Эстәлеккә күсергә

Сунь Ятсен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сунь Ятсен
孫逸仙
Сунь Ятсен
Флаг
Флаг
Ҡытай Республикаһы
ваҡытлы президенты
1 ғинуар — 1 апрель 1912 йыл
Алдан килеүсе: вазифа булдырылған
Дауамсы: Юань Шикай
 
Дине: протестант-конгрегационалист
Тыуған: 12 ноябрь 1866({{padleft:1866|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Цуйхэн, Сяншань өйәҙе (хәҙерге Чжуншань, Гуандун) провинцияһы
Үлгән: 12 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (58 йәш)
Пекин, Ҡытай Республикаһы
Ерләнгән: Сунь Ятсен мавзолейы, Нанкин
Атаһы: Сунь Дачен[d]
Әсәһе: Madame Yang[d]
Ҡатыны: Лю Мучжэнь (1885—1915)
Kaoru Otsuki (1903—1906)
Сун Цинлин (1915—1925)
Chen Cui-fen
Балалары: Сунь Фо
Сунь Янь
Сунь Ван
Фумико Миягава
Партия: Гоминьдан
Белеме: Гонконг медицина колледжы
 
Автограф:

Сунь Ятсе́н (ҡыт. ғәҙәти 孫逸仙, ябайл. 孙逸仙, пиньин: Sūn Yìxiān, палл.: Сунь Исянь; Сунь Вэнь (әҙәби псевдоним); Сунь Чжунша́нь (эмиграциялағы исеме); 12 ноябрь 1866 — 12 март 1925) — Ҡытай революционеры, Гоминьдан фирҡәһен нигеҙләүсе, Ҡытайҙа айырыуса хөрмәт ителгән сәйәси эшмәкәрҙәрҙең береһе. 1940 йылдағы вафатынан һуң «милләт атаһы» исемен ала.

Сунь Ятсен 1866 йылдың 12 ноябрендә Сяншан өйәҙе (хәҙерге Чжуншань ҡалаһы, Гуандун провинцияһы, Цуйхэн ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә ул өсөнсө ир бала була. Тәүге исеме Вэнь, артабан Сунь Вэнь һәм Сунь Чжуншань («Үҙәк тау») исеме менән билдәле — был исемдәр япон псевдонимы «Накаяма»ға оҡшаш. Уның туған теле- ҡытай теленең кантон диалектына ҡараған чжуншань варианты.

Бала сағынан уҡ ата-әсәһенә ярҙам итергә һәм мал көтөргә тура килә. Ике туған ағаһынан уҡырға-яҙырға өйрәнә. Ун йәшендә урындағы мәктәптә уҡый башлай, шул ваҡытта Лю Хаодонг (ингл) менән таныша. Лю Хаодонг — ҡытай революционеры, Ҡытай Республикаһының «Аҡ Ҡояшлы Зәңгәр күк» эмблемаһын төҙөүсе. Сиктән тыш фәҡирлек ҡытайҙарҙы тыуған ерҙәрен ташлап китергә, башҡа ҡалаларҙа һәм илдәрҙә эш эҙләргә мәжбүр итә. Сунь Ятсендың өлкән ағаһы Сунь Мэй эмиграцияның популяр урындарының береһе булған Гавай утрауҙарына китә. Ағаһы Гавайиҙа Мауи утрауында төпләнә, унда ауыл хужалығы һәм сауҙа менән шөғөлләнә, уңышҡа өлгәшә. Ун ике йәшендә Сунь Ятсен ағаһы янына килә. Сунь Мэй ҡустыһын Гонолулулағы миссионер мәктәбенә (ингл. ʻIolani School) уҡырға бирә.

Сунь Ятсен 17 йәшендә.

Мәктәп инглиз телендә уҡытыла. Сунь инлиз телен бөтөнләй белмәй, ләкин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уны өйрәнеүҙә шул тиклем ҙур уңыштарға өлгәшә, хатта Гавай батшаһы Калакауа I ҡулынан ҙур уңыштар өсөн награда ала. Сунь Ятсен мәктәптә телдән тыш математиканы, Британия тарихын, христианлыҡты һәм башҡа фәндәрҙе өйрәнә. 1881 йылда урта мәктәпте отличие менән тамамлай. Уҡыуын дауам итергә ниәтләй һәм Оаху колледжына (Пунахоу мәктәбе) уҡырға инә. Ағаһы Сунь христиан динен ҡабул итер тип ҡурҡа, 1883 йылда ҡустыһын тыуған иленә ҡайтара. 17 йәшендә Сунь Ят-сен Ҡытайға кире ҡайта.

Тыуған ауылының ярлылығы уны хайран ҡалдыра. Бала саҡ дуҫы Лю Хаодонг менән осраша, һәм улар Гонконгҡа ҡасалар. 1883 йылдың көҙөндә миссионерлыҡ мәктәбенә уҡырға инә (Епархия малайҙар мәктәбе). 1884-1886 йылдарҙа Королева колледжында (Үҙәк йәмәғәт мәктәбе) уҡый. Егерме бер йәшендә Сунь Ятсен Гуанчжоу медицина училищеһына уҡырға инә, унан Гонконг медицина училищеһына күсә. 1892 йылда медицина училищеһын «иң яҡшы уҡыусы» дипломына тамамлай.

«Четыре бандита»: Ян Хаолин (ингл. Yeung Hok-ling), Сунь Ятсен, Чэнь Шаобо (ингл. Chan Siu-bak), Ю Шаован (Ю Ле) (ингл. Yau Lit). Баҫып тора — Чжэн Шилян. Фото 1888 йылғы

Институтта уҡыған сағында Сунь Ятсен Ян Хаолин , Чэнь Шаобо һәм Ю Шаован менән таныша, улар «Дүрт бандит» төркөмөн ойошторалар. Ян Хаолиндың ата-әсәһе магазинындағы фатирға йыйылып, Ҡытайҙағы сәйәси хәл тураһында фекер алышалар. Күп ҡытайҙар нәфрәтләнгән маньчжурҙар нигеҙ һалған Цин династияһының хакимлығын нисек ҡолатыу тураһында уйланалар.

Сунь Ятсен 18501864 йылдарҙағы Тайпинг фетнәһе лидеры Хун Сюцюань шәхесе менән мауыға, «Күк һәм Ер» йәшерен йәмғиәте тураһында белә. Уның маҡсаты маньчжурҙар династияһын ҡолатыу һәм Мин династияһын тергеҙеү була. «Күк менән Ер» йәмғиәттең төрлө ҡатламдарынан килгән кешеләрҙе берләштергән һәм уның асылында халыҡ араһында таралған йәшерен йәмғиәттәрҙең традицион ҡытай формаһын — хуэйдангтарҙы кәүҙәләндергән. «Властар законға, ә халыҡ хуэйдандарға таяна», — ти ҡытай мәҡәле. Шулай уҡ 1884—1885 йылдағы Франко-ҡытай һуғышы ла ҡыҙыу тема булып тора. Маньчжурия хөкүмәте, Бөйөк Британия етәкселегенә эйәреп, бөтә Вьетнамды Францияға бирә һәм уның территорияһынан ғәскәрҙәрен сығара, был ҡытай халҡының асыуын килтерә.

Тәүҙә Сунь Ятсен илдәге үҙгәрештәргә революция менән түгел, ә либераль реформалар ярҙамында өлгәшергә мөмкин, тигән фекерҙә була. Ул Хэ Ци, Сунь уҡыған медицина институтына нигеҙ һалыусы, билдәле яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Чжэн Гальинг һәм үҙе менән таныш булған башҡа интеллигенция Ван Тао реформатор йүнәлешен алға һөрә.

Сунь Ятсен Ҡытайға ҡарашын һәм кәрәкле реформаларҙы һүрәтләгән меморандум яҙа. Меморандум Сундың тыуған иленең хәҙерге хәленә ҡарата тәрән борсолоуын белдерә. Илдең тергеҙелеүен һәм эре державалар менән тиң хоҡуҡлы нигеҙҙә халыҡ-ара роль уйнауын теләп, Сунь Ятсен быға өлгәшеү юлдарын асыҡларға тырыша. Ҡытайҙы Көнбайыш менән сағыштырып, уның тәжрибәһенән файҙа алырға саҡырып, Көнбайыштың көсө уның техник һәм хәрби ҡеүәтендә генә түгел, ә ҡытайға ҡарағанда иркенерәк, һәләттәрен дәүләт мәнфәғәтенә йүнәлтеп, үҙ һәләттәрен сағылдыра алған йәмғиәт ағзаларының ирекле позицияһында булыуын билдәләй, шулай уҡ «ер иң ҙур файҙа килтерә ала, әйберҙәр тулы ҡулланылыш таба, ә тауарҙар — ҡаршылыҡһыҙ әйлнештә, тип билдәләй. Был дүрт шарт байлыҡтың һәм властың төп сәбәбе, дәүләт идаралығының нигеҙе булып тора». Ул хәлде яҡшыға үҙгәртә алған, уның фекеренсә, бер нисә сара тәҡдим итә. Улар араһында: илдә транспортты үҫтереү, белем биреүҙе камиллаштырыу, ауыл хужалығына дәүләт субсидиялары, эске сәнәғәт комплексына һәм сауҙа өлкәһенә булышлыҡ итеү. Ҡытайҙың хәлен яҡын күршеһе Японияла эштәрҙең нисек торошо менән сағыштырып, Сунь Ятсен үҙенең планына ярашлы хәл иткес саралар егерме йылдан да аҙыраҡ ваҡыт эсендә илде үҙгәртә ала, тигән ышанысын белдерә.

Сунь Ятсен үҙенең меморандумын Чжили губернаторы Ли Хонгжанға бағышлай. Ләкин адресаты сиктән тыш уңышһыҙ һайлана. Тәкәббер һәм үҙ-үҙен яратыусы Ли Хончжан империяның дәүләт аппараты вәкилдәренең иң насарҙарҙы күҙәләндергәндәргә ҡарай, Сунь Ятсен быға ҡаршы сыға. Рәсми осрашыу уңышһыҙлыҡҡа тарый, Сунь Ятсен һатлыҡ һәм ретроград бюрократия менән осраша, меморандум яуапһыҙ ҡала. Шуның менән Сунь Ятсен радикаль алымдарға күсергә ваҡыт еткәнен аңлай. «Тыныс юл менән янып, беҙ идеяларыбыҙҙа һәм талаптарыбыҙҙа аныҡыраҡ булып киттек, яйлап уңышҡа өлгәшеү өсөн ниндәйҙер мәжбүр итеүгә мөрәжәғәт итеү ҡотолғоһоҙ тигән фекергә килдек», — тип яҙа ул үҙенең мемуарҙарында.

1894 йылда Япония менән һуғыш башлана, Ҡытай еңелә, илдә хәл ҡыҙа бара. Август айында Сунь Ятсен Гавай утрауҙарындағы ағаһына революцион көрәш өсөн аҡса йыйыйу маҡсаты менән килә. Гавайиҙан һуң ул артабан АҠШ-ҡа барырға йыйына. Тыуған илендә ҡалған дуҫтары һәм арҡаҙаштары хакимлыҡ итеүсе династияға ҡаршы ҡораллы ихтилал әҙерләй башлай.

Утрауҙарҙа ҡытай диаспораһы араһында агитация алып барғанда Сунь Ятсен ҡытай эмиграцияһының сәйәсәткә битарафлығын аңлай. Ләкин ул бирешмәй. Ҡытайҙы тергеҙеү союзын булдыра (Синьчжунхуэй, лит. Ҡытай яңырыу йәмғиәте) беренсе ҡытай революцион ойошмаһы була. Тәүҙә уның составы бер нисә кеше генә инә, улар араһында Сунь Мэйҙың өлкән ағаһы ла була. Ойошманың ойоштороу йыйылышы 1894 йылдың ноябрь аҙағында үткәрелә. Сунь Ятсен Союз декларацияһын яҙа, уның буйынса был йәшерен ойошмаға ингәндәрҙең барыһы ла ҡул ҡуйырға тейеш була. Декларацияның тоны элегерәк булдырылған меморандумдан ныҡ айырыла. Анализдарҙан һәм тәҡдимдәрҙән Сунь туранан-тура мөрәжәғәткә күсә. «Юғары эшелондар бәғерһеҙлек һәм намыҫһыҙлыҡ менән һуғарылған, маһайыусанлыҡ һәм тәкәбберлек менән тулы етешһеҙлектәрен изгелеккә һанай; түбәнге синыфтар — ҡараңғылыҡта һәм наҙанлыҡта… Ҡасандыр мөһабәт Ҡытай дәүләтенең күрше державалар араһында лайыҡлы урыны юҡ, ә беҙҙең мәҙәниәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәр сит ырыуҙар тарафынан кәмһетелде. Был намыҫлы кешеләрҙең күңелендә борсолоу уята алмаймы ни?» — тип яҙа ул декларацияла. Яңырыу союзы уставында ул былай тип белдерә: «Был Союз Ҡытайҙы тергеҙеү һәм уның милли абруйын һаҡлау маҡсатында ғына булдырыласаҡ…. Хәҙер, халыҡ ихтыярын үтәгәндә, беҙ ҡытайҙарҙы илдә һәм сит илдәрҙә берләштерәбеҙ һәм изге Ватаныбыҙға ярҙам итер өсөн ысын Союз булдырабыҙ».

Сунь Ятсен. 1900 йыл.

Ҡытай армияһының Япония менән һуғышта еңелеүе хөкүмәткә ҡаршы протест акцияларына килтерә. Сунь Ятсен ашығыс рәүештә тыуған иленә ҡайтырға һәм халыҡ хәрәкәтендә ҡатнашырға мәжбүр була. 1894 йылдың декабрь аҙағынан бирле Гонконгта була, унда Союздың штаб-фатирына нигеҙ һалына. Башҡа йәшерен ойошмалар менән бәйләнеш ойошторола. Союз лидерҙары ихтилалдың ентекле планын әҙерләй, уны Гуанчжоуҙа 1895 йылдың 26 октябрендә башларға ҡарар ителә (Ҡытай байрамын үткәреү датаһы — ай календарының туғыҙынсы айының туғыҙынсы көнө). Маньчжурия губернаторы ҡәлғәһен баҫып алыу, армияның һәм халыҡтың баш күтәреүселәр яғына күсеүе һәм революцияның артабан бөтә илгә таралыуы планлаштырыла. Ләкин подпольеның пландары хөкүмәткә билдәле була. Ҡулға алыуҙар башлана, Гуанчжоуҙа ғәҙәттән тыш хәл индерелә. Властар Союздың етмештән ашыу ағзаһын, шул иҫәптән Сунь Ятсендың күптәнге бала саҡ дуҫы Ли Хаодонгты ҡулға ала, тиҙҙән уны язалап үлтерәләр. Эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, ихтилалды ойоштороусылар Сунь Ят-сен, Чжэн Шилян һәм Чэнь Шаобо Ҡытайҙы ташлап, Японияға китәләр.

Ҡытай яңырыу альянсы, асылда, халыҡтың киң массаларын йәлеп иткән революцион ойошма булмай. Ихтилалды тормошҡа ашырыу буйынса эш-ғәмәлдәрҙең уйланылып ойошторолоуына ҡарамаҫтан, етәкселәрҙең революцияны милли масштабта нисек алып барылырға тейешлеге тураһында аныҡ ҡына фекерҙәре булмай. Армия ла, халыҡ та баш күтәреүселәргә стихиялы рәүештә ҡушылыр, тигән фекер тормошҡа ашмай. Был фараздар буштан төҙөлмәгән: маньчжурия наместнигына ҡаршы тойғолар ысынлап та бик көслө булған. Ләкин күпселек осраҡта Союз йәмғиәттең бер нисә ҡатлам вәкилдәренән тора. Ҡатнашыусылар араһында Цин монархияһы менән ҡәнәғәт булмаған һәм Ҡытайҙың капитализм юлына баҫыуын теләгән интеллигенция вәкилдәре, ландтагтар һәм буржуазий вәкилдәре була. Революцион массаларға юл әле саҡ асыла башлай.

Японияла Сунь Ятсен манчьжураларға ҡаршы көрәш юлына тулыһынса инеү билдәһе итеп сәс үремен киҫә (Цин династияһы осоронда ҡытайҙар мотлаҡ рәүештә сәс толомо менән йөрөгәндәр, манчьжурҙар араһында шулай ҡабул ителгән, был ҡытай халҡының хакимлыҡ итеүсе власҡа буйһоноуының символы була). Япониянан Гавайиға, һуңынан Сан-Францискоға, унан Нью-Йорк аша Лондонға бара. Бөтә ерҙә лә пропаганда алып барырға һәм буласаҡ ихтилалдар өсөн аҡса йыйырға тырыша, ләкин уңышҡа өлгәшмәй.

Лондонға килгәс, короллектең баш ҡалаһында цин миссияһы вәкилдәре тарафынан ҡулға алына. Англияның йәмәғәтселеге һәм матбуғаты был эш буйынса ыҙғыш тыуҙыра һәм манчьжур дипломаттарын башбаштаҡлыҡта ғәйепләй. Бөйөк Британия мөмкинлектән файҙаланып, Ҡытай властарына таянып эш итә һәм лорд Салисбери шәхесе менән ҡытай һөргөнсөһөн азат итеүҙе талап итә. Иреккә сыҡҡас, Сунь Ятсен, Ҡытай өсөн кәрәк тип һанаған һәм шул уҡ ваҡытта сәйәси һәм иҡтисади үҙидаралыҡ менән шөғөлләнгән Көнбайыш ҡаҙаныштарын аңларға тырышып, Европа буйлап сәйәхәт итә. Ул Европала ла барыһы ла тыныс түгеллеген, демократик режимдың теорияла күренгән камил социаль тәртип түгеллеген аңлай.

Европала дәүләт ҡоролошоноң камил булмауын тормошҡа ашырыу Сунь Ятсенды бер нисә йылдан һуң билдәле "өс халыҡ принциптары"нда ныҡлы һуғарылған хәлгә алып килә. Бер юлы өс мәсьәләне хәл итеп: милли, сәйәси һәм иҡтисади — Ҡытайҙағы хәлде ҡырҡа үҙгәртергә мөмкин икәнлеген аңлай.

Сунь Ятсен һәм Чан Кайши 1924 йылда Академия Вампу асыу ваҡытында

Ҡытайға ҡайтыу мөмкин булмағанлыҡтан, Сунь Ятсен Европа буйлап сәйәхәт иткәндән һуң Японияла төпләнә. Был ваҡытта Ҡытай күп илдәрҙең ҡыҙыҡһыныу объектына әйләнә. Бөйөк Британия, Рәсәй, Германия, Япония һәм донъя сәхнәһендәге башҡа әүҙем уйынсылар Ҡытай хөкүмәтенең көсһөҙлөгөн аңлай һәм Ҡытай байлығының мөмкинлектән һәм тейешле өлөшөн файҙаланып ҡалыу хоҡуғы өсөн сәйәси көрәш алып бара. Был уйынсыларҙың эшмәкәрлегенең береһе булып рәсми властарға ҡаршы торған ҡытай хәрәкәттәре һәм революцион ойошмалары тора. Ҡасандыр Японияла Сунь Ятсен төрлө япон сәйәси эшмәкәрҙәре менән ҡыҙыҡһына. Миядзаки Торадзо, Окума, Миядзаки Ядзо, Инукай Цуёси һәм башҡалар менән таныша. Япония Сунь Ятсен эшмәкәрлеген дәртләндереп, ярайһы уҡ билдәле бер маҡсаттарға — Ҡытай башлығына көнсығыш күршеһенә өҫтөнлөк биргән хөкүмәтте алыуға ынтыла. Сунь Ятсен бер нәмә менән мәшғүл була — Цин империяһын ҡолатыу һәм теләһә ниндәй ярҙамды еңеү юлындағы аҙым тип һанай.

1899 йылда Сунь Ятсен Ҡытайҙы тергеҙеү союзы гәзитен, «Чжунго жибао» («Zhonggo Daily» Ҡытай гәзите) ойоштора. Гәзит редакцияһы ла яңы ихтилалды планлаштырыу башланған урынға әйләнә. Ләкин, алдағыһы кеүек үк, иртә стадияла уңышһыҙлыҡ менән тамамлана, өлөшләтә Сунь Ятсенға Япония көтмәгәндә ярҙам итеүҙән баш тартыуы арҡаһында. Ул сит ил державаларының һәр ваҡыт үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртасағын һәм уға таянып булмайсағын аңлай. Һуңынан паназиат идеяһында хуплау табырға тырыша, Ҡытай күршеләренең сәйәси фронттарында барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына башлай. Был ваҡытта ул Мариано Понс филиппин яҙыусыһы, табип, Филиппиндағы милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыусы менән осраша, был уның филиппин халҡына азатлыҡ көрәшендә әүҙем ярҙам күрһәтеүенә килтерә.

1905 йылда Токиола Ҡытайҙың «Тунмэнхой» революцион ойошмалары берекмәһен етәкләй.

1911 йылдың октябрендә Учан ихтилалы еңгәндән һуң, Сунь Ятсен Ҡытайға ҡайта. Ҡытай Республикаһының ваҡытлыса президенты итеп һайлана, ләкин тиҙҙән был вазифаны шул тиклем популяр булмаған, әммә күп һанлы Бэйян армияһы ярҙамына таянған Юань Шикай император армияһы командующийы файҙаһына ҡалдырырға мәжбүр була. 1912 йылда Гоминьдан партияһын ойоштора, уны ғүмеренең аҙағына тиклем етәкләй. 1913 йылда Сунь Ятсен, Юань Шикайҙың монархияны тергеҙеү ниәте бар тип иҫәпләгәндә (ике йылдан һуң ул быны эшләргә тырышҡан), Бэйян милитаристик кликын алдан күреү маҡсатында икенсе революция башланыуын иғлан итә, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый һәм Японияға ҡасырға мәжбүр була.

Сунь Ятсен — «ситтән» бик ҡыҙыҡлы күҙәтеүсе, Европа белемле кеше, ул, күрәһең, Рәсәй менән бөтөнләй таныш түгелдер. Шулай итеп, үҙе өсөн республика яулаған боевик һәм еңеүсе Ҡытай демократияһының Европала белем алған вәкиле беҙҙең алдыбыҙҙа — Рәсәйҙән бөтөнләй бойондороҡһоҙ, Рәсәй тәжрибәһенән, рус әҙәбиәтенән — бары тик Рәсәй һорауҙарын ҡуя. Алдынғы ҡытай демократы ысын мәғәнәһендә урыҫ кеүек фекерләй. Уның рус "Народник"ы менән оҡшашлығы шул тиклем ҙур, ул төп фекерҙәрҙең тулы үҙаңына һәм бер нисә индивидуаль әйтемгә барып етә. В. И. Ленин[1] В. И. Ленин

1915 йылда Сунь Ятсен һөргөндә булған сағында Циндың һеңлеләренең береһе Сун Цинлинға өйләнә. Сун Сунь Ятсендән 27 йәшкә кесе була һәм ата-әсәһенең ихтыярына ҡаршы кейәүгә сыға. Артабан уның ҡатыны Гоминьдананың, ә һуңынан ҠХР-ҙың сәйәси тормошонда мөһим роль уйнай.

1922 йылда уның менән Чэнь Цзюнмин араһында бәрелеш була. 1923 йылда Сунь Ятсен Кантон хөкүмәтен булдырыу тураһында иғлан итә һәм, япон агрессияһын кире ҡағыу һәм Ҡытайҙы берләштереү маҡсатында, Коминтернға хәрби һәм финанс ярҙамы күрһәтеү өмөтө менән коммунистар менән хеҙмәттәшлек итә. Юғары державалар араһында үҙ урынын ала алған ҡеүәтле держава булдырыу, бөтә тиңһеҙ килешеүҙәрҙе бөтөрөү өсөн көрәшеүсе иң юғары маҡсат тип һанай. Совет белгестәре уҡытҡан Вампу хәрби академияһына нигеҙ һалып, хәҙерге армияны әҙерләүгә етди ҡарай.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Сунь Ятсен СССР менән эҙмә-эҙлекле союз яҡлы була. Владимир Ленинды хөрмәт итә, уның менән Октябрь революцияһына тиклем хат алыша, вафатынан һуң Мәскәүгә телеграмма ебәрә, унда түбәндәге һүҙҙәр яҙылған:

Донъя тарихының күп быуаттарында бер ҡасан да тормошҡа ашырылмаған матур һүҙҙәр менән меңәрләгән лидерҙар һәм ғалимдар донъяға килгән. Һеҙ, Ленин, берҙән-бер, айырылып тораһығыҙ. Һөйләп, өйрәтеп кенә ҡалманың, һүҙҙәреңде ысынбарлыҡҡа ашырҙың. Һеҙ яңы ил булдырҙығыҙ. Һеҙ беҙгә юл күрһәттегеҙ…[2]

1924 йылдың аҙағында Сунь Ятсен провинцияларҙың хәрби етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып барыу өмөтө менән Төньяҡ Ҡытай буйлап йөрөргә сыға, әммә сәфәр барышында ҡаты ауырып китә.

Сунь Ят-сен 1925 йылдың 12 мартында Пекинда, үҙе ойошторған Төньяҡ экспедицияһы башланыуға бер йыл ҡалғас, бауыр яман шешенән вафат була. Васыяты буйынса уны Нанкин ҡалаһындағы Цзыцзиньшань тауында Ленин манераһында кәшәнәлә ерләйҙәр. Символикаһы бик асыҡ булғанлыҡтан, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был тауҙың көньяҡ битләүендә, Мин империяһына нигеҙ һалыусы Чжу Юаньжандың Сяолин кәшәнәһенән көнсығышҡа табан км алыҫлыҡта, республикаға нигеҙ һалыусы атаһы өсөн кәшәнә ҡуйыла[3].

Үлгәндән һуң 1940 йылда Ҡытай хөкүмәте тарафынан «Милләт атаһы» титулына лайыҡ була.

Донъя сәйәси философияһында Сунь Ятсен үҙенең «өс халыҡ принципы» һәм «биш власть» тәғлимәттәре менән билдәлелек алған.

Милләтселек (Ҡытай|民族主義|民族主义|mínzú zhǔyì|миньцзу чжуи) идеяһында Ҡытайҙы империалистик илдәрҙең хакимлығынан азат итеү теләге сағылыш тапҡан . Сунь Ятсен фекеренсә, «граждандар милләтселеге» этноцентризмдан айырмалы) Ҡытай халыҡтарының берҙәмлеге аша тормошҡа ашырылырға тейеш. Ҡытай флагындағы 5 төҫ (19111928) илдең иң күп һанлы 5 халҡын -хань, монгол, тибет, маньчжур һәм мосолмандарҙы (уйғыр, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙҙар) кәүҙәләндерә.

Демократия (民權主義|民权主义|mínquán zhǔyì|миньцюань чжуи) принцибы көнбайыш илдәрҙәгесә конституцияға таянып, идара итеүгә яҡын. Сунь Ятсен буйынса власть ике тармаҡҡа бүленә: сәйәси (һайлауҙар, парламентаризм, референдум) һәм дәүләт менән идара итеү. Дәүләт власын башҡарма, суд, закондар сығарыу (Шарль де Монтескьё философияһы буйынса) тармаҡтарынан тыш Сунь Ятсен контроль һәм имтихан алыу (селекция) тармаҡтарына ла бүлә.

Был принцип Генри Джордж идеялары тәьҫирендә барлыҡҡа килгән. Сунь Ятсен уйлағанса, идеаль дәүләт халыҡты кейем, аҙыҡ-түлек, транспорт, торлаҡ менән тәъмин итергә тейеш. Был социализмға яҡын, популистик хыял.

Исемен мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гонконг ҡалаһында Сун Ятсен музейы бар.
  • Приморье крайының Михайловка районында Сунятсен ауылы, һәм шул исемдәге ауыл хужалығы кооперативы эшләй.
  • СССР-ҙа, АҠШ-та һәм Ҡытайҙа Сунь Ятсенға бағышланған почта маркалары сығарылған.
  • Матвеева Г. С. Отец республики: Повесть о Сунь Ят-сене. — М.: Политиздат, 1975. — (Пламенные революционеры) — 398 с, ил.
  • И. Ермашев Сунь Ят-сен. — М.: Молодая гвардия, 1964. — (Жизнь замечательных людей)
  • Сунь Ят-сен. 1866—1966. К столетию со дня рождения. Сборник статей, воспоминаний и материалов. — М.: Гл. редакция восточной литературы, 1966.
  • Сунь Ятсен. Избранные произведения. — М. Наука, 1985.
  • Тихвинский С. Л. Завещания китайского революционера: Сунь Ятсен: жизнь, борьба и эволюция политических взглядов. — М.: Политиздат, 1986. — 224 с.
  • Ежедневная газета «Советская Сибирь» № 209 13 сентября 1924 год. Новониколаевск (статья: Сун-Ят-Сен) 2014 йыл 23 февраль архивланған.
  1. Ленин, В. И. Демократия и народничество в Китае // Полное собрание сочинений [Текст] / Ин-т марксизма- ленинизма при ЦК КПСС. — 5-е изд. — Москва : Госполитиздат, 1958—1965. — 21 см. Т. 21: Декабрь 1911 — июль 1912. — 1961. — XXIV, 671 с. : ил.
  2. Сунь Ятсен. Избранные произведения. Отв. ред. С. Л. Тихвинский. — 2-е изд. — М. 1985.
  3. Charlse D. Musgrove (2007), "«Monumentality in Nanjing’s Sun Yat-sen Memorial Park»", Southeast Review of Asian Studies Т. 29: 1–19, <http://www.uky.edu/Centers/Asia/SECAAS/Seras/2007/01_Musgrove_2007.pdf>  2015 йыл 13 май архивланған.