ҠҠХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә
Башы | 13 сентябрь 2019 |
---|---|
Аҙағы | 11 март 2020 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 112 |
Чемпионат еңеүсеһе | «Ағиҙел» (Өфө) (68) |
Бомбардир | Александра Карпентер (53) |
Плей-офф | |
Чемпион | «КРС Ванке Рэйз» (Шэньчжэнь) |
Финалист | «Ағиҙел» (Өфө) |
Серияла иҫәп | 3 : 0 |
ҠҠХЛ миҙгелдәре | |
←2018/19 | 2020/21→ |
ҠҠХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә — Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының бишенсе миҙгеле. Даими беренселек 13 сентябрҙә үткән миҙгелдең финалсылары «Ағиҙел» һәм «Динамо» хоккей клубтары араһында уйын менән башлана һәм 2020 йылдың февралендә тамамлана. Шулай уҡ ҠҠХЛ чемпионы титулы өсөн плей-офф мартта үтә. Ҡатнашҡан командалар составына Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Ванке Рэйз» өҫтәлә.
Дүртенсе ҠҠХЛ йондоҙҙар уйыны 2020 йылдың 12 ғинуарында Мәскәүҙең «ВТБ Арена» боҙ һарайында үтә. Көнсығыш командаһы был уйында Көнбайыш командаһын 4:1 иҫәбе менән ота. ҠҠХЛ даими чемпионатында Өфөнән «Ағиҙел» командаһы өсөнсө йыл рәттән беренсе була. Красноярскиҙан «Бирюса» һәм Дмитровтан «Торнадо» хоккей клубтары бронза миҙалдарҙы яулайҙар.
Тәүге миҙгелен үткәргән Ҡытайҙан «КРС Ванке Рэйз» командаһы финалда Өфөнән ғәмәлдәге чемпион «Ағиҙел» командаһын серияла 3-0 иҫәбе менән ота һәм ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай. Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы тип «Ванке Рэйз» һөжүмсеһе Александра Карпентер таныла[1]. COVID-19 ауырыуының Ҡытайҙа таралыуы арҡаһында «КРС Ванке Рэйз» плей-офф уйындарын дәғүәселәренең майҙанында үткәрә.
Миҙгел араһы яңылыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың йәйендә Лига үҙ тарихында тәүге тапҡыр ҙурая — Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Ванке Рэйз» хоккей клубы лигала 8-се һәм тәүге сит ил команда була[2].
Тренерҙар алмашыныуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙгел башланыр алдынан | ||
---|---|---|
Команда | 2018/2019 йылдар миҙгелендәге тренер | 2019/2020 йылдар миҙгелендәге тренер |
«Горный» | Владимир Малмыгин | Александр Перебейнос |
«КРС Ванке Рэйз» | Миҙгелдә ҡатнашмай | Брайан Идальски |
«СКИФ» | Владимир Голубович | Сергей Филин[3] |
ҠҠХЛ беренселеге командалары ҡатнашлығында миҙгел алдынан үткән турнирҙар еңеүселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турнир | Ҡала | Еңеүсе | 2-се урын | 3-сө урын |
---|---|---|---|---|
Ҡытайҙа турнир | Пекин | КРС Ванке Рэйз | Киекко-Эспоо | Ағиҙел |
ҠҠХЛ Асыҡ кубогы | Санкт-Петербург | Ағиҙел | Лулео | Горный |
Клубтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Команда | Ҡала | Арена (ҙурлығы) | Нигеҙләнгән | Лигала |
---|---|---|---|---|
Ағиҙел | Өфө | «Салауат Юлаев» СҺ (3 500) | 2010 | 2015 |
Бирюса | Красноярск | Платинум Арена (7 046) | 1987 | 2015 |
Горный | Санкт-Петербург | «Юбилейный» СК (7 012) | 2012 | 2015 |
Динамо СПб | Санкт-Петербург | «Юбилейный» СК (7 012) | 2013 | 2015 |
КРС Ванке Рэйз | Шэньчжэнь | Шэньчжэнь Арена (18 000) | 2017 | 2019 |
СӨЙК | Екатеринбург | «Уралец» МКК (5 570) | 2015 | 2015 |
СКИФ | Түбәнге Новгород | «Нагорный» МКАК (5 600) | 2000 | 2015 |
Торнадо | Дмитров | «Дмитров» СК (2 000) | 2003 | 2015 |
Тренерҙар һәм капитандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Даими чемпионат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ҠҠХЛ даими чемпионаты 2019 йылдың 13 сентябрендә үткән миҙгелдең финалсылары Өфөнән «Ағиҙел» һәм Санкт-Петербургтан «Динамо» хоккей клубтары уйын менән башлана һәм 20 февралдә тамамлана. Төп ваҡытта еңгән өсөн өс мәрәй, өҫтәмә ваҡытта йә буллиттар серияһында еңгән өсөн — ике, ә шунда отолған өсөн бер мәрәй бирелә.
ҠҠХЛ бөтә йондоҙҙар уйыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының йондоҙҙар уйыны дүртенсе йыл рәттән КХЛ хоккей йондоҙҙары аҙналығында үтә. 2020 йылдың 12 ғинуарында Мәскәүҙә ҠҠХЛ хоккейсыларынан торған Көнсығыш менән Көнбайыш командалары көстәрен һынайҙар[5]. Көнсығыш командаһы өсөн «Ағиҙел», «Бирюса», «КРС Ванке Рэйз» һәм СКСО хоккейсылары сығыш яһай, Көнбайыш командаһына «Динамо», «Горный», «СКИФ» һәм «Торнадо» уйынсылары һайлана. Көнсығыш командаһы 4:1 иҫәбе менән еңә һәм дөйөм еңеүҙәр һаны буйынса Көнбайышты ҡыуып етә (2-2). Көнбайыш һөжүмселәре Полина Болгарева һәм Фәнүзә Ҡадирова оҫталыҡтар конкурстарында еңеү яулайҙар. Осрашыуҙың иң яҡшы уйынсылары тип Екатерина Добродеева (Көнсығыш) һәм Валерия Меркушева (Көнбайыш) таныла[6].
12 ғинуар 2020 14:20 |
Көнбайыш | 1 : 4 (0:1, 0:1, 1:2) |
Көнсығыш | ВТБ Арена, Мәскәү 3 547 тамашасы |
* бында һәм артабан бар ерҙә лә Мәскәү ваҡыты буйынса уйындар башлана
Турнир таблицаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урын | Команда | У | Е | ӨВЕ | БСЕ | БСО | ӨВО | О | Ш | ±Ш | М | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | «Ағиҙел» | 28 | 22 | 1 | 0 | 0 | 0 | 5 | 95—33 | +62 | 68 | |
2 | «КРС Ванке Рэйз» | 28 | 20 | 1 | 1 | 0 | 1 | 5 | 109—39 | +70 | 65 | |
3 | «Торнадо» | 28 | 14 | 1 | 0 | 2 | 3 | 8 | 63—63 | 0 | 49 | |
4 | «Бирюса» | 28 | 12 | 1 | 1 | 1 | 1 | 12 | 82—69 | +13 | 42 | |
5 | «Горный» | 28 | 10 | 2 | 1 | 1 | 2 | 12 | 73—89 | -16 | 39 | |
6 | СКИФ | 28 | 8 | 3 | 2 | 2 | 1 | 12 | 78—79 | -1 | 37 | |
7 | «Динамо» СПб | 28 | 9 | 2 | 0 | 0 | 2 | 15 | 68—75 | -7 | 33 | |
8 | СӨЙК | 28 | 0 | 0 | 1 | 1 | 0 | 26 | 38—159 | -121 | 3 |
Яртыса ҡалын шрифты менән плей-офф ярыштарында үҙенә урын алған командалар билдәләнгән.
Курсив менән плей-офф ярыштарына эләкмәгән командалар билдәләнгән.
Уйынсылар статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөжүмселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы | Команда | У | Г | П | М | +/− | Штр |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Александра Карпентер | КРС Ванке Рэйз | 27 | 21 | 32 | 53 | 41 | 6 |
Валерия Павлова | Бирюса | 28 | 24 | 15 | 39 | 14 | 12 |
Рэйчел Льянес | КРС Ванке Рэйз | 26 | 21 | 21 | 42 | 46 | 36 |
Ольга Сосина | Ағиҙел | 28 | 20 | 18 | 38 | 31 | 20 |
Анна Шохина | Торнадо | 28 | 17 | 21 | 38 | 3 | 16 |
Фәнүзә Ҡадирова | Горный | 28 | 17 | 13 | 30 | 6 | 8 |
Екатерина Лихачёва | СКИФ | 28 | 9 | 5 | 14 | -10 | 43 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты
Һаҡсылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы | Команда | У | Г | П | М | +/− | Штр |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Лиана Ганеева | Горный | 28 | 6 | 18 | 24 | 7 | 46 |
Мария Баталова | Ағиҙел | 28 | 0 | 19 | 19 | 30 | 14 |
Нина Пирогова | Торнадо | 28 | 5 | 12 | 17 | 4 | 16 |
Анета Тейралова | Динамо | 22 | 5 | 11 | 16 | -6 | 4 |
Екатерина Николаева | Динамо | 27 | 4 | 4 | 8 | -9 | 61 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты
Ҡапҡасылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы | Команда | У | Е | ЫК | КҠҺ% | «0» | Мин |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Анна Пругова | Ағиҙел | 16 | 11 | 1,13 | 95,41 | 4 | 956 |
Мария Сорокина | Ағиҙел | 12 | 12 | 1,25 | 94,58 | 3 | 720 |
Кимберли Ньюэлл | КРС Ванке Рэйз | 17 | 12 | 1,52 | 94,54 | 3 | 1024 |
Елизавета Кондакова | Торнадо | 17 | 8 | 1,99 | 92,57 | 5 | 905 |
Валерия Тараканова | СКИФ | 25 | 9 | 2,55 | 91,94 | 1 | 1410 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Е = еңеүҙәр; ЫК = ышаныслыҡ коэффициенты; КҠҺ% = кире ҡағылған һуғыуҙар проценты; «0» = бер гол да үткәрмәгән уйындар; Мин = боҙҙа уҙғарған минут һаны
Плей-офф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының плей-офф уйындарына даими миҙгел һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшы дүрт команда үтә. Плей-офф ярымфиналдарҙан башлана, шунда беренсе урын алған команда дүртенсе менән, ә икенсе команда өсөнсөһө менән ике еңеүгә тиклем уйнайҙар. Шул парҙар еңеүселәре ҠҠХЛ финалына сыға һәм шунда өс еңеүгә тиклем серияла чемпионды билдәләйҙәр. Ярымфинал парҙарында тәүге уйын даими миҙгелдә түбәнерәк урын алған команда майҙанында үтә, ә икенсе һәм кәрәкһә өсөнсө уйындар икенсе команданың майҙанында уҙасаҡ.
Ярымфиналдар | Финал | |||||
Ағиҙел | 2 | |||||
Бирюса | 0 | |||||
Ағиҙел | 0 | |||||
КРС Ванке Рэйз | 3 | |||||
КРС Ванке Рэйз | 2 | |||||
Торнадо | 0 |
Ярымфиналдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. «Ағиҙел» — 4. «Бирюса» 2-0 (4:1, 3:0)
2. «КРС Ванке Рэйз» — 3. «Торнадо» 2-0 (2:1, 6:2)
ҠҠХЛ финалы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. «Ағиҙел» — 2. «КРС Ванке Рэйз» 0-3 (1:3, 2:3, 2:4)
Беренсе уйын
7 март 2020 11:00 |
Ағиҙел | 1 : 3 (0:1, 1:2, 0:0) |
КРС Ванке Рэйз | Салауат Юлаев СҺ, Өфө 850 тамашасы |
Икенсе уйын
8 март 2020 10:30 |
Ағиҙел | 2 : 3 (0:0, 0:2, 2:1) |
КРС Ванке Рэйз | Салауат Юлаев СҺ, Өфө 730 тамашасы |
Өсөнсө уйын
11 март 2020 13:00 |
КРС Ванке Рэйз | 4 : 2 (0:0, 2:0, 2:2) |
Ағиҙел | Өфө-Арена, Өфө 545 тамашасы |
Уйынсылар статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һөжүмселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы | Команда | У | Г | П | М | +/− | Штр |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Александра Карпентер | КРС Ванке Рэйз | 5 | 3 | 4 | 7 | 7 | 0 |
Рэйчел Льянес | КРС Ванке Рэйз | 5 | 3 | 3 | 6 | 8 | 12 |
Ольга Сосина | Ағиҙел | 5 | 3 | 3 | 6 | 2 | 6 |
Алена Миллс | Ағиҙел | 5 | 2 | 3 | 5 | -1 | 6 |
Леа Лам | КРС Ванке Рэйз | 5 | 2 | 2 | 4 | 5 | 0 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты
Һаҡсылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы | Команда | У | Г | П | М | +/− | Штр |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Меган Бозек | КРС Ванке Рэйз | 5 | 4 | 2 | 6 | 7 | 2 |
Мелани Цзюэ | КРС Ванке Рэйз | 5 | 0 | 4 | 4 | 7 | 2 |
Джессика Вонг | КРС Ванке Рэйз | 4 | 2 | 2 | 4 | 4 | 0 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Г = голдар; П = һөҙөмтәле пастар; М = мәрәйҙәр; +/− = Плюс-минус; Штр = штраф ваҡыты
Ҡапҡасылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы | Команда | У | Е | ЫК | КҠҺ% | «0» | Мин |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Ноора Рятю | КРС Ванке Рэйз | 4 | 4 | 1,5 | 95,71 | 0 | 240 |
Анна Пругова | Ағиҙел | 5 | 2 | 2,35 | 92,09 | 1 | 281 |
Анна Алпатова | Торнадо | 2 | 0 | 4,01 | 87,3 | 0 | 119 |
Иҫкәрмәләр: У = ҡатнашҡан уйындар һаны; Е = еңеүҙәр; ЫК = ышаныслыҡ коэффициенты; КҠҺ% = кире ҡағылған һуғыуҙар проценты; «0» = бер гол да үткәрмәгән уйындар; Мин = боҙҙа уҙғарған минут һаны
Йомғаҡлау таблицаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урын | Команда |
---|---|
1 | КРС Ванке Рэйз |
2 | Ағиҙел |
3 | Торнадо |
4 | Бирюса |
5 | Горный |
6 | СКИФ |
7 | Динамо |
8 | СӨЙК |
Миҙгелдең иң яҡшы уйынсылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡапҡасы — Анна Пругова (Ағиҙел)
- Һаҡсы — Мария Баталова (Ағиҙел)
- Һөжүмсе — Александра Карпентер (КРС Ванке Рэйз)
- Тренер — Брайан Идальски (КРС Ванке Рэйз)
- Иң яҡшы уйынсы — Александра Карпентер (КРС Ванке Рэйз)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- КХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә
- ЮХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә
- ЙХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә
- ЮХЛ беренселеге 2019/2020 йылдар миҙгелендә
- МЙХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Александра Карпентер – ҠҠХЛ миҙгеленең иң яҡшы уйынсыһы(недоступная ссылка)
- ↑ В пятом сезоне ЖХЛ - восемь команд 2019 йыл 30 июль архивланған.
- ↑ Сергей Филин — главный тренер ЖХК «СКИФ» 2019 йыл 30 июль архивланған.
- ↑ «СКИФ» тренер штабында үҙгәрештәр
- ↑ ҠҠХЛ йондоҙҙар уйыны Мәскәүҙә! 2021 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Буллит на велосипеде, красивый хоккей и победа Востока – Матч Звезд ЖХЛ завершился в Москве 2020 йыл 26 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үткән: 2018/19 |
Миҙгелдәр: 2019/20 |
Киләһе: 2020/21 |
Миҙгелдәр | Йондоҙҙар уйындары | Плей-офф | |
---|---|---|---|
2023/24 миҙгел клубтары | |||
Ағиҙел (Өфө) | Бирюса (Красноярск) | Динамо-Нева (Санкт-Петербург) | Белые Медведицы (Силәбе) |
МСМО 7.62 (Воскресенск) | Торпедо (Түбәнге Новгород) | СӨЙК (Екатеринбург) | Торнадо (Дмитров) |
ҠҠХЛ боҙ ареналары | |||
Башҡа хоккей лигалары |