бассейн майҙаны: 3820 кв.км,
- Дөйөм түбәнәйеүе: 540 м,
- Ағым тиҙлеге 0,8-1,0 м/с-ға тиклем.
- Уртаса йыллыҡ һыу сығымы: 34,7 м³/с (Мәләүез районыны Андреев утары эргәһендә).
Йыллыҡ аҡманың (годовой сток) 73,9 %‐ы — яҙғы осорға (апрель—май), 18,3 %‐ы — йәйге һәм көҙгө осорҙарға (июнь—октябрь), 7,6 %‐ы ҡышҡы (ноябрь—март) осорға тура килә. Башлыса ҡар һыуҙары менән туйына.
- Төп ҡушылдыҡтары: Үрек, Тор уң яғынан, Берәтәк, Кесе Нөгөш, Күжә һул яғынан. Бөрйән районының Аҫҡар ауылы халҡы тауҙар араһында Кесе Нөгөш йылғаһын һыулай. Һуңғы йылдарҙа, башҡа йылғалар кеүек, уның да һыуы бик ныҡ кәмеүе күҙәтелә. Урындағы халыҡ, уны быуып, һыу запасы булдырырға мәжбүр.
Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысы, һәм һыуһаҡлағыс ярында Нөгөш ял йорто урынлашҡан.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Оло_Нөгөш_йылғаһы
-
Оло Нөгөш аша Кәтерина күпере
-
Кесе Нөгөш йылғаһында һыуһаҡлағыс быуа
-
Аҫҡар ауылының аҫҡы урамы Сыуаҡай тауы итәгендә Кесе Нөгөш йылғаһы буйлап урынлашҡан
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нөгөш (йылға) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |