Аралбай (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Аралбай — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аралбай — Арал (ҙур булмаған утрау) + бай һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән башҡорт исеме[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡсулпанов Аралбай Күсәрбай улы — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашҡан. 2-се Башҡорт атлы полкының ғәскәр старшинаһы, подпоручик (1812).
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәҙим Аралбай (тулы исеме — Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы; 1 сентябрь 1941 йыл) — шағир, йәмәғәт эшмәкәре. 1993—2001 һәм 2009—2012 йылдарҙа «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире, директоры. 2002—2008 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1996) һәм әҙәби премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы (22 май 1928 йыл — 27 октябрь 2014 йыл) — башҡорт актёры, театр белгесе. 1950 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999).
Аралбаева Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы (14 март 1977 йыл) — журналист, музыка белгесе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019). Журналистика өлкәһендә республика һәм халыҡ-ара ТӨРКСОЙ конкурстары премияһы лауреаты.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аралбай — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советының бөткән ауылы. Перспективаһыҙ ауылдарҙы бөтөрөү сәйәсәте башланғас, Аралбай ауылы халҡын Яңы Монасип ауылына күсерәләр.
Аралбай (рус. Аралбай) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.
Аралбай (рус. Аралбаево) — Башҡортостандың Йылайыр районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |