Эстәлеккә күсергә

Башҡортостандағы фәнни мәктәптәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт дәүләт университеты

 Башҡортостандағы фәнни мәктәптәр —   Башҡортостан Республикаһындағы үҙ фәнни системаһы һәм фәндең көнүҙәк мәсьәләләренә үҙ ҡарашы булған ғилми берләшмәләр. Башҡортостан Республикаһының фәнни мәктәптәре барлыҡҡа килеүҙә республиканың күренекле ғалимдары ғына түгел, ә республикаға фәндең төрлө өлкәһенән белгестәрҙе йәлеп иткән (А. Ф. Леонтьев[1], В. В. Напалков, В. П. Громов, Ю. Н. Фролов һ.б.) дәүләт тә ҡатнаша.

Башҡортостандағы фәнни мәктәптәр уҡыу институттары һәм университеттарының (Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты[2], Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һ.б.) кафедраларында, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының, Рәсәй Фәндәр академияһының бүлексәләрендә  (РФА ӨФҮ Тарих, тел һәм Әҙәбиәт институты), ғилми-тикшеренеү институттарында һәм төрлө кимәл ғалимдарҙың берләшмәләрендә формалаша.

Башҡортостанда нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү фәнни мәктәптәрҙең байтағының үткәргес торба транспорты, химик полимерҙар, аппараттар эшләү, конструкциялар ныҡлығын анализлау өсөн файҙаланылған математик аппарат кеүек тармаҡтар буйынса махсуслашыуына сәбәп була. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты үҙенең офтальмология мәктәбе менән илдә төп офтальмология учреждениеларының береһе булып тора.

Ауыл хужалығын үҫтереү, үҫемлектәрҙе районлаштырыу мөмкинлектәре һәм ихтыяжы ошо өлкәлә фәнни мәктәптәр барлыҡҡа килеүенә юл асты.

Рәсәй Федерацияһында 2 йылға бер тапҡыр Рәсәй Федерацияһының төп фәнни мәктәптәренә дәүләт ярҙамы (гранттар) алыуға конкурс үткәрелә. Бындай конкурстарҙа Башҡортостан Республикаһының фәнни мәктәптәре лә ҡатнаша.

Әлеге мәлгә Башҡортостан Республикаһының Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә танылған түбәндәге фәнни мәктәптәре бар: 

Математика, физика, инженерлыҡ фәндәре, техника

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Нефть химияһы аппараттары эшләү  — ғилми етәксеһе Ә. В. Баҡыев[3];
  • Нефть һәм газ сығарыуҙы математик моделләү — ғилми етәкселәре  Р. Н. Бәхтизин, М. М. Хәсәнов;
  • Үткәргес торба транспорты — ғилми етәкселәре Ә. Ғ. Ғүмәров, А. М. Шаммазов;
  • Конструкциялар ныҡлығы — ғилми етәксеһе В. С. Жернаков;
  • Тотош мөхиттәр механикаһы, конструкцияларҙың эш мөхиттәре менән үҙ-ара тәьҫир итешеүе теорияһы  — М. Ә. Илһамов;
  • Күп бәйләнешле идаралыҡ системалары  — Б. Г. Ильясов;
  • Металдарҙың һәм иретмәләрҙең үтә ныҡ һығылмалылығы — О. Ә. Ҡайбышев;
  • Дисперслы мөхиттәрҙең электромагнит термодинамикаһы  — Л. А. Ковалёва (Ф. Л. Сәйәхов);
  • Кире иондарҙың масс-спектрометрияһы  — О. Г. Хвостенко (В. И. Хвостенко);
  • Өҫкө йөҙҙөң физикаһы, химияһы һәм механикаһы  — В. С. Мухин;
  • Күп фазалы мөхиттәрҙең физик-химик гидродинамикаһы  — В. Ш. Шаһапов;
  • Ҡаты есемдәрҙең магнит, магнитҡа ҡаршылыҡ һәм магнит-электрик үҙенсәлектәре — Р. М. Вахитов (М. М. Фарзтдинов) һ.б.;
  • Күп үлсәмле комплекслы анализ — В. В. Напалков (А. Ф. Леонтьев).

Химия, материалдар ғилеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Полимерҙар химияһы һәм технологияһы  — С. В. Колесов (К. С. Минскер);
  • Көкөрт-органик берләшмәләр химияһы  — Н. К. Ляпина (Р. Д. Оболенцев);
  • Ацеталдәр химияһы — С. С. Злотский (Д. Л. Рахманҡолов) һ.б.

Ер һәм тәбиғәт ресурстары тураһындағы фәндәр  

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Һыу ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм Ҡулланма геотермия — Р. А. Вәлиуллин (И. Л. Дворкин);
  • Геотектоника — М. А. Камалетдинов;
  • Нефтттәрҙе һәм нефть ҡалдыҡтарын комплекслы эшкәртеү — Э. Г. Теләшев;
  • Уралдың һәм күрше территорияларҙың геодинамикаһы — В. Н. Пучков һ.б.
Башкирский государственный медицинский университет
  • Балалар офтальмологияһы — М. Т. Аҙнабаев (Ғ. Х. Ҡоҙаяров) (Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты);
  • Экологик һәм клиник биохимия — Ф. Х. Камилов;
  • Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы  — Л. М. Карамова (Г. М. Мөхәмәтова);
  • Дарыуҙар — Д. Н. Лазарева (И. А. Лерман);
  • Яман шеште диагностикалау һәм дауалау — Ш. Х. Ганцев (Н. П. Ников);
  • Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы — В. В. Плечев (Н. Ғ. Ғатауллин);
  • Кешенең нәҫел ауырыуҙарын диагностикалау  — Р. В. Мағжанов;
  • Геморрагик биҙгәкте диагностикалау һәм дауалау  — Д. Х. Хунафина, Р. М. Фазлыева;
  • Регенератив хирургия — Э. Р. Мулдашев;
  • Иммунобиологик препараттар — М. М. Алсынбаев, Е. В. Бобкова, Н. Н. Ворошилова, С. Ә. Йәнекәева, Р. Ш. Мағазов, В. А. Стригин һ.б.
  • Үҫемлектәр биотехнологияһы — Р. Р. Әхмәтов;
  • Кеше мейеһе эшмәкәрлегенең фундаменталь законсалыҡтары һәм ҡулланма аспекттары  — Л. Б. Кәлимуллина;
  • Бөйөр альгологияһы — Р. Р. Кәбиров;
  • Урман ғилеме һәм индустриаль дендроэкология — А. Ю. Кулагин (Ю. З. Кулагин);
  • Фитоценология — Б. М. Миркин, урман популяцияһы генетикаһы — Н. В. Старова;
  • Молекляр биология һәм генетика — Э. К. Хөснөтдинова һ.б.

Ауыл хужалығы фәндәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ауыл хужалығы үҫемлектәре физиологияһы — Р. Х. Авзалов (П. Т. Тихонов);
  • Иген культураларын һәм мал аҙығы культураларын игеү технологияһы — Р. Р. Исмәғилев, С. Н. Надежкин (С. А. Ҡунаҡбаев, В. Х. Хангилдин);
  • Зоогигиена — Е. П. Дементьев (В. И. Мозжерин);
  • Ветеринар дарыу препараттары — А. Ф. Исмәғилева;
  • Патологик анатомия, мал ауырыуҙарын диагностикалау  — Е. Н. Сковородин;
  • Башҡортостанда ер эшкәртеү системалары  — З. З. Әйүпов (Э. М. Рәхимов);
  • Гельминтология — Р. Г. Фазлаев (Х. В. Әйүпов);
  • Башҡортостан тупраҡ ғилеме — И. К. Хәбиров, Ф. Х. Хажиев, (С. Н. Тайсынов);
  • Көньяҡ Урал урмандарының продуктлылығын арттырыу  — А. Ф. Хәйретдинов һ.б.

Ижтимағи һәм гуманитар фәндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда РФ Президентының [4] гранттарын алған төп фәнни мәктәптәр: инновациялы ҡулланыу өсөн күләмле наноструктуралы металдар һәм иретмәләр  — Р. З. Вәлиев, вирустар, үҫемлектәр, хайуандар һәм микроорганизмдар гендарының структур-функциональ ойошторолошо — В. А. Вахитов, органик һәм металл-органик синтезда металл-комплекслы катализ  — У. М. Джемилев, күп үлсәмле комплекслы анализ — В. В. Напалков (А. Ф. Леонтьев), күп фазалы мөхиттәрҙең йылылыҡ физикаһы һәм механикаһы  — Р. И. Ниғмәтулин, биоорганик химия — М. С. Юнысов (Г. А. Толстиков) һ.б.

  • Ильгамов М. А., Саитова М. А. Академическая наука в Башкортостане //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1999. Т.4. №2;
  • Нигматуллин Р. И. 50 лет Уфимскому научному центру РАН и 10 лет Академия наук Республики Башкортостан: история, достижения, уроки //Там же. 2002. Т.7. №1.
  • Научные школы БГПУ им. М. Акмуллы. Уфа: ИПК БГПУ, 2009. С.23-24.
  • А. М. Шаммазов (Ред.), А. И. Спивак и др. Уфимский государственный технический университет: Сборник статей: К 50-летию УГНТУ. – М.: Недра, 1998. – 269 с.
  • Азнабаев М. Т., Суркова В. Центр офтальмологической науки на Урале// журнал «Ватандаш». 2000. № 11.
  • Вестник академии наук Башкортостана т. 7, 2002г.