Яңы Ҡото
Ауыл | |
Яңы Ҡото Яңы Ҡото | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды | 34796 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Яңы Ҡото (рус. Новокутово) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 542 кеше булған[1]. Почта индексы — 452212, ОКАТО коды — .
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡото ауылының атамаһы Йәлдәк улусы башҡорто исеменә бәйле. 1738 йылда тултырылған документта ошо улуста аҫаба башҡорт Ҡото Салтаевтың йәшәүе теркәлә. 1751 йылда балыҡлы һыу ятҡылыҡтарын ҡуртымға биреү тураһындағы яҙмала уның Ҡото ауылында көн иткән улы — Кинйә Кутин атап үтелә.
Шул уҡ ваҡытта Ҡото ауылының шәжәрәһендә Ҡотоноң Йазарбулаттың улы булыуы теркәлгән (тимәк ул Ҡото Йазарбулатов булып сыға). Шунда уҡ Ҡотоноң уландары атала: Уразай, Йәшҡыуат, Мирзаҡай, Кинйәғол, Туҡташ, Атнағол, Айҙағол. Кинйәғол, күрәһең, юғарыла атап үтелгән Кинйә Кутин булалыр тигән фараз барлыҡҡа килә[2].
1775 йылға тиклем тик Ҡото тигән бер генә ауыл була. Ә бына 1795 йылғы V рәүиз документтарында Иҫке Ҡото һәм Яңы Ҡото ауылдары күрһәтелә. Тимәк башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр йәшәгән Яңы Ҡото ауылына нигеҙҙе Йәлдәк улусы башҡорттары XVII быуат аҙағында — XVIII быуат башында (1776—1794 йй.) һала. V рәүиз документтарын буйынса Иҫке Ҡотола 109 башҡорт, 37 типтәрҙең йәшәүе теркәлә. Ә Яңы Ҡото ауылында 145 башҡорт, 28 типтәр һәм 6 кешенән торған бер мишәр ғаиләһенең йәшәүе теркәлә[2].
1816 йылда Иҫке Ҡотола 100 башҡорт, 40 типтәр, ә Яңы Ҡотола 238 башҡорт һәм 20 типтәр йәшәй. 1859 йылғы рәүиз документтарында Яңы Ҡото ауылында 550 аҫаба башҡорттоң, 54 керҙәштең (припущенник) йәшәүе теркәлә[2].
Аҫаба башҡорттарҙың бөтәһе лә — Рәсәй империяһының хәрби походтарында йөҙ башы булып хеҙмәт иткән Ҡотой Солтанбәковтың вариҫтары. Ҡотой Солтанбәков үҙе тархан Солтанбәк Мәтиковтың улы булырға тейеш. Типтәрҙәр ауылға III (1762) һәм IV (1782) рәүиздәр араһында Бишҡурай ауылынан (хәҙер Илеш районына ҡарай) күсенеп төпләнә[3].
1843 йылда Иҫке Ҡото ауылында йәшәгән 112 башҡортҡа 104 бот ужым игене һәм 328 бот яҙғы иген сәселә. Яңы Ҡотола 313 башҡортҡа 224 бот ужым һәм 856 бот яҙғы иген сәселә. Иҫке Ҡотола 60 баш умарта, Яңы Ҡотола 200 баш умарта тотола, Иҫке Ҡотола 3 тирмән, ә Яңы Ҡотола 5 тирмән эшләй[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 1247 | ||||
1920 йыл 26 август | 1570 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1544 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 976 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 615 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 564 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 542 | 261 | 281 | 48,2 | 51,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булатов Фаил Әмирхан улы (12.02.1932), хеҙмәт ветераны. 1962—1989 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, диспетчер хеҙмәте технологы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971)[4].
- Шаһапов Владислав Шәйхеләғзәм улы (17.03.1948), ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012). Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2023).
- Мәлих Харис (27.01.1915—14.03.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет шағиры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.393
- ↑ {{китап |автор=Коллектив авторов |заглавие=История башкирских родов. Ельдяк. |ответственный=Хамидуллин С. И. |ссылка=http://ihtika.ru/index.php/book/istoriya-bashkirskih-rodov-eldeak-tom-(недоступная ссылка) 13-ch--ufa-2015/page/100 |место=Уфа |издательство=Китап |год=2015 |том=13 |страниц=600 |страницы=102 |тираж = 3 000 |isbn= 978-5-85051-605-5
- ↑ Дюртюлинская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Юсупов. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — 572с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-493-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Ельдяк. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 13. — С. 102. — 600 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-85051 605 5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яңы Ҡото // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |