Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аиткулов Азат Миннигалеевич битенән йүнәлтелде)
Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Юлдыбай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, музыкант
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27 ғинуар 1956 йыл) — ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1991), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы(1990) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов 1956 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Матрай районының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Юлдыбай ауылында тыуған. Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә белем ала[1]. 1977 йылда Өфө сәнғәт училищеһын Ғата Сөләймәнов класы буйынса тамамлай. 1975—1978 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы булып эшләй, 1978 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсы—солисы[2].

1994 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай[2].

2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы идараһы рәйесе[2].

2021 йылдың 27 ғинуарында Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[3].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инструменталь башҡарыу сәнғәтенең классик традицияларын дауам итеүсе, ҡурайҙа уйнауҙың бөтә алымдарын виртуоз ҡуллана. Репертуарында оҙон көйҙәрҙең инструменталь варианттары, шул иҫәптән «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Ғилмияза», «Таштуғай», «Тәфтиләү», «Уйыл», «Урал», инструменталь көйҙәр «Йәйәүле Мәхмүт», «Сыңрау торна», йыр‑бейеү көйҙәре «Зарифа», «Мөғлифә», «Суҡ муйыл», «Перовский», «Порт‑Артур» һ. б.

Ҡарағалпаҡ АССР‑ы (1976) һәм Яҡут АССР‑ында (1978) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша. Донъяның 30 илендә гастролдә була. Уҡыусылары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы һәм йырсы Рәсүл Ҡарабулатов, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Н. М. Кейекбирҙин һәм Р. Х. Нәҙерғолов.

Башҡортостандың Ауырғазы, Бишбүләк, Дәүләкән, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Шишмә һәм Әлшәй райондарында, Ҡурған һәм Пермь өлкәләрендә, Мәскәүҙә ҡурайсылар ансамблдәрен ойошторған[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]