Эстәлеккә күсергә

Түләк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Түләк
Түләк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

52°58′04″ с. ш. 55°58′32″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 870 009

ОКТМО коды

80 641 470 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Түләк (Рәсәй)
Түләк
Түләк
Түләк (Башҡортостан Республикаһы)
Түләк

Түләк (рус. Тюляково) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 241 кеше[1]. Почта индексы — 453874, ОКАТО коды — 80241870009.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 241 123 118 51,0 49,0
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (77 %) йәшәй[2].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Тамъян башҡорто Түләк Ҡолоев Түләк (Тирис) ауылына нигеҙ һалған. 1751 йылда Түкән Балтасов һәм Сапар Сүйәров менән бергә Йылшанка (Ельшанка) йылғаһы буйлап Тамьяндарҙың аҫаба ерҙәрен капитан И. Л. Тимашевҡа һатыуҙа ҡатнашыуы менән билдәле. 1795 йылда ауылда 20 йортта 130 кеше иҫәпләнгән. X ревизия 25 йортта 179 кеше күрһәткән. 1920 йылда 60 йортта 285 крәҫтиән йәшәгән. Түләктең тағы бер исеме — Тирис. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың береһе Ишмөхәмәт Айытҡол улы Сәйтәшев яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Документтар Түләк Ҡолоевтың шәжәрәһен күҙәтергә мөмкинлек бирмәй. XVIII быуаттың икенсе яртыһында — XIX быуат башында йәшәгән Үҙәнбай Аҡынсыҡов һәм уның ҡустыһы Ишмораттың бер фамилияны башлап ебәреүен билдәләп үтергә кәрәк. Үҙәнбай 1814 йылда вафат булған.

1842 йылда 115 кешегә 88 бот ужым игене, 448 бот яҙғы иген сәселгән. Ауылда 65 йылҡы малы, 79 мөгөҙлө мал, 15 баш һарыҡ аҫралған. Халыҡтың 50 умартаһы булған[3].

Урам исемдәре[4]:

  • Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
  • Яр урамы (рус. улица Береговая)
  • Зәңгәрһыу урамы (рус. улица Лазурная)
  • Күпер урамы (рус. улица Мостовая)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Түләк Ҡолоев урамы (рус. улица Тюляка Кулуева)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы (1967 т.) — композитор, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
  • Үҙәнбаева Тәнзилә Хәмит ҡыҙы (1953 т.) — башҡорт эстрада йырсыһы (сопрано), юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы.
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 66 2022 йыл 29 март архивланған.
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан