Эстәлеккә күсергә

Бабич (исем)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Бабич — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Бабич исеме бар.

Башҡорт теленән бабай йәки атай һүҙенән килеп сыға. Бабай — хөрмәт менән мөрәжәғәт итеү өсөн ҡулланыла.[1] Был исемде йөрөткән кешеләр ҡаты холоҡло, әммә, быға ҡарамаҫтан, бик изгеләр. Тәбиғәтте һәм йәнлектәрҙе ярата.

Ата-баба (ҡара Бабиш)[2]

Исемдең һәр бер хәрефенең аңлатмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б — инициативлы, дәртле, үҙ-үҙенә ышанған, күнелле. Ә — амбициозлы, көсле, ижад, ғәҙел. И — дәртле, яуаплы, аҡыллы, ижади, баҙнатһыҙ, ҡараңғы. Ч — тотанаҡлы, намыҫлы, үҙ-үҙенә ышанған, күнелле.

Евгений Бабич Макар улы (1921 йылдың 7 ғинуары) — совет хоккеисы.[3]

Бабичев Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы, Шәйехзада Бабич (1895—1919) — күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт хөкүмәте (1917—1919) ағзаһы.

Бабич Рушанна Юрий ҡыҙы (1975 т.) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2015) һәм атҡаҙанған (2009) артисы.

Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы (1953 т.) — Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) халыҡ артисы.

Михаил Викторович Ба́бич (28 май 1969 йыл, Рязань, РСФСР) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре.[4]

Бабич (Көйөргәҙе районы) — Ер йөҙөндә ни бары 50 йыл ғына йәшәгән Бабич ауылын күптәр онотҡандыр, әммә ул да тарихыбыҙҙың бер бите, ә унда тыуып-үҫкәндәр өсөн — кендеге береккән ғәзиз ер.

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы — 1995 йылда әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы һәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан өмөтлө йәш ижадсыларҙы дәртләндереү өсөн булдырылған. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә эшләүселәргә юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн бирелә.

Бабич (фильм)Рәсәй кинофильмы, 2017 йыл. Фильмда башҡорт шиғриәте классигы, Республика өсөн һынылышлы осорҙа ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың яҙмышы тураһында һөйләнелә. Кинотаҫма Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала.

Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы (Силәбе)Силәбе ҡалаһында урынлашҡан 15-се һанлы башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы. 1906 йылда түләүһеҙ мосолман китапханаһы булараҡ ойошторолған[5].

Шәйехзада Бабич музейы — музей. Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Әсән ауылында урынлашҡан. Күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, 1917—1919 йылдарҙа Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы Шәйехзада Бабичҡа бағышланған.

  • Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. — 224 бит.
  • Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  • Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
  • Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
  • Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
  • Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
  3. https://ru.wikipedia.org/wiki/Бабич,_Евгений_Макарович
  4. https://ru.wikipedia.org/wiki/Бабич,_Евгений_Макарович
  5. Ватандаш.Челябинской национальной библиотеке- 100 лет 2015 йыл 22 октябрь архивланған.