Алтын (исем)
Алтын — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме һәм ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Алтын исеме бар.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алтын башҡорт исеме) — алтын һымаҡ ҡәҙерле таш исемен йөрөтә.[1] Матурлыҡты һәм таҙалыҡты аңлата. Үҙ балаларына был исемде биргәндә, ата-әсә уға муллыҡ һәм оҙон ғүмер теләйҙәр.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алтын — алтын һәм ҡушылмаларҙан — көмөш, баҡыр һ.б. торған минерал.
Алтын атлы һыбайлы — башҡорт әкиәттәре буйынса төшөрөлгән фильм-әкиәт. Режиссёры Василий Журавлёв. «Мосфильм» киностудияһы, 1980.
Цзинь (ҡыт. ябайл. 金朝, пиньин: Jīn Cháo, һүҙмә-һүҙ Алтын) — XII—XIII быуаттарҙа Төньяҡ Ҡытайҙа булған чжурчжэн дәүләте.
Алтын тау (Силәбе) —[2] — Силәбе ҡалаһының көнбайыш ситендәге, Шершни ҡасабаһының төньяҡ ситендәге мемориаль комплекс. Шул уҡ исемле ҡалҡыулыҡтың шахталарында кешеләрҙе күпләп ерләү урыны.
Алтын солоҡ (рус. Золотая борть) — Бөрйән районындағы ҡурсыулыҡ, Башҡорт ҡыр (бөрйән) бал ҡортон һаҡлау өсөн булдырылған. Ҡурсыулыҡтың майҙаны — 91 мең кв. м. «Алтын Солоҡ» Башҡортостан ҡурсаулыҡтары биләгән ерҙәрҙең ундан бер өлөшөн алып тора. Шүлгәнташ ҡурсаулығы менән бергә Юнесконың Бөтә донъя ҡомартҡылары объекттарының исемлегендә буласаҡ Башҡорт Уралы комплекслы биосфера резерваты составына инә.
«Алтын Йондоҙ» миҙалы — Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған кешеләрҙең айырма билдәһе. 1939 йылда булдырыла. Миҙал менән бер үк ваҡытта СССР-ҙың юғары ордены — Ленин ордены — тапшырыла.
Алтын глобус (англ. Golden Globe Award) — Америка премияһы, 1944 йылдан башлап Голливуд сит ил прессаһының ассоциацияһы тарафынан кинофильмдәргә һәм телевизион картиналарға бирелә. «Алтын глобус» премияһы Голливудта йәшәгән, яҡынса 90 халыҡ — ара журналистары тауыш биреү һөҙөмтәһенә ҡарап бирелә. «Оскар» кинематография премияһынан һуң, «Алтын глобус» әһәмитлеге яғынан икенсе урында тора.
Алтын миллиард — демографикһәм социологик төшөнсә, донъяның сикләнгән ресурстары шарттарында алдынғы һәм үҫештәге илдәрҙә халыҡтың тормош кимәле һәм ҡулланыуы араһындағы айырманы сағылдыра.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Мемориальный комплекс «Золотая гора» 2018 йыл 6 сентябрь архивланған. / Страница официального сайта администрации города Челябинска.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |