Үрге Таз ҡурсаулығы
«Үрге Таз» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 631 308 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 24 декабрь 1986 йыл |
Урынлашыуы | |
63°30′14″ с. ш. 84°03′28″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Ямал-Ненец автономиялы округы |
втз.янао.инфо.сайт | |
Үрге Таз ҡурсаулығы Викимилектә |
Үрге Таз ҡурсаулығы (рус. Ве́рхне-Та́зовский запове́дник[1]) — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. 1986 йылдың 24 декабрендә ойошторола. Дөйөм майҙаны 631 308 гектар тәшкил итә.
Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ Көнбайыш Себер тигеҙлегендә, Рәсәйҙең Ямал-Ненец автономиялы округының Красноселькуп районында урынлашҡан. Уның оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа — 150 км һәм көнбайыштан көнсығышҡа табан 70 км тәшкил итә. Территорияһы Поколь һәм Раттинский урман хужалыҡтарына бүленгән, уларҙы Ратта йылғаһының һул яры буйындағы һыу һаҡлау ҡырҡынтыһы айырып тора.
Ҡурсаулыҡ Үрге Таз ҡалҡыулығында урынлашҡан. Ҡалҡыулыҡтарының бейеклеге 50 метрға етә. Территорияны ҙур булмаған йылғаларҙың тәрән үҙәндәре ныҡ йырғылаған. Тупрағы башлыса әсе. Төп йылғалары — Поколка (260 км) һәм Ратта (210 км).
Ҡурсаулыҡ территорияһы 631 308 гектар тәшкил итә, урмандар 534 955 гектар майҙанды биләй, урман булмаған майҙаны — 96 353 гектар, һаҙлыҡтар — (90 713 га), һыу майҙаны 5517 гектар тәшкил итә.
Сиктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- төньяҡтан — Алага һәм Ратта йылғалары тамағы араһында Таз йылғаһы буйлап;
- көнсығыштан — Ратта йылғаһы буйлап Токылылькы һәм Кочепча йылғаларына тиклем;
- көньяҡтан — Обь-Тазов-Йәнәсәй һыу айырғысы буйлап;
- көнбайыштан — Поколка һәм Алага йылғалары буйлап.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Климаты — континенталь, ҡыш — оҙайлы, һалҡын һәм йәй — сағынтырмаса йылы. Ҡышҡы минималь һәм йәйге максималь температура −49 °C-тан +30 °C тиклем тирбәлә. Ҡыш уртаса 208 көн дауам итә, октябрҙең икенсе декадаһы аҙағында башлана, яҙ — 15-18 көн һуҙыла. Йәй — яҡынса 90 көн, иң йылы ай — июль (уртаса температура +18 °C тиклем). Көҙ ай ярым самаһы дауам итә.
Йылы осорҙоң уртаса оҙайлығы — 83 көн. Ҡурсаулыҡ тулы булмаған туңлыҡ зонаһында урынлашҡан.
Флораһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ территорияһы төньяҡ тайга субзонаһына инә. Флора ҡара ылыҫлы тайганан (104 069 гектар), шул иҫәптән шыршы — 15 014 гектар, кедр урмандары — 89 055 га — тора. Шулай уҡ асыҡ ылыҫлы тайга бар: ҡарағай (318 550 гектар) һәм ҡарағас (59 021 гектар). Япраҡлы аҡастарҙан ҡайын, уҫаҡ һәм ҡыуаҡтарҙан тал үҫә, улар 40 463 гектар майҙанды биләй. Барлығы 310 төр көпшәле үҫемлек асыҡланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пастухов А. М. Роль заповедника «Верхне-Тазовский» в сохранении биологического разнообразия в бассейне реки Таз. // Известия Самарского научного центра Российской академии наук : журнал. — Самара, 2009. — Т. 11. — № 1 (3). — С. 448—451.
- Рябицев В. К., Рябицев А. В. Птицы Верхне-Тазовского заповедника и его окрестностей (Ямало-Ненецкий автономный округ) // Фауна Урала и Сибири : журнал. — Екатеринбург, 2015. — № 2. — С. 174—205.
- Кижеватов Я. А., Кижеватова А. А. Сообщества рыб верховьев реки Таз (Ямало-Ненецкий автономный округ) // Фауна Урала и Сибири : журнал. — Екатеринбург, 2015. — № 1. — С. 97—106.
- Кижеватов Я. А. К вопросу о воспроизводстве рыбных ресурсов в бассейне р. Таз // Вестник АГТУ. Сер.: Рыбное хозяйство : журнал. — Астрахань, 2011. — № 2. — С. 18—26. Архивировано из первоисточника 21 февраль 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Верхне-Тазовский заповедник на сайте «ООПТ России»
- Федеральная система ООПТ 2016 йыл 25 ғинуар архивланған.