Әҙиғот Темәсов
Әҙиғот Темәсов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Елпачиха (Үдик) ауылы, Ғәйнә улусы, Уҫы даруғаһы (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы) |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Ил | |
Әҙиғот Темәсов (1719 — ?) — Башҡортостанда 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы. Мулла.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙиғот Темәсов сығышы менән Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Елпачиха (Үдик) ауылы башҡорттарынан[1][2]. Үҙ ҡулы менән төрки телендә яҙылған баш күтәреүселәрҙең указында үҙен «мулла Һөҙһөт бин Темәс» тип атай. Исеменең рус формаһы — Адигут Тимячев[3].
Мәҙрәсәлә белем ала. Пермь провинцияһында, Ҡазан губернаһында һәм Екатеринбург ҡалаһында сауҙа менән шөғөлләнә[1].
1774 йылдың ғинуарында Әбдей Абдуллов отрядына ҡушыла. Сәйфулла Сәйҙәшев һәм башҡалар менән бергә Кама буйында баш күтәреүселәр отрядтары менән етәкселек итә[1].
1774 йылдың мартында Әҙиғот Темәсов, Сәйфулла Сәйҙәшев һәм Әҙел Әшмәнев етәкселегендәге 2 мең кешенән торған йыйылма отряд Ҡазан губернаһының Бәли (Беляевское) ауылы янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1774 йылдың июнендә Салауат Юлаевтың отрядтары составында Уҫы ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. 1774 йылдың йәйендә Е. И. Пугачёв Төп ғәскәре составында Воткинск һәм Ижевск заводтарын, Мамадышты алыуҙа, Ҡазанды штурмлауҙа ҡатнаша[1].
1774 йылдың йәйен—көҙөндә Әһлетдин Биктуғанов менән бергә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында баш күтәреүселәр отрядтарына етәкселек итә[1].
1774 йылдың ноябрендә А. В. Папава етәкселегендәге хөкүмәт командаһы тарафынан әсиргә алына. Ҡазан йәшерен комиссияһына килтерелә, бында үлем язаһынан азат ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].
Вариҫтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙиғот Темәсовтың вариҫтары — Әдүтовтар тиҫтәләгән йылдар дауамында Уҫы һәм Пермь өйәҙҙәрендәге 1-се Башҡорт кантоны менән етәкселек иткән[4][5]:
- Мөхәмәҙи Әдүтов (1819—1820)
- Баһауетдин Мөхәммәтдин улы Әдүтов (1820—1828; 1832—1841)
- Камалетдин Әдүтов (1828—1832)
- Низаметдин Камалетдин улы Әдүтов (1850—1855)
- Низаметдин Баһауетдин улы Әдүтов (1856—1863)[6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Гвоздикова И. М. Әҙиғот Темәсов // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы
- ↑ История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 27. — 696 с. — ISBN 978-5-85051-641-3.
- ↑ История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 82. — 696 с. — ISBN 978-5-85051-641-3.
- ↑ Әдүтовтарҙан тыш кантон менән 1816—1819 йылдарҙа Сәйфелмөлөк Сыуашаев, 1841—1850 йылдарҙа Хәсән Ҡолой улы Көсөков, 1855—1856 йылдарҙа Хәмиҙулла Мәүләғол улы Ишбулатов етәкселек итеүе билдәле
- ↑ 1855 йылдағы реформанан һуң, I башҡорт кантоны XII башҡорт кантоны составына керә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гвоздикова И. М. Адигут Тимясев, аттестованный народом командир // Ватандаш. — 1997. — № 9. — С. 159—165. — ISSN 1683-3554.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- Кулбахтин Н. М. Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. — Уфа, 1984.
- Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гвоздикова И. М. Әҙиғот Темәсов // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.