Эстәлеккә күсергә

Рене Декарт

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рене Декарт
René Descartes
Тыуған көнө

31 март 1596({{padleft:1596|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны

Лаэ, Турень, Франция

Вафат көнө

11 февраль 1650({{padleft:1650|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (53 йәш)

Вафат булған урыны

Стокгольм, Швеция

Ил

Франция

Мәктәп/традиция

Картезианлыҡ, Континенталь рационализм

Йүнәлеше

Европа фәлсәфәһе

Осор

XVII быуат фәлсәфәһе
(Яңы заман фәлсәфәһе)

Основные интересы

метафизика, эпистемология, физика, математика

Значительные идеи

Cogito ergo sum, радикаль шик ысулы, Декарттың координаталар системаһы, Картезиан дуализм, Илаһиҙың барлығына онтологик раҫланмалар; Европала яңы фәлсәфәгә нигеҙ һалыусы

Оказавшие влияние

Платон, Аристотель, Ансельм Кентерберийский, Фома Аквинский, Уильям Оккам, Франциск Суарез, Марин Мерсенн

Испытавшие влияние

Спиноза, Антуан Арно, Николя Мальбранш, Джон Локк, Лейбниц, Иммануил Кант, Гуссерль

Имзаһы

Firma Descartes.svg

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Рене́ Дека́рт (франц. René Descartes [ʁəˈne deˈkaʁt], лат. Renatus Cartesius — Картезий; 31 март 1596 йыл, Лаэ (Турень провинцияһы), хәҙер Декарт (департамент Эндр һәм Луара) — 11 февраль 1650 йыл, Стокгольм) — француз математигы, философы, механигы, физигы һәм физиологы, аналитик геометрияны һәм хәҙерге заман алгебраик символикаһын барлыҡҡа килтереүсе, философияла радикаль шик ысулы, физикала механицизм авторы, рефлексологияла тәүге аҙымдар яһаған кеше; француз ғалимы һәм философы, дуализм вәкиле.

Декарт Францияла Лаэ (La Haye en Touraine), хәҙерге Декарт (Descartes), ҡалаһында фәҡирлеккә төшкән боронғо дворяндар тоҡомло ғаиләлә өсөнсө бала булып 1596 йылдың 31 мартында тыуған. Бер йәшендә әсәһе үлеп ҡала атаһы Ренн ҡалаһында судья булып эшләй һәм Лаэла һирәк була, баланы әсәһе яғынан өләсәһе тәрбиәләй. Рене бала сағында бик сирләшкә була, ҡыҙыҡһыныусанлығы менән айырылып тора.

Башланғыс белемде Декарт Ла Флештағы иезуит коллежында ала, уҡытыусыһы Жан Франсуа була. Белемде иезуиттар мәктәбендә ала һәм хәрби хеҙмәтте үтә. Коллежда Декарт буласаҡ рухани һәм Францияның фәнни тормошона йүнәлеш биреп торасаҡ Марен Мерсенн менән таныша. Дини белем Декартта, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, ул саҡтың күренекле философтарына ышанмау уята.

1612 йылда у Декарт коллеж тамамлап, күпмелер ваҡыт Пуатьела хоҡуҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, шунан Парижға китеп, математикала эҙләнеүҙәрҙе ғәмһеҙ ваҡыт уҙғарыуҙар менән аралаштырып, бер аҙ йәшәп ала. Шунан хәрби хеҙмәт (1617) — башта революция ялмаған Голландияла, артабан Германияла, Прага өсөн һуғышта (Утыҙ йыллыҡ һуғыш). 1618 йылда Голландияла Декарт атаҡлы физик һәм натурфилософ Исаак Бекман менән таныша, тап уның йоғонтоһонда ғалим булып китә лә инде. Декарт бер нисә йыл Парижда ғилми эш менән шөғөлләнә, виртуаль тиҙлек принцибфн аса, әммә ул ваҡытта быны аңларлыҡ кеше булмай әле.

Шунан йәнә Ла-Рошель өсөн һуғышта ҡатнаша. Францияла Декарттың хөр фекерләүе иезуиттарға килеп етә, һәм уны көфөрлөктә ғәйепләй башлайҙар. Шуның өсөн Декарт Голландияға күсеп (1628), 20 йыл йәшәй.

Ул Европаның иң ҙур ғалимдары менән хат алыша, медицинанан алып метеорологияға тиклем төрлө фәндәрҙе өйрәнә. Ниһайәт, 1634 йылда тәүге, программа булырлыҡ «Донъя» тигән китабын (Le Monde) тамамлай, ул ике — «Яҡтылыҡ тураһында трактат» һәм «Кеше тураһында трактат» тигән өлөштәрҙән тора. Әммә китап уңышһыҙ ваҡытҡа юлыға — бер йыл элек кенә инквизиция Галилейҙы саҡ үлтермәй ҡала. Шуның өсөн Декарт үҙе тере сағында китапты сығармаҫҡа була. Ул Мерсеннға Галилейға хөкөм тураһында былай тип яҙа:

Швеция королеваһы Кристина менән Рене Декарттың һүҙ көрәштереүе

Был мине шул тиклем тетрәтте, хатта яҙмаларымды яндырырға булып киттем, һис юғы уларҙы күрһәтмәҫкә кәрәк; Папа үҙе ыңғай ҡараған италиялыны ла Ер әйләнә тигән өсөн язаларға булғастар инде… Ер хәрәкәте ялған икән, минең философиям нигеҙҙәре лә ялған булып сыға, сөнки минең һығымталарым да шундай.

Әммә Декарттың башҡа китаптары донъя күрә тора:

  • «Ысул тураһында фекерләүҙәр…» (1637)
  • «Тәүге философия тураһында фекерләүҙәр…» (1641)
  • «Философияның башланғыстары» (1644)

Кардинал Ришельё Декарттың хеҙмәттәренә ыңғай баһа бирә һәм Францияла баҫырға рөхсәт итә, ә Голландияның руханиҙары ҡарғыш белдерә (1642); Оран принцының яҡлауы булмаһа ғалимға бик ауырға тура килер ине.

1635 йылда Декарттың никахһыҙ ҡыҙы Франсина тыуа (хеҙмәтсеһенән). 5 йәшендә бала скарлатинанан үлеп ҡала, Декарт быны үҙ ғүмерендәге иң ҙур ҡайғы тип баһалай.

Сен-Жермен де Пре сиркәүендә Рене Декарттың ҡәбере (уң яҡта — эпитафия)

1649 йылда туҡтауһыҙ талауҙарҙан биҙрәгән Декарт швед королеваһы Кристинаның саҡырыуы буйынса Стокгольмға күсенә. Унда барыу менән ауырып китеп, пневмониянан үлеп ҡала. Үлеменең сәбәбе тип пневмония фараз ителгән. Декартты мышьяк менән ағыулап үлтергәндәр тигән фараз да бар, сөнки ауырыу билдәләре шуға оҡшаш була. Бындай фаразды Айки Пиз (немец ғалимы[1]), артабан Теодор Эберт[2][3] та белдерә. Декарттың йоғонтоһонда королева Кристина католиклыҡҡа күсмәҫ тип, католик агенттар үлтергәндер тип уйлайҙар (1654 йылда королева шул инанысты ҡабул итә).

Ғүмеренең ахырына Декартҡа сиркәүҙең дошманлығы көсәйә. Үлгәндән һуң Декарттың әҫәрҙәре «Индекс» тигән исемлеккә индерелә, Ә Людовик XIV махсус бойороҡ менән Декарттың философияһын («картезианлыҡ») Францияның барлыҡ уҡыу йорттарында ла өйрәтеүҙе тыя.

Үлгәндән һуң 17 йыл үткәс мәрхүмдең һөйәктәре Стокгольмдан Парижға күсерелә һәм Сен-Жермен де Пре аббатлығындағы часовняла ерләнә. Ҡәбере әле лә шунда.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Декарттың координаталар системаһы

1637 йылда Декарттың төп фәлсәфәүи-математик хеҙмәте — «Ысул тураһында фекерләүҙәр» донъя күрә.

Китапта аналитик геометрия аңлатып бирелә, ә һалынмаларында — алгебра, геометрия, оптика буйынса эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләре һәм башҡа күп мәғлүмәттәр.

Китабындағы Виет математик символикаһының бөгөнгө замандыҡына бик яҡын булыуын айырым билдәләргә кәрәк.

«Ысул» Декартты шунда уҡ математика һәм оптикала бик абруйлы итә.

Механика и физика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Декарттың физика буйынса эҙләнеүҙәре башлыса механика, оптика һәм Ғаләмдең дөйөм ҡоролошон өйрәнеүгә ҡайтып ҡала. Декарттың физикаһы, уның метафизикаһынан айырмалы рәүештә, материалистик була: Ғаләм тулыһынса хәрәкәт итеүсе материянан тора. Бүленмәҫ атомдарҙы һәм бушлыҡтарҙы Декарт танымай. Ябай материянан тыш ул Декарт күренмәҫ нескә материялар барлығын раҫлай һәм улар ярҙамында йылылыҡты, тартыу көсөн, электҙы һәм магнетизмды аңлатырға ынтыла.

Фәлсәфә өлкәһендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер нисә йылын сәйәхәттә үткәргендән һуң. Нидерланд короллегенә күсеп китә. Шунда ул үҙенең иң танылған ғилми хеҙмәттәрен ижад итә. Декарт, физика, математика һәм космология фәндәре өлкәһендә шөғөлләнеп, үҙен ҙур ғалим итеп таныта. Был фәндәр буйынса ул өр-яңы фекерҙәр әйтә. Уның космология буйынса әйткән фекерҙәре айырыуса әһәмиәтле. Ул, Коперниктың ҡараштарына ҡушылып, Ҡояш системаһының нисек (Алланың ҡатнашлығынан башҡа) килеп сығыуы тураһында яҙып сыға. Декарттың материя тураһындагы ҡараштары шаҡтай ҡаршылыҡлы. Материяны ул һуҙылған аралыҡ рәүешендә генә аңлай. Уның сифаттары: оҙонлоҡ, киңлек һәм бейеклек. Материя, Декарттың ҡарашынса, матдәгә ҡайтып ҡалмай, дөрөҫөрәге, ул матдә түгел, бәлки, юғарыла әйтелгәнсә, һуҙылған аралыҡ. Уның сиге юҡ (был фекер урта быуаттар философтарының ҡараштарын юҡка сығара), ул сикһеҙ бүленеүгә лә дусар (был фекере иһә Демокриттың атом теорияһын инҡар итә, сөнки атом «бүленмәҫ киҫәксә» тигән мәғәнәне аңлата).

Декарттың «Ысул тураһында фекерләүҙәр»

Декарт хәрәкәтте Ньютонса аңлатырға тырыша. Йәғни хәрәкәт материянең әүәлдән үк булған сифаты түгел. Материяны хәрәкәткә килтереү өсөн, йәнәһе, ниндәйҙер этәреүсе көс кәрәк булған. Улайһа, был осраҡта ниндәй көс күҙҙә тотола һуң? Был һорауға яуап юҡ. Ғөмүмән, материя менән хәрәкәт берлектәге күренештәр түгел, тип һанау механистик материализмға характерлы хасийәт. Декарт кешенең тәне һәм йәне араһындағы мөнәсәбәтте лә үҙенсә аңлатырға тырыша. Уныңса, йән менән тән айырым есемдәр. Хайуан йән тигән нимәнән мәхрүм, ә кешегә ул Алла тарафынан бирелгән, тип фекер йөрөтә Декарт. Декарт танып белеү теорияһына ла үҙенсәлекле ҡараштарын өҫтәй. Декартты агностиктар рәтенә керетеп ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Ләкин ул бар нәмәне белеү тигән ҡарашты икеләнеберәк бәйәләй. Декарт заманында, бигерәк тә унан һуң, танып белеүҙә скептицизм, агностицизм көс йыя башлаған була. Был, айырыуса, Юм филосоияһында урын таба. Ул — донъя тураһындағы барлыҡ белемдәрҙе шиккә ҡуйып: «Мин хатта үҙем тураһында ла — йәшәйемме йә иһә йәшәмәйемме — берни ҙә әйтә алмайым»,— тигән булған. Декарт был мәсьәләне (Юмга тиклем үк инде) башҡаса сисә алған. «Мин фекерләйем, тимәк, мин йәшәйем»[4] тигән фәнни ғибәрә ҡалдырған. Декарттар заманында танып белеү теорияһы өлкәһендә ике ҡапма-ҡаршы концепция барлыҡҡа килә: сенсуализм һәм рационализм. Әгәр дә сенсуализмды башлап ебереүсе Джон Локк тип ҡараһалар, рационализм башында Декарт торған, тип һанарға кәрәктер. Әгәр ҙә сенсуализм өсөн индуктив методты абсолютлау хас булһа, рационализм өсөн дедуктив методты алға ҡуйыу характерлы. Декарттың рационализмға тартымлы булыуын аңлау ауыр түгел, сөнки ул математик булған. Ошо фәндәге алымдарҙы ул философияға ла күсерергә тыпышҡан. Декарттың ғилми тәғлимәте философия фәненең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Декарттың филосоияһы — дуализм. Шунлыҡтан уның йоғонтоһо материализмда ла, шулай ук идеализмда ла һиҙелә. Тыумыштан килгән идеялары, интуитив характерҙағы аксиомалары, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе аңлауҙа агностик ҡараштарға бирелеүе һ. б. шундай тайпылыштары Декартты идеализм йүнәлешенә китерә алған. Ә тәбиғәт тураһындағы фекерҙәре, төрлө теологик ҡараштарҙы тәнҡитләп сығыуы уны, һис шикһеҙ, материалистик ҡараштағы ғалимдәр рәтенә баҫтыра алған.

Декарттың фәлсәфәгә индергән төп ҡаҙанышы — рационализмдың донъяны танып белеү өлкәһендә төп ысул булыуын күрһәтеүе. Картезианлыҡ үҫешендә ике ҡапма-ҡаршы йүнәлеш барлыҡҡа килә:

  • материалистик монизм (Х. Де Руа, Б. Спиноза)
  • идеалистик окказионализм (А. Гейлинкс, Н. Мальбранш).

Декарттың донъяға ҡарашы картезианлыҡ тип аталған тәғлимәткә нигеҙ һала:

Радикаль шик ысулы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Француздар һәр саҡ скептиклығы менән айырылып торған, шул уҡ ваҡытта белем алыуҙа математик теүәллекә ынтылыуҙары менән дә билдәлеләр.

Хәҡиҡәттең кире ҡағылмаҫлыҡ булып иҫбатланырға тейешлеге — Декарт шиктәрҙе тик шулай ғына юҡҡа сығарырға мөмкин тип һанай.

Илаһиҙың барлығын раҫлауҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виндельбандтың әйтеүенсә, Декарттың Илаһи Көс барлығын раҫлауын «антропологик (психологик) һәм онтологик ҡараштар берлеге» тип алырға була.

Ике субстанция — рух һәм материя — Декарттың һәр яҡтан камил көс барлығын раҫлаған тәғлимәтендә яралтылған һәм тамамланған субстанциялар булып тора; бары тик Илаһиҙың субстанцияһы ғына сикһеҙ һәм төп субстанция булып тора.

Декарттың этик ҡараштарын Фуллье уның әҫәрҙәре һәм хаттары буйынса тергеҙә. Был өлкәлә лә теологияны рациональ фәлсәфәнән айырып ҡарап, Декарт әхлаҡи хәҡиҡәттәрҙе лә аңдың «тәбиғи нуры» менән һуғарылған, тип раҫлай (la lumière naturelle).

Экзистенциаль парадигма

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мамардашвили ҡарашынса, Декартты экзистенциаль традицияға нигеҙ һалыусылар рәтенә индерергә мөмкин.

Башҡа фәнни ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Декарттың рефлекс һәм рефлектор эшмәкәрлек принцибы буйынса яҙған хеҙмәттәре артабан психологияның төп нигеҙҙәрен тәшкил итә.
  • Есем механизмдарын өйрәнгәндә аффект (дәрт) кеүек халәттәр психик тормошҡа йоғонто яһауын һүрәтләй. «Аффект» төшөнсәһе хәҙерге психологияла айырым эмоциональ халәттәргә ҡарата ҡулланыла.

руссаға тәржемәле төп хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Principia philosophiae, 1685
Гаага ҡалаһында (Нидерланд) Рене Декартҡа һәйкәл
  • Декарт Р. Сочинения в двух томах. М.: Мысль, 1989.
    • Том 1. Серия: Философское наследие, том 106.
      • Соколов В. В. Философия духа и материи Рене Декарта (3).
      • Правила для руководства ума (77).
      • Разыскание истины посредством естественного света (154).
      • Мир, или Трактат о свете (179).
      • Рассуждение о методе, чтобы верно направлять свой разум и отыскивать истину в науках (250).
      • Первоначала философии (297).
      • Описание человеческого тела. об образовании животного (423).
      • Замечания на некую программу, изданную в Бельгии в конце 1647 года под заглавием: Объяснение человеческого ума, или разумной души, где поясняется, что она собой представляет и какой может быть (461).
      • Страсти души (481).
      • Небольшие сочинения 1619—1621 гг. (573).
      • Из переписки 1619—1643 гг. (581).
    • Том 2. Серия: Философское наследие, том 119.
      • Размышления о первой философии, в коих доказывается существование Бога и различие между человеческой душой и телом (3).
      • Возражения некоторых учёных мужей против изложенных выше «Размышлений» с ответами автора (73).
      • Глубокочтимому отцу Дине, провинциальному настоятелю Франции (418).
      • Беседа с Бурманом (447).
      • Из переписки 1643—1649 гг. (489).
  • Декарт Р. Геометрия. С приложением избранных работ П. Ферма и переписки Декарта. М.-Л.: Гостехиздат, 1938. Серия: Классики естествознания.
  • Декарт Р. Космогония: Два трактата. М.-Л.: Гостехиздат, 1934. Серия: Классики естествознания.
  • Декарт Р. Первоначала философии (1644)
  • Декарт Р. Размышления о первой философии… (1641) текст
  • Ренэ Декарт. Рассуждение о методе…" (1637) Издательство Академии Наук СССР, 1953. Серия: Классики науки, 655 с..
  • Декарт Р. Рассуждение о методе, чтобы верно направлять свой разум и отыскивать истину в науках и другие философские работы / Пер. с лат., М.: Академический проект, 2011. 335 с., Серия «Философские технологии», 1500 экз., ISBN 978-5-8291-1327-8.
  • Рене Декарт. Сочинения в библиотеке Я. Кротова.

Декартты рус теленә тәржемә итеүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гарнцев, Михаил Анатольевич
  • Ляткер, Яков Абрамович
  • Шейнман, Сесиль Яковлевна
  • Позднев, Михаил Михайлович
  • Бөйөк физиолог И. П. Павлов үҙенең лабораторияһы (Колтуши) алдына Декартҡа бюст-һәйкәл ҡуйҙырта[5], сөнки уҙ тикшеренеүҙәрен уның менән бәйләй.
  • Ғалим хөрмәтенә тыуған ҡалаһына һәм Айҙағы кратерға Декарт исеме бирелә. Шулай уҡ, бер нисә фәнни термин уның исемен йөрөтә:
    • Декарт координаталар системаһы
    • Декарт япрағы
    • Декарт овалы
    • Декарт ағасы
    • Декарт әҫәрҙәре
  1. Шаров А. Покушение на мысль? // Наука и жизнь, № 4, 1994.
  2. Рене Декарта отравили причастной облаткой
  3. Церкви мешали координаты Декарта
  4. Избр. произведения.— M., 1950.— C. 282
  5. Петрова М. К. Из воспоминаний об академике И. П. Павлове//Вестник Российской академии наук. Т. 65, № 11, 1995. С. 1016—1023.
  • Асмус В. Ф. Декарт . М.: 1956.
    • Переиздание: Асмус В.Ф. Декарт. — М.: Высшая школа, 2006. — 335 с. — (Классика философской мысли.). — 3000 экз. — ISBN 5-06-005113-7.
  • Барабанов О. О., Петрова Е. В. Два математических письма Декарта принцессе Елизавете Богемской // История науки и техники, № 1, 2011, С. 20-32.
  • Барабанов О. О., Барабанова Л. П. История теоремы Декарта о кругах // История науки и техники, № 5, 2011, С. 2-15.
  • Бессмертие философских идей Декарта (Материалы Международной конференции, посвященной 400-летию со дня рождения Рене Декарта) / Ответственный редактор Мотрошилова Н. В.. — М.: ЦОП Института философии РАН, 1997. — 181 с. — (Научное издание). — 500 экз. — ISBN 5-201-01958-7.
  • Декарт // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • История математики под редакцией А. П. Юшкевича в трёх томах, том II, М.: Наука, 1970 Математика XVII столетия. 2011 йыл 18 сентябрь архивланған.
  • Катасонов В. Н. Метафизическая математика XVII в. М.: Наука, 1993.
  • Кирсанов В. С. Научная революция XVII века. М.: Наука, 1987.
  • Кузнецов Б. Г. Эволюция картины мира. Глава 7: Картезианское естествознание. — М.: Издательство АН СССР, 1961 (2-е издание: УРСС, 2010). — 352 с. — (Из наследия мировой философской мысли: философия науки). — ISBN 978-5-397-01479-3..
  • Ляткер Я. А. Декарт. М.: Мысль, 1975.
  • Мамардашвили М. Картезианские размышления. 2009 йыл 10 февраль архивланған.
  • Матвиевская Г. П. Рене Декарт, 1596—1650 2013 йыл 8 февраль архивланған.. М.: Наука, 1976.
  • Никифоровский В. А. Из истории алгебры XVI-XVII вв. — М.: Наука, 1979. — С. 119-160. — 208 с. — (История науки и техники).
  • Яновская С. А. О роли математической строгости в творческом развитии математики и специально о «Геометрии» Декарта. Историко-математические исследования, 17, 1966, с. 151—184.
  • Le Gaufey, Guy. L’incompletude du symbolique: De Rene Descartes a Jacques Lacan. Paris: Distique, 1991.
  • Фролова Е. А. Декарт и некоторые аспекты концепций человека в средневековой арабской философии // Сравнительная философия. М., 2000. С.229-244.
  • Фролова Е. А. Проблема Декарта в современной арабской философии. // Вопросы философии. 1969. № 5.
  • Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6