Эстәлеккә күсергә

Үрге Таз ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Үрге Таз» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны631 308 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты24 декабрь 1986 йыл 
Урынлашыуы
63°30′14″ с. ш. 84°03′28″ в. д.HGЯO
РФ субъектыЯмал-Ненец автономиялы округы

втз.янао.инфо.сайт
Рәсәй
Точка
«Үрге Таз» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Үрге Таз ҡурсаулығы Викимилектә

Үрге Таз ҡурсаулығы (рус. Ве́рхне-Та́зовский запове́дник[1]) — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. 1986 йылдың 24 декабрендә ойошторола. Дөйөм майҙаны 631 308 гектар тәшкил итә.

Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында.

Ҡурсаулыҡ Көнбайыш Себер тигеҙлегендә, Рәсәйҙең Ямал-Ненец автономиялы округының Красноселькуп районында урынлашҡан. Уның оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа — 150 км һәм көнбайыштан көнсығышҡа табан 70 км тәшкил итә. Территорияһы Поколь һәм Раттинский урман хужалыҡтарына бүленгән, уларҙы Ратта йылғаһының һул яры буйындағы һыу һаҡлау ҡырҡынтыһы айырып тора.

Ҡурсаулыҡ Үрге Таз ҡалҡыулығында урынлашҡан. Ҡалҡыулыҡтарының бейеклеге 50 метрға етә. Территорияны ҙур булмаған йылғаларҙың тәрән үҙәндәре ныҡ йырғылаған. Тупрағы башлыса әсе. Төп йылғалары — Поколка (260 км) һәм Ратта (210 км).

Ҡурсаулыҡ территорияһы 631 308 гектар тәшкил итә, урмандар 534 955 гектар майҙанды биләй, урман булмаған майҙаны — 96 353 гектар, һаҙлыҡтар — (90 713 га), һыу майҙаны 5517 гектар тәшкил итә.

  • төньяҡтан — Алага һәм Ратта йылғалары тамағы араһында Таз йылғаһы буйлап;
  • көнсығыштан — Ратта йылғаһы буйлап Токылылькы һәм Кочепча йылғаларына тиклем;
  • көньяҡтан — Обь-Тазов-Йәнәсәй һыу айырғысы буйлап;
  • көнбайыштан — Поколка һәм Алага йылғалары буйлап.

Климаты — континенталь, ҡыш — оҙайлы, һалҡын һәм йәй — сағынтырмаса йылы. Ҡышҡы минималь һәм йәйге максималь температура −49 °C-тан +30 °C тиклем тирбәлә. Ҡыш уртаса 208 көн дауам итә, октябрҙең икенсе декадаһы аҙағында башлана, яҙ — 15-18 көн һуҙыла. Йәй — яҡынса 90 көн, иң йылы ай — июль (уртаса температура +18 °C тиклем). Көҙ ай ярым самаһы дауам итә.

Йылы осорҙоң уртаса оҙайлығы — 83 көн. Ҡурсаулыҡ тулы булмаған туңлыҡ зонаһында урынлашҡан.

Ҡурсаулыҡ территорияһы төньяҡ тайга субзонаһына инә. Флора ҡара ылыҫлы тайганан (104 069 гектар), шул иҫәптән шыршы — 15 014 гектар, кедр урмандары — 89 055 га — тора. Шулай уҡ асыҡ ылыҫлы тайга бар: ҡарағай (318 550 гектар) һәм ҡарағас (59 021 гектар). Япраҡлы аҡастарҙан ҡайын, уҫаҡ һәм ҡыуаҡтарҙан тал үҫә, улар 40 463 гектар майҙанды биләй. Барлығы 310 төр көпшәле үҫемлек асыҡланған.