Рапат
Ауыл | |
Рапат | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Рапат (рус. Рапатово) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 830 кеше[1]. Почта индексы — 452219, ОКАТО коды — 80256840001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 830 | 402 | 428 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (44 %) һәм татарҙар (54 %) йәшәй[2].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рапат ауылы тарихы шул уҡ исемдәге йылғала (ғәр. «рабат» - нығытылған пункт, ҙур булмаған ҡала) исеменән килә. 1795 йылда башҡорттар бер мишәр ғаиләһен (7 кеше) һәм бер типтәр (4 кеше) ғаиләһен керҙәшлек килешеүе буйынса ҡабул итә.
Был ауылда Ҡаңды улусы Көйөк түбәһе башҡорттары ла йәшәгән. 1856 йылда бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың ата-бабалары Ҡыйғаҙытамаҡ ауылына нигеҙ һалғандан һуң, башҡорттар 15 кешенән торған яңы ауылға сығып китә. 1795 йылғы ревизиянан һуң бында 59 татар дәүләт крәҫтиәндәре ҡабул ителә. Һуңынан 1829 йылда Пенза губернаһы Краснослобода өйәҙе Тархан һәм Тумасово ауылдарынан тағы 30 татар (улар араһында Тәкрә Нәҙершин, Рәхмәтулла Яҡупов) килеп төпләнә.
1843 йылда 190 башҡортҡа 168 бот ужым икмәге һәм 856 бот яҙғы культуралар сәселгән. 24 бот картуф ултыртылған. Башҡорттарҙа - 2, мишәрҙәрҙә 1 тирмән була. Ауыл кешеләрен 300 умарта тота. Мәсет эшләй.
Ауыл тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1891 йылда Иҫке Ҡалмаш улусының Рапат ауылы башҡорттары алпауыт Веригинаның имениеһына һөжүм итә, уның сәсеүлектәрен юҡ итә, хеҙмәтселәренең малдарын тартып ала, йортоноң тәҙрәләрен вата, хеҙмәтселәрен үлтереү һәм йорт-ерен яндырыу менән янай, старостаны туҡмай. Властар башҡорттарға ҡаршы ҙур полиция көстәрен ебәрә, 26 кеше ҡулға алына. Шул уҡ ваҡытта урындағы мулла Ғайса Туҡтаров полицияға ҙур хеҙмәт күрһәтә, хатта ул Өфө губернаторының рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ була. Рапатлыларҙың күршеләре Иҫке Ҡалмаш һәм Ҡалмашбаш ауылдары башҡорттары алпауыт Мамлеев ерҙәрен баҫып ала, урмандағы дачаһына ут төртә, ер биләүсе Ҡотлобаев ерҙәрен ҡуртымға алғандарҙы ҡыуып ебәрә. Тәртипһеҙлекте ойоштороусылар 15 кеше һаҡ аҫтына алына.
1812 йылғы Ватан һуғышында 11-се башҡорт полкы составында башҡорт Фәйзулла Вәлитов (1792 йылғы), уның улдары Ғәбиҙулла, Мөхәмәҙиәр, Мөхәмәтсадиҡ ҡатнашҡан.[3]
Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илфаҡ Смаҡов (2.01.1940—27.05.1993) — совет һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) артисы[4].
1917 йылғы ауыл хужағығын иҫәпкә алыу карточкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы поземельной переписи 1917 года по: д. Рапатово, т.1, Белебеевский уезд, Старо-Калмашевская волость; фонд Р-473, опись 1, дело 1434(недоступная ссылка)
- Материалы поземельной переписи 1917 года по: д. Рапатово, т.2, Белебеевский уезд, Старо-Калмашевская волость; фонд Р-473, опись 1, дело 1435(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.319
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Смаҡов Илфаҡ Мөзип улы 2018 йыл 3 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 ғинуар 2018)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]