Әхмәт ибн Фаҙлан
Әхмәт ибне Фаҙлан ибн әл-Ғәббәс ибне Рәшид ибне Хаммад ғәр. أحمد بن فضلان بن العباس بن راشد بن حماد | |
Вафат булған көнө: |
922 йылдан һуң. |
---|---|
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, сәйәхәтсе |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
ғәрәп |
Ибн Фадлан (Әхмәт ибне Фаҙлан ибн әл-Ғәббәс ибне Рәшид ибне Хаммад, أحمد بن فضلان بن العباس بن راشد بن حماد) — X быуаттың беренсе яртыһындағы ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе.
Ибн Фаҙлан яҙмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәт ибн Фаҙландың X быуаттағы тарихи ваҡиғаларға ҡағылышлы «Яҙмалары» мөһим сығанаҡ булып тора. Ибн Фаҙлан 921—922 йылдарҙа ғәббәсиҙәр хәлифәһе әл-Моҡтадир илселеге менән бергә Волга буйы Болғары иленә сәйәхәттә булған. Ул илселектең унда башҡарған эштәренең һөҙөмтәһе мәғлүм түгел, сөнки «Яҙмаларҙың» аҙағы табылмаған.
Ибн Фаҙландың ошо «Яҙмаларын» 1920-се йылдарҙа Мешхедта (Иран) имам Али Ибн Реза кәшәнәһе янындағы китапханан күренекле шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туған табып алған.
Был «Яҙмаларҙа» уғыҙҙар, башҡорттар, болғарҙар, бәшнәктәр һәм хазарҙар тураһында уникаль этнографик мәғлүмәттәр килтерелгән.
Ибн Фаҙлан «Яҙмалары» үҙендә хәҙерге Башҡортостан биләмәләрендә генә түгел, ғөмүмән, тарихи Башҡортостан ерҙәрендә иң боронғо дәүерҙәрҙә йәшәгән башҡорттар тураһында мәғлүмәттәр һаҡлаусы иң боронғо сығанаҡтарҙың береһе.
Сәйәхәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бағдад хәлифәһе һарайында хеҙмәт итә. 921-22 йылдарҙа Болғарга әл-Моктәдир илселеге сәркәтибе. Юл яҙмалары алып бара, һуңынан шулар нигеҙендә «Волга буйы Болғары дәүләте»нә барыуҙары тураһында сәйәхәтнамә төҙөй.
Бағдадтан 921 йылдың 21 июнендә сығып киткән ҙур илселек башта Шәреҡтең кесе һәм ҙур ҡалалары аша үтә, унан һуң Бохараға килеп етә, әмир тарафынан ҡабул ителә. Тик Бохара әмире уларға юлды дауам итергә рөхсәт бирмәй, илселеккә 28 көн Бохарала тотҡарланырга тура килә. Унан илселек каруаны Харәземгә килеп керә һәм әл-Жөржанда (Иҫке Үргәнестә) туҡтала. Һыуыҡтар башланыу сәбәпле, илселек ҡышты шул ҡалала үткәрергә мәҗбүр була.
Яҙ еткәс, илселек ҡабат юлга ҡуҙғала. Харәзем өлкәһе сигендә урынлашҡан Төрктәр ҡапҡаһын (Баб ат-Төрк) уҙып, төрки-уғыҙҙар йәшәгән далаға килеп керә. 15 көн дауамында буш даланан барғас, төрки-уғызҙар ҡәбиләһе менән осраша. Юлда осраған бер нисә йылға аша сығып, бәжәнәктәр янында бер төн ҡунғандан һуң, илселек ҙур юғалтыуҙар менән Яйыҡты кисә һәм башҡорт ҡәбиләләре йәшәгән ергә аяҡ баҫа.
922 йылдың 12 майында илселек Болғар иле ерҙәренә килеп етә. Был ваҡиға һәм болғарҙарҙың ислам динен ҡабул итеүе уңайынан ҙур тантаналар башлана. Китапта болғар идарасыһының ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү йолаһы, уларҙың, хазәрҙәрҙең, рустарҙың, Волга-Урал төбәгендә, Урта Азияла йәшәгән башҡа халыҡтарҙың һәм ҡәбиләләрҙең көнкүреше, хужалығы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре ентекләп тасуирлана.
Көндәлек-сәйәхәтнамәлә Ибне Фаҙландың Волга буйы Болғар дәүләтенән шул уҡ йылда, «көндәр ҡыҫҡара башлағас» китеүе тураһында хәбәр ителә. Уның шунан һуңғы яҙмышы билдәһеҙ.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Валиди А. З. Мешхедская рукопись Ибн аль-Факиха //Известия Российской Академии наук. Л., 1924. Серия 6. Т. 18.
- Иванов В. А. Путь Ахмеда ибн-Фадлана. Уфа, 2010.
- Фәхретдинов Р. Болгар вә Казан төрекләре. Казан, 1993.
- Ковалевский А. П. Книга Ахмеда Ибн-Фадлана о его путешествии на Волгу в 921—922 гг. Хар., 1956;
- Крачковский И. Ю. Арабская географическая литература: Избр. соч. М.-Л., 1957. Т. 4.
- Zeki V. T. Ibn Fadlans Reisbericht. Lpz.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- АХМЕД Ибн Фадлан. Книга о его путешествии на Волгу в 921—922 гг.
- Иванов В. А., Ильясов Б. С. Әхмәт ибн Фаҙлан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.